Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
17 Октябрь 2025, 09:45

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңырталар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр беренсел медицинаны үҫтереүҙе властарҙың өҫтөнлөклө бурысы тип иғлан итте. Дөйөм алғанда, былтыр ғына төбәктә туғыҙ объектҡа капиталь ремонт үткәрелгән, 135 модуль конструкция ҡуйылған, дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һәм 206 берәмек автотранспорт килтерелгән. 2025 йылға алты поликлиниканы сафҡа индереү, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау һәм 134 модуль конструкцияһын төҙөкләндереү планлаштырылған. Ағымдағы йылда уҡ 4,6 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һәм 99 еңел санитар автомобиль һатып алырға тейеш.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңырталар
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңырталар

Башҡортостан 2025-2027 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялауҙың төбәк проекттарына 3,5 миллиард һум аласаҡ. Рәсәй хөкүмәтенең баҫылған бойороғона ярашлы, бынан алда Башҡортостан Башлығы республиканың был мәсьәлә буйынса федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡарарын көтөп тороуын әйтте, был ҙур сумма һәм ҙур эш күләме буласағын билдәләне.

 - Барыһын да сифатлы һәм тиҙ-арала тормошҡа ашырырға, төҙөргә кәрәк. Шуға күрә ҙур эшкә тотонабыҙ, - тине Радий Хәбиров.  - Башҡортостанға иң ҙур субсидияларҙың береһе бүленде. Краснодар крайы — 4,44 миллиард һум, Мәскәү өлкәһе 4,61 миллиард һум аласаҡ. Ә 3,8 млрд - күрше Свердловск өлкәһенә, 3,1 млрд  - Силәбе өлкәһенә йүнәлтелә.

Стәрлетамаҡ районында 2024 йылда ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә "Ауыл тормошо"баҫмаһы. Һаулыҡ Һаҡлау милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу арҡаһында Шихандар ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙлек менән көттө, сөнки элек уларға медицина ярҙамы һорап ҡалаға күп саҡрымдар алыҫлыҡҡа барырға тура килгән. Хәҙер икенсе эш – медицина үҙе ауыл халҡына килде. Фельдшно – акушерлыҡ пункты(ФАП) ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән, унда беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар. Яңы ФАП заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү һәм тикшереү өсөн айырым кабинеттар, прививка яһау һәм процедура кабинеттары йыһазландырылған, йылытыу үткәрелгән, һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин ителгән.

Косяковка ауылында ла яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. ФАП-тың барлыҡҡа килеүе һаулыҡ һаҡлау милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин була. Медицина учреждениеһында 715 кеше, шул иҫәптән 165 пенсионер һәм 188 бала хеҙмәтләндерелә. Яңы ФАП-та уларға квалификациялы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, иммунопрофилактика, иҫкәртеү тикшереүҙәре үткәреләсәк. Тиҙҙән ФАП-ҡа  электрокардиограф һәм дефибриллятор килә. Ишембай районында ла ауылда медицина ярҙамы әүҙем үҫешә. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советына ингән Ҡарайған ауылында 29 августа модулле ФАП барлыҡҡа килде.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңырталар
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңырталар
Автор: Римма Галимова
Читайте нас