Стәрлетамаҡта 2022 йылда сысҡан биҙгәге менән 110 кеше ауырыны, йәғни, 2021 йыл менән сағыштырғанда 5,8 тапҡырға артҡан. Ауырыу йәйге миҙгелдә күҙәтелде, үлем осраҡтары теркәлмәне.
Сысҡан биҙгәге менән зарарланыу сәбәптәрен һәм шарттарын анализлау шуны күрһәтә: сирҙе йоҡтороу осраҡтарының 93 проценты урманда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булған (бәшмәк, еләк йыйғанда, балыҡ тотҡанда, һунарға сыҡҡанда, бесән әҙерләгәндә, утын әҙерләгәндә, умарталыҡта). Бынан алдағы йылдарҙағы кеүек үк, геморрагик сысҡан биҙгәге менән 70 процент ирҙәр ауырый.
Сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы йәйге-көҙгө осорҙа тәбиғәттә, баҡсала булһа, ҡышын көнкүрештә, производствола йыш осрай. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.
Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә.
Вирус организмға аҙыҡ аша, ҡулдарҙы йыумай ашағанда, бесән ташығанда, фермала эшләгәндә, костер яғыу өсөн сыбыҡ-сабыҡ ташығанда, бесәнлектә йоҡлағанда йоға. Шулай уҡ, бинаны йыйыштырған йәки ремонтлаған ваҡытта үпкә аша туҙан менән эләгеүе ихтимал.
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Төп иҫкәртеү сараларына түбәндәгеләр инә:
- саңлы эш башҡарғанда (иҫке бинаны емергәндә, бесән, һалам өйгәндә һ.б) бирсәткә, респиратор, мамыҡ-марля битлек кейегеҙ;
- кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, дезинфекция сараларын ҡулланып йыуып сығарығыҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;
- аҙыҡ-түлекте ябыла торған һауыттарҙа һаҡлағыҙ, сысҡан ашаған ризыҡты термик эшкәртеү үткәрмәйенсә ҡулланмағыҙ;
- ашар алдынан һәр ваҡыт бит-ҡулдарығыҙҙы йыуыҙыҙ;
- үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;
- баҡса йортонда, дачала постель кәрәк-яраҡтарын 3-5 сәғәт ҡояшта киптерегеҙ.
В.Н.Данилова,
“БР гигиена һәм эпидемиология үҙәге ”нең Стәрлетамаҡтағы филиалы табип –эпидемиологы.