Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
5 Август 2019, 19:20

Ҡайҙа тауыш бирергә?

2019 йылдың 8 сентябрендә һеҙ ниндәйҙер сәбәп менән теркәлгән урындан (өйҙән) ситтә булһағыҙ, борсолмағыҙ, республикала башҡа урында ла Башҡортостан Башлығын һайларға мөмкин.

Мәҫәлән, барған урынығыҙҙа уңайлы һайлау урынын билдәләгеҙ һәм ғариза яҙығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт булыуы – мотлаҡ.
Ғаризаны 24 июлдән алып 4 сентябргә тиклем – теләгән территориаль һайлау комиссияһында, Күп функциялы үҙәктә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” берҙәм порталы (www.gosuslugi.ru) аша, ә 28 августан 4 сентябргә тиклем теләгән һайлау участкаһында ла яҙырға була. Әгәр ҙә ғариза яҙып өлгөрмәһәгеҙ, һеҙ был эште 5 сентябрҙән алып 7 сентябргә тиклем теркәлгән урынығыҙҙа һайлау участкаһында башҡара алаһығыҙ.
Әйткәндәй, барлыҡ һорауҙарығыҙҙы “ҡыҙыу линия”ның 8-800-347-54-54 һандарына шылтыратып бирергә мөмкин.
Читайте нас: