«Кем тауыш биргән мөһим түгел, ә нисек һанаясаҡтары мөһим». Был тезисты Бөтә Рәсәй тауыш биреү ойоштороуға ҡаршы байкот яһаусыларҙан йыш ишетергә тура килә. Уларҙың фекеренсә тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡ һайлаған вариантҡа тап килмәй. Әммә Бөтә Донъя һайлау хоҡуҡтары тарихы киреһен дәлилләй, - ти Валех Аббасов.
«Бөтә Донъя һайлау хоҡуҡтары тарихына күҙ һалғанда, кешеләр кем өсөн тауыш бирә, шуны халыҡ һайлай. Украинаға ҡарағыҙ. Кемдәр Зеленскийҙы һайланы? Әрмәнстанда Пашинянды кем һайланы? Уларҙы халыҡ һайланы. Сөнки бик күп кеше килде.
Әгәр ҙә һеҙ килешмәйһегеҙ икән, ”юҡ” тип тауыш бирегеҙ, әгәр ҙә риза булһағыҙ, риза булыуығыҙҙы белдерегеҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙән, ил граждандарынан тора. Әйҙәгеҙ бөтәбеҙҙә үҙ тауышыбыҙҙы бирәйек!»
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙең 1 июлдә үтәсәге тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо уңайҙан 1 июль ял көнө итеп иғлан ителде. Коронавирус таралыуын булдырмаҫ өсөн Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә бәйле тауыш биреү Роспотребнадзор билдәләгән бөтә талаптар буйынса ойоштороласаҡ.