Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
16 Июнь 2020, 18:32

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүенә әҙерлек осоронда ялған мәғлүмәттәр артты.

“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә таратылған хәбәрҙәргә анализ яһаны.Ойошманың докладында билдәләнеүенсә, 2020 йылдың ғинуарынан алып киң мәғлүмәт сараларында һигеҙ мең мәҡәлә һәм тауыш биреү тураһында 62 мең хәбәр донъя күргән. Социаль селтәрҙә иһә миллионлаған мәғлүмәт урынлаштырылған. “Үҙҙәрен эксперт, “йәмәғәтселек фекере лидерҙары” тип атаған әҙәмдәр тауыш биреүҙе, шулай уҡ әлеге конституцион реформаны дискредитациялау өсөн йәмәғәтселек фекерен бутарға тырыша”, – тине “Граждандар контроле” ассоциацияһының рәйестәше, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы ағзаһы Александр Брод.

– Иң таралған алдау алымдарының береһе тауыш биреүҙең асыҡлығына ҡамасаулаған сикләүҙәрҙең ғәмәлгә индерелеүенә ҡағыла. Мәҫәлән, күптән түгел тауыштарҙы иҫәпләгәндә журналистарҙы индереүҙе тыйыу хаҡында ялған хәбәр тараттылар. Асылда иһә, киң мәғлүмәт саралары әүәлгесә комиссия ағзаларының ғәмәлдәрен һәм участкаларҙағы хәлде ҡаршылыҡһыҙ күҙәтә ала”.
Александр Брод әйтеүенсә, ҡайһы бер “эксперттар” Конституцияға төҙәтмәләрҙең мәғәнәһен күрәләтә боҙорға, ошо рәүешле уларға кире ҡараш тыуҙырырға тырыша. Тауыш биреү йомғаҡтарының дөрөҫлөгөнә шик тыуҙырыу маҡсатында намыҫһыҙ сәйәсмәндәр һәм шикле “эксперттар” бындай ғәмәлдәрен артабан да дауам итәсәк, шуға күрә таратылған мәғлүмәтте айыҡ аҡыл менән һәм тәнҡит күҙлегенән сығып баһалау мөһим.
Мәскәү педагогия дәүләт университетының Тарих һәм сәйәсәт институты директоры урынбаҫары Владимир Шаповалов билдәләүенсә, “һәр һайлауға мотлаҡ Көнбайыштан ҡыҫылырға тырышалар, Рәсәйҙә һуңғы айҙа ғына фейк мәғлүмәттәр һаны 10 тапҡырға артҡан”. Хоҡуҡ яҡлаусы Эйнарс Граудиньштың фекеренсә, конституцион реформаның төп маҡсаты – Рәсәй дәүләтселеген нығытыу, шуға күрә илгә ҡаршы мәғлүмәти һәм психологик элементтарҙан торған “гибрид һуғыш” асыла.
“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының “Фейк картина” доклады менән https://nom24.ru/dok_lists һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Читайте нас