Республикала Рәсәй Президентын һайлау барышында 3 мең ярымдан ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк, уларҙың һәр береһендә кәм тигәндә өс күҙәтеүсе булырға тейеш. Әлеге мәлдә республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ла йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу алып барыла. Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәр, предприятие эшселәре, студенттар бар.
Уҡытыу мәлендә штаб вәкилдәре һайлау мәлендә күҙәтеүселәр алдында килеп сыҡҡан бар ҡыйынлыҡтарҙы һәм осраҡтарҙы ҡарап үтәсәк. Бында төрлө провакациялар, ялған мәғлүмәт таратыу ҙа инәсәк. Һайлауҙарҙың ғәҙеллеге өсөн яуаплы кешеләр эштең бар нескәлектәрен дә аңларға тейеш.