Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
6 Август 2019, 13:37

Башҡортостан Башлығын һайлау тураһында нимәләр белергә кәрәк

2019 йылдың 8 сентябрендә йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы билдәләнәсәк – Башҡортостан халҡы төбәк Башлығын һайлаясаҡ.

Тауыш биреүҙә ниндәй үҙгәрештәр бар?

Иң төп яңылыҡ – һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн быйылдан барлыҡ һайлау участкаларының эш ваҡыты оҙайтылды – хәҙер улар иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем эшләйәсәк. Республиканың 18 йәше тулған һәр кешеһе үҙ тауышын бирә ала. Үҙегеҙ менән паспорт алырға онотмағыҙ, был – мотлаҡ талап!

Халыҡты һайлау участкаларында ниндәй яңылыҡтар көтә?

Быйыл ҡала һәм район башлыҡтарына һайлауҙы «байрам кеүек» үткәрергә ҡушылды. Был хаҡта журналистарға республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне. Һайлау участкаларында, быға тиклем даими ойошторолған сауҙа һәм концерттан тыш, башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҙа көтөлә. Ғәҙәттә, һайлау комиссиялары был йәһәттән үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек республиканың бер районы етәкселеге тауыш биреү участкаһына иң тәүге булып килгән һайлаусыға үҙенсәлекле бүләк – тере ҡаҙ тапшырҙы. Шулай уҡ һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашыусы йәштәргә лә ҙур булмаған иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнә.


Әгәр мин теркәү урыны буйынса йәшәмәһәм, нимә эшләргә?

Һеҙ тауыш биреү участкаһын үҙаллы һайлау хоҡуғына эйәһегеҙ. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сервисы йәки:

– 24 июлдән 4 сентябргә тиклем күп функциялы үҙәк, территориаль һайлау комиссияһы;

– 28 августан 4 сентябргә тиклем ниндәй ҙә булһа участка һайлау комиссияһы;

– 5 сентябрҙән 7 сентябрҙең 14.00 сәғәтенә тиклем теркәү урыны буйынса участка һайлау комиссияһы (ғәҙәттә, үҙегеҙ тауыш биргән урын) аша ғариза бирергә кәрәк.

Быйылғы йылдан Мәскәүҙә лә тауыш биреп була. Рәсәйҙең баш ҡалаһында «Һанлы участка» сервисы ғәмәлгә инә, әле уға 30 нөктә тоташҡан.

Барлыҡ һайлау комиссияларының адресын bashkortostan.izbirkom.ru сайтының «Үҙ участкаңды тап» бүлеге йәки 8-800-347-54-54 телефоны аша белешергә мөмкин.


Өйҙән тауыш бирергә мөмкинме?

Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына бара алмайһығыҙ икән, өйҙә, дауаханала, шифаханала һәм башҡа урындарҙа тауыш бирергә хоҡуҡлыһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә участка һайлау комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә йәки шылтыратырға кәрәк. Быны 29 августан һуң эшләргә мөмкин, әммә 2019 йылдың 8 сентябренең 15.00 сәғәтенән һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк. Тауыш биреү көнөндә һеҙгә участка һайлау комиссияһы ағзалары күсмә йәшник менән килеп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәүгә мөмкинлек бирәсәк.


Кандидаттар кемдәр?

Июль уртаһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар теркәүҙе тамамланы. Ун бер кешенең һигеҙе урындағы депутаттарҙан кәрәкле күләмдә ҡултамғалар йыйыуға өлгәште. «Йәшелдәр» партияһынан күрһәтелгән Өфө моделе Сания Тимасова үҙ теләге менән ғариза яҙып, дистанциянан сыҡты, ике дәғүәсе йыйылған ҡултамғаларҙа етешһеҙлектәрҙең күп булыуы арҡаһында теркәү үтә алманы.

Һөҙөмтәлә һайлауҙа түбәндәге кандидаттар ҡатнаша:

– Владимир Барабаш, 39 йәш. «Ҡала проекттары үҫеше фонды» директоры. «Гражданлыҡ көсө» сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән.

– Зөлфиә Ғайсина, 39 йәш. «Лазурный» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы идараһы рәйесе. «Яблоко» партияһынан тәҡдим ителгән.

– Юрий Игнатьев, 43 йәш. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. «Ғәҙел Рәсәй» партияһы күрһәткән.

– Рәфис Ҡадиров, 64 йәш. «Джи Ти Эл» президенты. «Рәсәй патриоттары» партияһынан тәҡдим ителгән.

– Владимир Кобзев, 50 йәш. «Башфото.Ру» директоры. «Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн» партияһы тарафынан күрһәтелгән.

– Юнир Ҡотлоғужин, 61 йәш. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. «Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы» тәҡдим иткән.

– Иван Сухарев, 41 йәш. Рәсәй Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи берләшмәләр һәм дини ойошмалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары. «ЛДПР» партияһы тарафынан күрһәтелгән.

– Радий Хәбиров, 55 йәш. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан тәҡдим ителгән.

Һәр кандидат тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте һайлау участкаларында, шулай уҡ республика Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының www.bashkortostan.izbirkom.ru «Һайлау-2019» бүлегендә табырға мөмкин.


Һайлауҙан һуң нимә буласаҡ?

Һайлау комиссияһы тауыш биреү һөҙөмтәләрен рәсми рәүештә иғлан иткәндән һуң инаугурация датаһы билдәләнәсәк. Унда яңы һайланған Башҡортостан Республикаһы Башлығы халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы конституцияларына тоғро хеҙмәт итәсәге хаҡында ант бирә. Анттың йөкмәткеһе түбәндәгесә:

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарыу барышында Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген һаҡларға һәм нығытырға, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы конституцияларын теүәл үтәргә, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иреген гарантияларға ант итәм».

Ошонан һуң ғына яңы һайланған Башлыҡ үҙ вазифаһын рәсми башҡара башлай.
Читайте нас: