Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
2 Июль 2020, 21:30

КҮПСЕЛЕК “ЭЙЕ” ТИНЕ

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтте.Рәсәй йәмғиәте өсөн Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү үҙенсәлекле ваҡиғаға әүерелде. Быға бәйле, кампания барышы ла, уға әҙерлек тә башҡасараҡ булды. Әлибиттә, бик күптәр бер көн түгел, ә үҙ тауышыңды бирер өсөн бер аҙна ваҡыт бирелеүе менән ҡәнәғәт ине. Күптәр тәүге көндәрҙә үк үҙ тауышын бирҙе лә инде. Һуңғы көнгә тиклем уйланыусылар ҙа булды.

Ил буйынса ла, Стәрлетамаҡта ла мөһим ваҡиға бәлә-ҡазаһыҙ, тыныс шарттарҙа үтте. Һәр ваҡыттағыса етәкселәр, билдәле шәхестәр участкаларға иң тәүгеләр рәтендә барып, тауыш бирҙе. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов социаль селтәрҙәрендәге үҙ сәхифәһендә Конституцияла үҙгәрештәр индереү яҡлы булыуы хаҡында 1 июлгә тиклем үк хәбәр иткәйне.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡта 122 участка эшләне, улар араһында алтыһы тауыштарҙы медицина учреждениелары һәм тәфтиш изоляторында ябыҡ режимда ҡабул итте. 93 тауыш биреү урынында буфеттар ойошторолдо, төрлө акциялар үтте. Мәҫәлән, “Рәхмәт” акцияһы сиктәрендә сағыу төҫтәге беләҙек бирелде. Уның ярҙамында акцияла ҡатнашыусы махсус магазиндарҙа ташлама менән тауарҙар һатып ала алды. Ә музей һәм картиналар галереяһына бушлай инеү мөмкинлеге бар ине.

Тауыш биреү ҡалабыҙҙың ҡайһы бер биҫтәһендә үҙенсәлекле итеп тә ойошторолдо. Мәҫәлән, Шахтау ҡасабаһында йәшәүселәр тауыш та бирҙе, футбол да уйнаны, концерт та ҡараны. Улай ғына ла түгел, тауыш биреү асыҡ һауала ойошторолдо.
Бында сара һабантуйҙағы кеүек гөрләп торҙо. Төп сәхнәлә ижади коллективтар концерт күрһәтһә, футбол майҙанында “Надежда” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шөғөлләнеүселәр туп типте.
...Әлбиттә, иң мөһиме: һөҙөмтәләр нисек – барыһын да ошо мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра. Ғөмүмән алғанда, Башҡортостанда тауыш биреүселәрҙең 90 процентынан ашыуы участкаларға килгән, 30 йәшкә тиклем тауыш биреүселәрҙең 80 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Төҙәтмәләр индереү буйынса 2 448 685 кеше ризалыҡ белдергән (88,68 процент), ә 292 701 кеше (10,6) быға ҡаршы. Стәрлетамаҡта 181761 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашҡан (88,19 процент), 77,14 процент «риза», ә 22,3 проценты «юҡ» тип үҙ фекерен белдергән.Рәсәй кимәлендә иһә 78 процентҡа яҡын тауыш биреүселәр “эйе” тигән билдә ҡуйған.
Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас: