Һаулыҡ һағында
11 Февраля , 11:55

ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!

Ҡалҡан биҙе кеше организмында ҙур роль уйнауын һәр кем белә. Уның төп функциялары булып матдәләр алмашыуына һәм энергия етештерелеүенә  булышыу, организмда йылылыҡ алмашыныуын көйләү тора. Стәрлетамаҡтың баш эндокринологы Гөлнара ӘЛИБАЕВА билдәләүенсә, ҡалҡан биҙе гормондары бөтә ағзаларҙа һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы, аҙыҡ эшкәртеү, лимфа һәм бәүел-енес системалары үҫешендә ҙур роль уйнай. Сабый тыуғандан һуң уның физик һәм аҡыл үҫешендә  ҡатнаша. Гөлнара Фәтих ҡыҙы ҡалҡан биҙе сирҙәренең ҡалабыҙҙа таралыу кимәле, уның тәүге билдәләре тураһында ла һөйләне һәм эндокринологҡа ҡасан барырға кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!
ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!

 

– Беҙҙә ҡалҡан биҙе сирҙәре ныҡ таралғанмы? Һеҙгә нисә йәштәгеләр мөрәжәғәт итә?

– Был хәүефле сирҙәрҙең киң таралыуы билдәле. Башҡортостан, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ та йодҡа ҡытлыҡ булған биләмәләрҙең береһе, шуға күрә йод етешмәүе менән бәйле сирҙәр ҙә күп. Төйөнлө боғаҡ шеше ҡалҡан биҙенә юлығыусыларҙың өстән берендә осрай, шулай уҡ төрлө шештәр  таралған, Грейвс сире лә (диффузлы токсик боғаҡ шеше) табылып тора. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙа ҡалҡан биҙе сирҙәре ир-ат менән сағыштырғанда ете тапҡырға күберәк асыҡлана. Был, бәлки, аҫыл заттың һаулығына иғтибарлыраҡ булыуынан, сәләмәтлеген нығыраҡ күҙәтеүенән, табиптарға йышыраҡ күренеүенән киләлер. Ғәҙәттә “ашығыс ярҙам” менән 18 йәштән алып өлкән йәштәге пациенттар килтерелә.

– Ә Эндокрин системаһының ниндәй сирҙәре йышыраҡ осрай?

– Һис шикһеҙ, шәкәр диабетын лидер тип атарға була, айырыуса икенсе типтағы диабет алда бара. Сир бик тиҙ аҙа, өҫтәүенә халыҡ араһында һимереү киң тарала. Йыш ҡына был ике патология бергә килә. Ҡалҡан биҙе сирҙәре араһында төйөнлө боғаҡ шеше, тиреоидиттар, гипотиреоз сирҙәре лә бар. Ультратауыш һәм лаборатория диагностикаһы үҫешеүе һөҙөмтәһендә хәҙерге ваҡытта был сирҙәрҙе ваҡытында диагностикалап та, дауалап та була. Статистикаға һәм шәхси күҙәтеүҙәремә ярашлы, гиперпаратиреоз сирен дауалауҙың еңелләшеүе, ваҡытында асыҡлағанда өҙлөгөүҙәргә юл ҡуйылмауы тураһында әйткем килә. Шулай уҡ бөйөр өҫтө биҙҙәре, остеопороз, гипофиз сирҙәре һирәгерәк булһа ла осрай.

Кемдәр эндокринолгия сирҙәре буйынса хәүеф төркөмөнә инә?

 – Әйтеп үткән һимереү билдәләре булғандарҙан тыш тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтсәнлек, алкоголь менән мауығыу, дарыуҙар ҡулланыу, насар туҡланыу, антидепрессантар, БАДтар һәм витаминдарҙы йыш эсеү, стрестар кеүек факторҙарҙы күрһәтергә була. Йоғонто яһап булмай торған факторҙарға нәҫелдән килгән күсәгилешлек, енес һәм йәш күрһәткестәре инә. Тимәк, ғаиләгеҙҙә эндокрин сирҙәренә дусар туғандарығыҙ булһа, эндокринологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Олоғайған һайын, айырыусы 50-55 йәштән һуң, эндокринолгия сирҙәре хәүефе арта ғына.

– Табипҡа барыуҙы тиҙләтеү өсөн ниндәй билдәләргә иғтибар итергә кәрәк?

– Бындай хәүефле билдәләр ифрат күп. Ауыҙ ҡороуы, көслө сарсау, бәүелдең йышайыуы, тән ауырлығы кәмеүе – табипҡа мотлаҡ мөрәжәғәт итеү өсөн сәбәп. Был билдәләрҙең шәкәр диабеты билдәһе булыуы ихтимал. Дөйөм хәлһеҙлек, даими йоҡо килеүе, бит, ҡул һәм аяҡ табандарының шешенеп тороуы, йөрәк ритмының боҙолоуы, сәс ҡойолоуы, өшөүсәнлек, ҡулдар ҡалтырауы, эс ҡатыуы йәки диарея – ҡалҡан биҙе сиренең башланыуын иҫкәртеүсе билдәләр. Шулай уҡ күрем циклының боҙолоуы, ауырға ҡала алмау, һөт биҙҙәренән бүлентектәр айырылып сығыуы табипҡа барыу өсөн тағы бер мөһим сәбәп. Күреүегеҙсә, эндокрин системаһы сирҙәренең билдәләре бик киң, һәр осраҡ шәхси мөнәсәбәт талап итә.

Ҡалҡан биҙе сәләмәтлеген нисек тикшерергә? Ниндәй анализдар бирергә кәрәк?

– Бының өсөн диагностиканың ике ысулы файҙаланыла: лаборатория һәм инструменттар ярҙамы. Лаборатор ысул ярҙамында ҡалҡан биҙе функцияһы тикшерелә, бының өсөн ТТГ анализына ҡан бирергә кәрәк. Ағзаның структураһын тикшереү өсөн ультратауыш аппараты ҡулланыла. Был ысулдар бер-береһен тулыландыра.

– Ниндәй иҫкәртеү саралары иң һөҙөмтәлеһе?

– Мин үҙ практикамда пациенттарҙы сәләмәт тормошҡа йүнәлеш алырға өгөтләйем. Сәләмәт һәм балансланған туҡланыу, тейешле күләмдә һыу эсеү, яҡшы йоҡо, даими физик әүҙемлек – гормональ системаның сәләмәтлеген тәьмин итеүсе мөһим ғәмәлдәр. Йод менән туйындырылған тоҙ ҡулланыу – сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең йоғонтоло ысулы. Тик йод тоҙҙары осоп сығып бөтмәһен өсөн тоҙҙо ябыҡ һауытта һаҡларға һәм аш-һыуға бешер алдынан ғына һалырға кәрәк, бары шул саҡта ғына уның файҙаһы булыуы мөмкин.

– Бер ерең дә ауыртып бимазаламағанда эндокринологҡа күренергәме-юҡмы?

– Асыҡланған сире булмаған йәш кешенең бер-өс йыл эсендә табипҡа күренеүе яҡшы. Бала табыуҙы планлаштырған йәш ҡатындарға шулай уҡ эндокринологҡа консультацияға барырға тәҡдим итер инем. 50-55 йәштән һуң йылына бер тапҡыр эндокринологҡа күренергә кәрәк, сөнки йылдар үткән һайын сир хәүефе арта. Әлбиттә, һәр осраҡ пациенттың үҙен нисек тойоуына, нимәгә зарланыуына, ниндәй ялыуҙары булыуына, ауырыу тарихына бәйләнгән. Шуға күрә ваҡытында, оҙаҡҡа һуҙмайса табипҡа күренеү зарур.

– Аныҡ яуаптарығыҙ һәм төплө кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт!

Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.

Фото ғаилә альбомынан алынды.

 

  

БЕЛЕШМӘ

Гөлнара Әлибаева табиптар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән. Атаһы  Фәтих Әхмәт улы – эндокринолог. Әсәһе Ғәзинур Исхаҡ ҡыҙы – табип-терапевт. Тормош иптәше, уролог Нил Аҡсулпанов менән ике бала үҫтерәләр.

Гөлнара бәләкәйҙән ата-әсәһе менән төнгө дежурствоваларҙа булғанда шәфҡәт туташтарының хеҙмәт нескәлектәрен күреп, үҙләштереп үҫә. Исхаҡ олатаһының Өфөлә күҙ табибы булып эшләгән бер туған апаһы Фирҙәүес Әбделхәҡ ҡыҙы Гөлнараның медицинаға һөйөү уятҡан остазы була. Ошо династиянан килгән етди һөнәргә ул бәләкәй сағынан ғашиҡ булыуы  ҡалабыҙҙың 12-се мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт медицина университетына килтерә лә инде. Мәктәптә уҡыған сағында Гөлнара “Мираж” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, бөтә Башҡортостанды урап сыға тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Юғары уҡыу йортон дауалау эше буйынса тамамлағас, 2008-2010 йылдарҙа БДМУ-ның эндокринология кафедраһында клиник ординатура үтә. Уға Өфөнөң 21-се дауаханаһының эндокринология бүлегендә лә практика үтергә тура килә. Үҙенең ғилми етәксеһе, профессор, медицина фәндәре докторы Татьяна Вячеславовна Моругованың эш алымы эндокринолог һөнәрен һайларға булышлыҡ итә. 2009 йылдан алып бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһында табип-эндокринолог булып эшләй. Клиник ординатураны тамамлағандан һуң бер йыл 2-се Республика клиник  дауаханаһында  табип-эндокринолог була, һуңынан 2011 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө ҡала дауаханаһында табип-эндокринолог, эндокринология бүлеге мөдире булып эшләй, аҙаҡ 3-сө дауахана 2-се ҡала  дауаханаһы менән берләштерелә. 2023 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем ҡалабыҙҙың 1 ҡала клиник дауаханаһында табип-эндокринолог, эндокринология бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.

2015 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһында емешле хеҙмәте өсөн Стәрлетамаҡ ҡала Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!
ҠАЛҠАН БИҘЕ ОРГАНИЗМ ӨСӨН ҠАЛҠАНДАЙ УЛ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас