Ашҡаҙар
-12 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
12 Июль 2023, 11:35

Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Гепатит хаҡында нимә белергә тейешбеҙ? Халыҡта һары ауырыуы тип йөрөтөлгән был мәкерле сир вирустар барлыҡҡа килеү арҡаһында бауырҙың елһенеүе һөҙөмтәһе булып тора. Ул, үкенескә ҡаршы, донъялағы иң киң таралған һәм етди йоғошло ауырыуҙарҙың береһе.

С вирусы тыуҙырған гепатит бик ҡурҡыныс. С гепатиты ул С гепатиты вирусы менән бәйле бауырҙың ялҡынһыныуы. Был сиргә дусар булғандарҙың, башлыса бауыры зыян күрә, әммә бөйөр менән ҡалҡан биҙенең дә зарарланыуы ихтимал.

 Вирус киҫкен гепатит та, хроник гепатит та тыуҙырыуы ихтимал, еңел формала ла үтә ала йәки бауыр циррозы һәм яман шеш кеүек ғүмерлек ауыр сиргә килтереүе лә бар.

Инфекция сығананғы булып С гепатитының актив формаһы менән ауырыған кешеләр һәм вирус йөрөтөүселәр тора. Зарарланыу күп осраҡта инфекциялы кешенең ҡаны һау кешенең ҡанына йәки зыян күргән тирегә эләгеүҙән килеп сыға.

С гепатиты вирусы инфекцияһын йоҡтороу хәүефе инъекцион наркотиктар ҡулланған кешеләрҙә юғары.

 С гепатитын сирле кеше ҡаны, наркотиктар аша, стериль булмаған энә һәм башҡа инструменттар файҙаланылған салонда татуировка, пирсинг, маникюр, педикюр эшләткәндә эләктерергә мөмкин. Өй шарттарында ауырыу ҡулланған ҡырынғыс, теш щеткаһы кеүек шәхси гигиена әйберҙәре аша йоғоуы бар. Шулай уҡ С гепатитының енси юл менән күсеүе лә, сырхау әсәнән сабыйға йоғоуы ла ихтимал. Шунлыҡтан, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтеү, һаулыҡҡа һаҡсыл ҡарау үтә лә мөһим.

С гепатиты әсә һөтө аша, аҙыҡ-түлек, һыу аша йәки сирле кеше менән көнкүреш бәйләнештәре ваҡытында, мәҫәлән, ҡосаҡлашҡанда, үбешкәндә йәки бергәләп ашағанда һәм эскәндә йоҡмай.

С гепатитының инкубация осоро оҙайлығы, йәғни йоҡторған мәлдән алып клиник сағылышына тиклем ике аҙнанан алып алты айға тиклем бара. Яҡынса 80 процент осраҡта беренсел инфекция симптомһыҙ үтә. Бауыр өнһөҙ ауырый. Ауыр сирле пациенттарҙа тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, аппетит юғалыу, күңел уйнау, ҡоҫоу, эс-ҡарын ауыртыу, бәүел һәм оло ярау төҫө үҙгәреүе, тән шешмәкләнеү, тиренең, күҙ ағының һарғайыуы, ныҡ тирләү, капиллярҙарҙың шартлауы арҡаһында күгәреп торған ерҙәр барлыҡҡа килеү, иртәнсәк ауыҙҙа әсе тәм, насар еҫ тойоу, быуындар ауыртыу һәм тире ҡатламының һарғылт төҫкә инеүе күҙәтелә. Ҡапыл ябығыу, баш ауыртыуы, ҡорһаҡта һары һыу йыйылыу (асцит), ашҡаҙандан ҡан килеү, гормондар һәм нервы эшмәкәрлеге боҙолоуы, баш мейеһе функцияһы боҙолоуы (энцефалопатия) – был билдәләр һуңғы стадияларҙа барлыҡҡа килә. Тән ҡысыу, тире төләү, сабыртып сығыу, тимгелдәр ҡалҡыу ҙа һағайтырға тейеш – сырхау бауыр таҙарта алмаған зарарлы матдәләрҙе организм тире күҙәнәктәре аша сығарырға тырыша.

Бауыр сирҙәрен дауаламаған осраҡта күҙәнәктәр төҙөлөшөн үҙгәртә, яйлап туҡымалары тарҡала, цирроз барлыҡҡа килә, был хәл йыш ҡына яман шешкә килтерә.

Ваҡытында дауалағанда С гепатитын 95 процент осраҡта еңеп сығырға мөмкин. Сирле табипинфекционистың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында дауаланырға тейеш.

 В.Н. Данилова,

БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы табип-эпидемиологы.

Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: