Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
19 Июль 2019, 15:34

Теркәлгән кандидаттар иғтибарына!

Теркәлгән кандидаттар иғтибарына!2019 йылдың 22 июлендә “Ашҡаҙар” гәзитендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына һайланыуҙа теркәлгән кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу өсөн түләүһеҙ баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә.

Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт) 201-се бүлмәлә 14.00 сәғәттә башлана.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 233-233.
***
2019 йылдың 22 июлендә “Ашҡаҙар” гәзитендә һайлау алды агитацияһы материалдарын урын-лаштырыу өсөн түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт) 201-се бүлмәлә 14.00 сәғәттә башлана.
Йәрәбә 2019 йылдың 17 июлендә БР Үҙәк һай-лау комиссияһының 103/9 – 6 номерлы ҡарарына ярашлы уҙғарыла.
Документтың 2.4 пунктына ярашлы, түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбәлә 2019 йыл 22 июль 12 .00 сәғәткә тиклем редакцияға яҙма заявка биргән теркәлгән кандидаттар, вәкәләтле вәкилдәр ҡатнаша. Түләүле баҫма майҙандың дөйөм күләме (5059,2 кв.см., йәғни 6,4 гәзит битен) тәшкил итә.
Йәрәбәлә теркәлгән кандидаттар йәки уларҙың вәкәләтле вәкилдәре ҡатнаша ала. Вәкәләтлек теркәлгән кандидаттың ҡултамғаһы менән раҫланырға тейеш.
Заявка биреп тә, теркәлгән кандидаттарҙың вәкилдәре булмаһа, йәрәбә тартҡанда улар урынына редакциянан вәкил ҡатнашырға мөмкин. Йәрәбә кандидаттар теркәлгән хронологик тәртипкә ярашлы үткәрелә.
Заявка редакцияның адресына ебәрелә:
453124, Башҡортостан Республикаһы,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Комсомол урамы, 82,
Белешмә өсөн телефон: 8(3473) 25-18-57. Редакцияның яуаплы вәкиле – Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы.
Читайте нас: