Рейд барышында комиссия ағзалары пан-дустарҙың, таянғыстарҙың, баҫҡыстарҙың ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы булыуын тикшереп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү юлдарын тәҡдим итте. Тикшереү барышында ҡайһы бер һайлау участкалары алдында инвалидтарға машина ҡуйыу урыны юҡлығы, пандустарҙың үтә бейек булыуы, насар күргәндәр өсөн иҙәнгә махсус һыҙаттар һалынмауы асыҡланды.
Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәрен тормош күҙлегенән сығып баһаланы. Мәҫәлән, әгәр пандус төҙөү мөмкинлеге юҡ икән, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ярҙамға саҡырыу өсөн «төймә» ҡуйырға, ирекмәндәрҙе йәлеп итергә мөмкин.
Эшсе төркөм артабан да һайлау участкаларында тыуҙырылған уңайлы мөхиттең әҙерлек кимәлен тикшереүҙе дауам итәсәк.