Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Һаулыҡ һағында
29 Декабрь 2023, 06:20

Медицина лицензияһы буйынса хеҙмәтләндереү яҡшыра

Башҡортстанда медицина эшмәкәрлеген лицензиялау хеҙмәте күрһәтеүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлекте яҡшыртыу буйыса эш алып барыла.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Медицина  лицензияһы буйынса хеҙмәтләндереү яҡшыраМедицина  лицензияһы буйынса хеҙмәтләндереү яҡшыра
Медицина лицензияһы буйынса хеҙмәтләндереү яҡшыра

Был һорауҙарҙы ҡарауҙың  һөҙөмтәлелегенә һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәткәндә ведомстволар араһында тиҙ  арала мәғлүмәт биреүгә йоғонто яһаясаҡ.  Хәҙер беҙ медицина һәм лицензия профилендәге дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә кәрәкле ведомство-ара хеҙмәттәшлек процесын үҙгәртеп ҡороу үткәрәбеҙ . Мәҫәлән, Социаль страховка  фондынан беҙ медицина лицензияһына дәғүә итеүсе  һәм уның хеҙмәткәрҙәре араһында хеҙмәт килешүе булыу тураһында мәғлүмәтте тағы ла тиҙерәк алырға теләйбез, ә “Рособрнадзор”ҙан лицензиаттарҙың белем алыуы тураһында мәғлүмәтте оператив рәүештә белергә теләйбеҙ, – ти  һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. - Әйтәйек, лицензия биреү тураһында ҡарар ҡабул итеү ваҡыты 10-15 эш көнөнән артмаһа, эске мәғлүмәтте оператив алмашыу һөҙөмтәһендә беҙ уны биш көнгә тиклем ҡыҫартасаҡбыҙ.

Белешмә:

Ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеү системаһы (СМЭВ) –  федераль, төбәк һәм урындағы власть органдарына, кредит ойошмаларына (банктарға), бюджеттан тыш фондтарға һәми СМЭВ-ның башҡа  ҡатнашыусыларына граждандарға һәм ойошмаларға электрон рәүештә  дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн  кәрәк булған мәғлүмәттәр менән алмашырға мөмкинселек биреүсе мәғлүмәт системаһы.

Ул  Рәсәй Федерацияһының  2010 йылдың  27 июлендәге “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу  тураһында”ғы 210-сы номерлы  Федераль законына ярашлы  булдырылған.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас