Подъездағы һәр бер ишеккә шаҡылдатҡан тауыштар ишетелде.
– Берәй нәмә булды мәллә? – тип фатир хужаларының береһе ишеген дә асып ебәрҙе.
– Булманы, тиҙҙән буласаҡ! 15-17 март Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарына килегеҙ! – тип яуапланы территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы.
– Ярар, ярар, беләбеҙ. Һайлауҙарҙан тороп ҡалһаҡ, оят булыр ул!
Һәр фатир буйлап үтеп сығыу еңел эш түгел, шулай ҙа һәр гражданға барып етергә, һәр йортто урап үтергә әҙер “обходчиктар”. Һайлаусылар араһында төрлөһө бар – быйыл тәүге тапҡыр тауыш бирергә йыйынған йәштәрҙән башлап “йөҙҙө ҡыуған” ололарға тиклем. Һайлауҙар буласағын бөтәһе лә белә, шулай ҙа уларҙың ҡасан үтәсәге, ниндәй һайлау участкаһына барырға, һайлауҙар ваҡытында сит яҡта булһаң, нисек тауыш бирергә, һаулыҡ мөмкинселектәре сикле булғанда, нисек өйҙән генә тауыш бирергә тигән һорауҙары тыуа белгес менән күрешкәс. Ҙур сара үтәсәге тураһында иҫкәртеп йөрөүселәр барыһан да аңлатып үтергә тырыша.
– Күптәр беҙ килгәнде белә, ишектәрен аса, мөләйем аралаша, иҫтәлеккә фотоға төшөүселәр ҙә бар. Үҙем Михайловҡа биҫтәһе буйынса һайлау участҡа комиссияһы сәркәтибе булып торам. 200-гә яҡын фатирҙы урап үттем, әле эштә, ялда булып тороп ҡалғандарҙы ҡабаттан үтеп сыҡтым, – тип һөйләп үтте үҙенең эше тураһында Гөлнара Батталова.
“Мутлашыусылар әүҙем булғас, ишек асырға ҡурҡыусылар ҙа барҙыр, был мәсьәлә менән осрашманығыҙмы?” – тип һораныҡ унан.
– Беҙҙең ҡулыбыҙҙа махсус биҙәкле сумка, алъяпҡыс бар, күкрәккә значок беркетелгән. Шуға беҙҙе танымау мөмкин түгел, үҙем мәктәптә эшләгәс, бында беҙҙең ата-әсәләр, балалар әллә ҡайҙан уҡ танып торалар. Шикләнеүселәр булғанда, уларға танытмабыҙҙы ла күрһәтәбеҙ. Был йәһәттән беҙҙе ҡала хакимиәтенә йыйып, уҡытыу ойошторҙолар, тағы ла махсус мобиль ҡушымта ярҙамында һайлаусы тураһында мәғлүмәт тултырыу, дөрөҫ һорауҙар ҙа бирә белеү кәрәк. Һайлаусыларға шулай уҡ ҡулдарына һайлауҙар тураһында бар мәғлүмәт булған листовкалар тоттороп китәбеҙ, – тип яуапланы Гөлнара Нурғәли ҡыҙы.
Һайлау алды “яусыларының” төп маҡсаты һәр кешегә адреслы мәғлүмәт еткереү, граждандарға, һайлауҙарҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәү тураһында иҫкәртеү булып тора. Иҫкәртеү кампанияһы 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк, әгәр ҙә махсус биҙәкле кейемдәр кейгән кеше килһә, ҡурҡмағыҙ, ишегегеҙҙе асығыҙ.