Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
19 Июль 2019, 15:56

Кандидатуралар күрһәтеү

Кандидатуралар күрһәтеү2008 йылдың 10 июнендәге “Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә ярҙам күрһәтеү тураһында” 76-сы Федераль законға ярашлы, 2019 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһы башлана.

Дөйөм Рәсәй, төбәк-ара, төбәк йәмәғәт бе-рекмәләренә республика комиссия составына кандидатуралар күрһәтеүҙә ҡатнашырға һәм 60 көн эсендә РФ Йәмәғәт палатаһы секретары В.А.Фадеев исеменә тейешле ғариза, шулай уҡ Федераль законда күрһәтелгән документтар ебәрергә тәҡдим ителә. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы булдырыу тәртибе тураһында һәм кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт РФ Йәмәғәт палатаһының http://www.oprf.ru сайтында урынлашҡан.
Белешмә өсөн телефон: 8 (495) 221-83-63 2152.
В.А.ФАДЕЕВ,
РФ Йәмәғәт палатаһы секретары.
Читайте нас: