Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һағында
31 Октябрь 2024, 11:07

ИҢ ҘУР ҒЫНА ТҮГЕЛ, ИҢ ЯҠШЫҺЫ ЛА БИТ УЛ!

1-се ҡала дауаханаһының 50 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

ИҢ ҘУР ҒЫНА ТҮГЕЛ, ИҢ ЯҠШЫҺЫ ЛА БИТ УЛ!
ИҢ ҘУР ҒЫНА ТҮГЕЛ, ИҢ ЯҠШЫҺЫ ЛА БИТ УЛ!

Ошо көндәрҙә, Волга буйы федераль округының иң ҙурҙарҙан һаналған, 1-се ҡала клиник дауаханаһының 50 йыллығы айҡанлы, ҙур сара үтте. Һүҙ учреждениеның майҙаны һәм хеҙмәткәрҙәре һаны тураһында ғына түгел, ә күрһәтелгән медицина ярҙамы сифаты һәм медицина өлкәһендәге күренекле ҡаҙаныштары тураһында ла. Төп ҡаҙаныш, әлбиттә, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм беҙҙең халыҡтың һаулығын хәстәрләү. Шуға иң ҙуры ғына түгел, иң яҡшыһы ла тип атарға хаҡыбыҙ бар!

50 йыл... Аҙ ғүмер түгел. Ошо йылдар эсендә миллиондан ашыу пациент дауахана стеналарында дауаланған – улар Стәрлетамаҡта һәм республиканың яҡын-тирәләге райондарында йәшәүселәр. Һәм уларҙың һәр береһе иң ауыр мәлдәрҙә был бинала өмөт һәм ярҙам алған.

Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, кесе медицина персоналын, структура подразделениелары етәкселәрен һәм медицина менән бәйле булғандарҙың барыһын да ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эмиль Шәймәрҙәнов, Стәрлетамаҡ районы башлығы  урынбаҫары Евгений Вәлиев, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин ҡотланы.

Улар 1-се ҡала клиник дауаханаһы персоналына ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм рәхмәтле пациенттар теләне. Хөрмәтле ҡунаҡтар дауахана хеҙмәткәрҙәренә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы. Тантаналы сара ҡаланың ижади коллективтары сығышы менән бер рәттән алып барылды. Үҙҙәренең ижады менән Стәрлетамаҡ Бейеү театры артистары, йырсылар ҡала дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм байрам ҡунаҡтарын ҡыуандырҙы.

Стәрлетамаҡ хакимиәтенең маҡтау грамотаһы Наилә Зива, Лариса Лунева, Зинфира Нуриеваға тапшырылһа, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте Рәхмәт хаты менән Айгөл Смелкова, Нурия Теләүғолова, Наталия Толмачева бүләкләнде. “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән юғары исемгә Людмила Дюбо, Гөлнур Зәйнетдинова, Елена Мехтиева,   Ынйы Ғафарова лайыҡ булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаты Елена Серебрякова, Татьяна Колесникова, Илһам Сәлиховҡа тапшырылды. Был исемдәр – барыһы ла 1-се ҡала дауаханыһының тормошо менән тығыҙ бәйле медицина хеҙмәткәрҙәре!

– 50 йыл – ул етди дата, һеҙ һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙайлы, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы юл үттегеҙ һәм ошо өлкәлә алдынғы республика учреждениеларының береһе булдығыҙ. Бөтә был 50 йыл медицина өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштар менән тулы, әммә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, халҡыбыҙҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү төп ҡаҙаныш булып тора, – тип билдәләне Эмиль Владиславович дауахана хеҙмәткәрҙәренә артабанғы уңыштар теләп.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Вәлиев медиктарҙың эше бик ауыр һәм яуаплы тип билдәләне һәм уларҙың барыһына ла һаулыҡ теләп, район хакимиәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Ҡала клиник дауаханаһы ветерандарына ла бүләктәр тапшырылды, уларҙы алҡыштар менән сәләмләнеләр.

Беҙҙең һаулығыбыҙҙың, ғүмерҙәребеҙҙең һағында торған “аҡ халатлы” геройҙарыбыҙҙың барыһына ла һаулыҡ,оҙон ғүмер һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Гүзәл РӘМИЕВА

ИҢ ҘУР ҒЫНА ТҮГЕЛ, ИҢ ЯҠШЫҺЫ ЛА БИТ УЛ!
ИҢ ҘУР ҒЫНА ТҮГЕЛ, ИҢ ЯҠШЫҺЫ ЛА БИТ УЛ!
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас: