Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
24 Июль 2019, 14:09

Һайлау участкаһы эшенә ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыш ҡырҡа бөтөрөләсәк – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы

Һайлау участкаһы эшенә ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыш ҡырҡа бөтөрөләсәк – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһыҺайлау участкаһы эшенә ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыш ҡырҡа бөтөрөләсәк, тип белдерҙе журналистарға Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

«Ошондай теләһе ниндәй ҡыҫылыштар ҡырҡа бөтөрөлһөн өсөн мөмкин тиклем бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һайлау системаһы иҫәбенә үҙҙәренә ниндәйҙер дивиденд, мәрәй эшләргә теләүселәргә юл ҡуймайбыҙ», — тип билдәләне ул.
8 сентябрҙә Өфөлә 410 һайлау участкаһын видеокамералар менән тәьмин итәләр. Барлығы 69 территориаль һайлау комиссияһы ла видекамералар менән йыһазландырыласаҡ.
Тотош республика буйынса 225 һайлау бюллетенен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡулланыласаҡ.
«Был ҡиммәтле һәм, һис шикһеҙ, ҙур техник саралар», — тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.
өйөм алғанда Башҡортостан башлығын һайлауҙы уҙғарыуға республика бюджетынан 500 миллион һум бүленгән. Матбуғат конференцияһында Илона Макаренко билдәләүенсә, 8 сентябрҙә «таҙа һайлауҙар» буласаҡ тип күп тапҡыр әйтелде.
«Мин, моғайын, идеалист кешелер, әммә сиртеү менән теләгәнсә булмағанын аңлайым. Һайлауҙарҙың ысынлап та ғәҙел, таҙа һәм асыҡ асыҡ булыуына килтерһен өсөн төрлө алымдарҙың тупланыуы кәрәк», — тип иҫәпләй Макаренко.
Һүҙ тәү сиратта майҙан алып һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу тураһында бара. Дөйөм алғанда ул хәл иткес тауышҡа эйә 28 меңдән ашыу участка комиссияһы ағзаһы.
«Таҙа һайлауҙарға» әҙерлек сиктәрендәге эш өсөн мөһим йүнәлеш – күҙәтеүселәрҙе күрһәтеү һәм уларҙы тауыш биреү көнөнә әҙерләү мәсьәләләре буйынса эш.
«Күп һөйләнелгән административ ресурс булырға тейеш, — тип иҫәпләй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. — Муниципалитеттар 8 сентябрь ысын ваҡиғаға әйләнһен өсөн мөмкинлек тиклем барыһын да эшләргә тейеш. Тәжрибәле, хөрмәт ҡаҙанған хакимиәт башлығы һайлаусы участкаға килеп тауыш бирһен өсөн бар тырышлығын һала ала тип ышанам», — тип йомғаҡланы ул.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан башлығы вазифаһына 11 кандиаттан һигеҙ кеше теркәлгән.
Уларҙан — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Радий Хәбиров, ЛДПР-ҙан – Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – Юрий Игнатьев, КПРФ-тан – Юнир Ҡотлоғужин, «Граждандар көсө»нән – Владимир Барабаш, Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһынан – Владимир Кобзев, «Яблоко»нан – Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан – Рәфис Ҡадиров.
Урындағы һайлауға республикала 15 меңдән ашыу кандидат теркәлгән.
Был көндө, 8 сентябрҙә, 9-сы Ҡояшлы һайлау округы һәм 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлау уҙа. Ике округ буйынса 14 кандиат тәҡдим ителгән, һәр округта бишешәр теркәлгән.
Читайте нас в