7 ҡала округында, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта ла, 54 районда, 10 ҡала биләмәһендә, 41 ауыл биләмәһендә депутаттар һайлау көтөлә. Йәмғеһе 1690 мандат алмаштырыу көтөлә.
Һайлау алдынан төрлө сәйәси партиялар төрлө алым ҡулланып әҙерләнә. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, алдан һайлау үткәрә йәки партия эсендә кандидаттар араһынан лайыҡлыларын алдан билдәләйҙәр һәм сентябрҙә төп һайлауҙа нәҡ ошо кандидаттар ҡатнаша. Башҡортостанда алдан һайлауҙа көсөн һынап ҡарар өсөн 4682 кандидат ғариза яҙған.
Элек кандидаттар бер-береһенә күҙмә-күҙ ҡарашып, бәхәс ҡора, фекерҙәрен яҡлай ине, тик пандемияға бәйле, быйыл көслө кандидаттарҙы праймериз электрон рәүештә үтә.