Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
17 Октябрь 2025, 10:45

Яңы поликлиника заман талабы ине

Бынан 25 йыл эле ҡала яңы балалар поликлиникаһы сафҡа индерҙеләр. Үҙенең 47 йыл( ғүмерен балалар дауалауға бағышлаған балалар дауханаһының 4-се поликлиника мөдире Шәмсинур Закир ҡыҙы БҮЛӘКОВА менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

Яңы поликлиника заман талабы ине
Яңы поликлиника заман талабы ине

– Шәмсинур Закир ҡыҙы, һеҙҙе күптәндән белһәм дә, гел эшегеҙ турында һөйләштек, Үҙегеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.

– Стәрлебаш районының Мостафа ауылында тыуып үҫтем. Өфө медицина институтының педиатрия  бүлеген 1978 йылда тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡҡа килдем һәм әлеге ваҡытта ла үҙемдең һайлаған һөнәремә тоғро ҡалып бында эшләп йөрөйөм. Беҙ уҡыған йылдарҙа уҡ медицинала милли кадрҙарға ҙур иғтибар бүленде. Күп һабаҡташтарыбыҙ менән байтаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп эшләнек, эшләйбеҙ.

– Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙ үҫешә, ҡала менән бергә уның халҡы ла үҙгәрә.

– Ысынлап та, Курчатов урамынан ошо поликлиникаға күсеп килеүемәлә 25 йыл булып киткән. 2013 йылға тиклем беҙ ҡалала айырым медицина учреждениеһы булдыҡ, әле балалар дауаханаһына ҡарайбыҙ. Сирек быуыт элек был биҫтә яңы, төҙөлөп килгән ҡала өлөшө ине, шуға ул ваҡытта яңы, заманса поликлина төҙөү көн талабы булды. Яңы биҫтәлә яңы ғаиләләр барлыҡҡа, килде, балалар тыуҙы. Шуға ҡарар сығарылды, ул саҡта республика, ҡала етәкселеге ҙур көс һалды был эшкә, тантаналы асыуҙа үҙҙәре лә ҡатнашты. Хәҙер уйлайым да, әгәр мәлен файҙаланып ошо поликлиниканы асып ҡалмаһаҡ, бөгөн ҡала тағы үҫешкәнен иҫәпкә алып, мохтажлыҡтың ниндәй кимәлдә булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Эйе, ваҡыт тик тормай, быуындар үҙгәрә, ҡасандыр пациент булған балалар хәҙер үҙ емештәрен етәкләп килә – шуны күреү, күрә белеү ҙә үҙе бер бәхеттер. Үҙгәреү тигәндән, әлбиттә, хәҙер ата-әсәләр менән эшләүҙең үҙенсәлектәре лә бар, талаптар юғары – әммә уныһы инде айырым һүҙ.

– Балаларҙың сәләмәтлеге элекке йылдар менән сағыштырғанда айырыламы?

– Һуңғы йылдарҙа балалар араһында элек осраҡлы ғына булған ауырыуҙар артыуы һиҙелә, шәкәр диабеты, эпилепсия һәм башҡалар.  Барыһын да дауаларға, аңлатыу эштәре алып барабыҙ.

– Йәш белгестәргә ҡытлыҡ проблемаһы һеҙҙе лә урап үтмәйҙер...

– Хәҙер төрлө республика етәкселеге ярҙамы менән дәүләт программалары бар, йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ проекттарҙа, гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре етерлек. Шуға күрә медицинаны һайлағандар – һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар тип уйлайым. Иң мөһиме, үҙҙәрен уҡытып сығарған дәүләт алдындағы бурыс хаҡында онотмаһын ине йәштәр. Әлбиттә, йәштәрҙе ҡолас ташлап ҡаршы алырға әҙербеҙ!

– Биш тиҫтәгә яҡын ғүмерен балалар дауалауға арнаған табиптың хеҙмәте лайыҡлы баһаланғандыр?..

– Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамтолары һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡмын. Рәхмәт, етәкселек эшемде күреп баһалап килде, килә. Әммә эш  маҡтау ҡағыҙында ғына түгел бит, әгәр кемгәлер ярҙам итеүҙе, балаларҙы һауыҡтырыуҙы тормош мәғәнәм итеп тоймағанда ярты быуат ғүмерҙе бағышлап булыр инеме икән? Ошондай матур, ихлас, етеш республикала йәшәүебеҙ менән бәхетлемен! Быны һәр кем теләһен, ошо бәхетте һәр кем күрһен ине.

Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.

Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.

Яңы поликлиника заман талабы ине
Яңы поликлиника заман талабы ине
Автор: Римма Галимова
Читайте нас