БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Гранты РБ» мәғлүмәт порталына 229 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың күбеһе – 171-е «Әүҙем республика» номинацияһына дәғүә итә. «Татыу республика» һәм «Яҡшы күршеле республика» бүлектәренә 29-шар проект бирелгән.