- Һайлауҙарҙа үҙемде белгәндән алып атай-әсәйҙәр менән бергә ҡатнашҡанымдан уҡ иҫләйем. Ваҡыты еткәс һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы менән үҙебеҙ ҙә файҙалана башланыҡ, был һәр кеше өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлап беҙ биш йылға республиканың киләсәген, ҡабул ителәсәк закондарҙы, тормошобоҙҙа һәр кемгә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы хәл итәбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улы үҙ тауышын биреп сыҡҡас.
Әйткәндәй, һайлау участкаларына халыҡ һаман да ағылыуын дауам итә. Тауыш биреүселәр араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бар. Тотош ғаиләләре менән килеп тауыш биреүселәр ҙә был сараны биҙәп тора. Һәр кем үҙ фекерен еткерергә ашыға.