Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
25 Июнь 2020, 13:20

Политолог ниндәй фекерҙә?

Политолог Евгений Соболев 1 июлдә уҙасаҡ Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһында республика халҡының нисек ҡатнашасағына бәйле үҙ фекерен белдерҙе. Ул уртаса булыр тип көтөлә.

"Башҡортостанда был күрһәткес 50-65 процент тәшкил итер тип күҙаллана. Тик ҡалаларҙа, айырыуса Өфөлә, республика менән сағыштырғанда күпкә кәм булыр, сөнки, ғәҙәттә, һайлау сентябрҙә уҙа, һөҙөмтәлә уҡырға килгән студенттар дәррәү ҡатнашҡас, юғары күрһәткес тәьмин ителде. Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының иғтибары буласаҡ парадҡа һәм тауыш биреүгә йүнәлтелгән булһа ла, барыбер тауыш биреүҙә әүҙемлеккә инфекцияның кире йоғонто яһау ихтималлығы бар", – ти Евгений Соболев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү уҙасаҡ. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдең Төп Законына үҙгәрештәр индереү йәһәтенән халыҡтың фекерен белеү тураһында ҡарары нигеҙендә уҙғарыла. Башҡортостанда участкалар урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Уларҙа коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу буйынса барлыҡ саралар күреләсәк: тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә битлек, бирсәткә, ручка бирелә, шуға ла бер ҙә ҡурҡмайынса мөһим сарала ҡатнашып, үҙ фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: