1. Ниндәй һайлауҙар тураһында һүҙ бара?
13 сентябрҙә Башҡортостанда яңы һайлауҙар уҙасаҡ. Асылда, улар республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәргә ҡағыла. Өфөнөң Совет районы халҡы, Белорет һәм Межгорьела йәшәүселәр үҙ төбәктәренән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы депутаттар һайлаясаҡ. Барлыҡ ҡалаларҙа (Өфөнән тыш), район һәм ауыл биләмәләрендә урындағы Советтарға һайлау уҙасаҡ. Межгорьела урындағы Советҡа өҫтәмә һайлау үтәсәк. Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, барлығы 1762 депутат мандатын алыштырыу планлаштырыла, шуларҙың 903-ө муниципаль район советтары депутаттарын һайлауға ҡағыла. Республиканың 13 сентябргә 18 йәше тулған һәр кешеһе һайлауҙа ҡатнаша һәм үҙ тауышын бирә ала.
2. Үҙ участкаңды нисек табырға?
Үҙ участкаңды һайлау комиссияһына шылтыратып та, интернетта «Үҙ участкаңды тап» сервисы ярҙамында ла асыҡларға мөмкин. Бының өсөн РФ Үҙәк һайлау комиссияһының cikrf.ru сайтына инегеҙ, «Һанлы сервистар» ҙур баннеры буйынса үтегеҙ һәм «Һайлау комиссиялары һәм референдум комиссиялары тураһында мәғлүмәт биреү» тигән урынға баҫығыҙ. Унда үҙ районығыҙҙы, тораҡ пунктығыҙҙы, урамығыҙҙы, адресығыҙҙы һәм, әгәр бар икән, фатирығыҙ һанын индерегеҙ — аҡыллы система һеҙгә адресты, телефонды, картала урынлашҡан урынды һәм хатта һайлау комиссияһы составын күрһәтәсәк.
3. Кандидаттарҙың кем булыуын ҡайҙан белергә?
Үҙ адресыңды индереп, кандидаттарҙың тулы исемлеге менән танышыу мөмкин булған берҙәм сервис республикала әлегә юҡ. Шуға күрә ике төрлө вариант менән ҡулланырға мөмкин:
1) Участкаға килергә һәм кандидаттар тураһындағы белешмәне мәғлүмәт стендтарынан уҡырға – улар күптән урынлаштырылған.
2) Үҙәк һайлау комиссияһының bashkortostan.izbirkom.ru рәсми сайтына инергә, «Һайлауҙар һәм референдумдар» бүлегенә (ул өҫтә горизонталь плашкала урынлашҡан) үтергә, асылған исемлектә үҙ районыңды һайларға. Артабан система һеҙҙән рәсемдәге һандарҙы индереүҙе һораясаҡ: был —һеҙҙең робот түгел икәнлегегеҙҙе асыҡлау өсөн хәүефһеҙлек нормаһы. «Ебәрергә» тигән төймәгә баҫҡас, һеҙ «Кандидаттар тураһында белешмәләр» йәки «Кандидаттар исемлеге тураһында белешмәләр» бүлеген күрәсәкһегеҙ. Бөтә процедура ике-өс минуттан артыҡ ваҡытығыҙҙы алмаясаҡ.
3) Кандидаттар тураһында ҡыҫҡартылған белешмәләр, әлбиттә, бюллетендәрҙә лә буласаҡ.
4. Осраҡлы рәүештә бюллетенде боҙғанда, яңыһын һорарға мөмкинме?
Быға хоҡуғығыҙ бар! Был үтенес менән һеҙгә участка һайлау комиссияһы ағзаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙгә яңы бюллетень бирәсәктәр һәм ҡултамға ҡуйыуығыҙҙы һораясаҡтар. Боҙолған бюллетенде шунда уҡ билдәләп ҡуясаҡтар. Ләкин бындай хоҡуҡ күп тапҡыр бирелә алмай.
Йәнә шул: бындай хоҡуҡ бюллетенде тауыш биреү тартмаһына төшөргәнгә тиклем генә бирелә.
5. Кандидаттан юлдарҙы ремонтлауҙарын һорағым килә. Уға һайлау комиссияһы ағзалары аша мөрәжәғәт итергә мөмкинме?
Юҡ, һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреү процедураһын үткәреүҙе генә әҙерләй һәм ярҙам итә, ә депутатлыҡҡа кандидаттарға мөрәжәғәттәрҙе тапшырырға уларҙың хоҡуғы юҡ.
6. Сәләмәтлегем торошо буйынса тауыш бирергә бара алмайым. Комиссия ағзаларын өйгә саҡыртырға мөмкинме?
Эйе, ундай хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн теләһә ниндәй уңайлы ысул менән үҙегеҙҙең һайлау комиссияһына ғариза бирергә кәрәк. Ғариза яҙырға, шылтыратырға йәки быны эшләүҙе берәйһенән – күршегеҙҙән, танышығыҙҙан, социаль хеҙмәткәрҙән һорарға мөмкин.
Ғаризаны бөгөн үк бирергә була, әммә тауыш биреү ваҡыты тамамланырға алты сәғәттән дә һуңға ҡалырға ярамай. Йәғни йәкшәмбе көндөң, 13 сентябрҙең, 12 сәғәтенә ҡәҙәр. Тауыш биреү көнөндә һеҙгә өйҙә паспорт менән булырға һәм участка һайлау комиссияһы ағзаларының тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән килеүен көтөргә кәрәк.
Ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа шулай уҡ 11 һәм 12 сентябрҙә тауыш бирергә лә мөмкин буласаҡ. Һайлау тураһындағы яңы закон урындағы комиссияларға шундай ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бирә. Быны үҙегеҙҙең участка комиссияһына шылтыратып асыҡлағыҙ.
7. Был көндө командировкала булған осраҡта нимә эшләргә?
Һайлауҙар тураһындағы законда ҡала һәм район советтары депутаттары өсөн алдан тауыш биреү хоҡуғы биргән бер нисә нигеҙле сәбәп бар. Улар – отпуск, командировка, эш көнө (кемдер ял көндәрендә лә эшләй), дәүләт һәм ижтимағи бурыстарҙы үтәү, сәләмәтлек торошо һәм башҡа нигеҙле сәбәптәр.
Был осраҡта түбәндәгесә эш итергә мөмкин: һеҙ үҙегеҙҙең һайлау участкаһына киләһегеҙ, ғариза яҙаһығыҙ, унда етди сәбәпте күрһәтәһегеҙ, бюллетень алаһығыҙ һәм тултыраһығыҙ. Ләкин уны тауыш биреү йәшнигенә һалмайһығыҙ, ә комиссия секретарына бирәһегеҙ. Ул уны үтә күренмәгән конвертҡа һала һәм тауыш биреү көнөнә ҡәҙәр һаҡлай.
Ваҡытынан алда тауыш биреү 2 сентябрҙә башланды. Ул эш көндәрендә, ҡағиҙә булараҡ, 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем уҙа.
Нигеҙле сәбәптәрҙе документтар менән раҫлау кәрәкмәй – ғариза ла етә.
8. Һайлауҙарҙа видеокамералар буласаҡмы?
Юҡ, видеокүҙәтеү ғәҙәттә федераль күләмдәге – ил Президенты йәки Дәүләт Думаһына һайлауҙар уҙғанда ғына ҡулланыла. Эш шунда, камераларҙы урынлаштырыу һәм хеҙмәтләндереү бик ҡиммәт, бының өсөн бер нисә миллион һум аҡса сарыф итергә кәрәк.
Уның ҡарауы, ете ҡалала һәм 26 районда 132 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) эшләйәсәк. Был аҡыллы ҡорамал үҙе үк тауыштарҙы сканерлай һәм тауыш биреү тамамланғандан һуң шунда уҡ уның һөҙөмтәләрен бирә. Йәғни барлыҡ бюллетендәрҙе лә ҡулдан һанау талап ителмәй.
9. Һорауҙар тыуһа,
ҡайҙа шылтыратырға?
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы «ҡыҙыу линия» асты. Үҙәк һайлау комис-сияһы ағзалары һәм аппарат хеҙмәткәр-ҙәре һеҙҙең бөтә һорауҙарығыҙға
(347) 280-95-06 һәм (347) 280-96-34 телефондары буйынса яуап бирәсәк.
«Ҡыҙыу линия»ның эш ваҡыты:
10 сентябргә тиклем: 10.00 - 17.00.
11-12 сентябрҙә: 08.00 - 20.00.
13 сентябрҙә: 07.00 - 21.00.
14-15 сентябрҙә: 10.00 - 17.00 сәғәттәрҙә.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе
[email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.