Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
2 Август 2023, 10:04

Теркәлгән кандидаттар иғтибарына!

2023 йылдың 3 авгусында “Ашҡаҙар” гәзитендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға етенсе саҡырылыш  епутатлыҡҡа һайланыуға теркәлгән кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу өсөн түләүһеҙ һәм түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелә.

Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең 201-се булмәһендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт, 2-се ҡат) 15.00 сәғәттә башлана. Йәрәбә БР Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарарына ярашлы уҙғарыла.

Түләүһеҙ һәм түләүле баҫма майҙандың дөйөм күләме, түләүле агитация материалы өсөн кв. см хаҡы тураһында мәғлүмәт “Республика Башкортостан” гәзитенең 2023 йылдың 8 июлендә сыҡҡан 82-се һанында күрһәтелгән.

Йәрәбәлә теркәлгән кандидаттар йәки уларҙың вәкәләтле вәкилдәре ҡатнаша ала. Вәкәләтлек теркәлгән кандидаттың ҡултамғаһы менән раҫланырға тейеш.

Йәрәбә кандидаттар теркәлгән хронологик тәртипкә ярашлы үткәрелә.

Белешмә өсөн телефон: 8 (3473) 25-18-57, 8-917-769-60-50, 8-927-311-48-48.

Редакцияның адресы: 453124, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Комсомол урамы, 82, 313-сө бүлмә.

Е-mail: [email protected].

Редакция.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: