Халыҡ күпләп һайлау участкаларына ағыла, улар араһында ишектәр асылғанға тиклем үк килеп тороусылар ҙа күп.
"Ашҡаҙар" гәзите хәбәрселәре Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһында һайлауҙарҙың беренсе минуттарына шаһит булды. Территориаль һайлау участкаһының рәйесе Айгөл Басир ҡыҙы сараны гимндар менән асып ебәрҙе һәм коллегаларына уңышлы көн теләне. Шул минуттарҙан башлап тәүге һайлаусылар ҙа килеп инде.
Бына иң беренсе булып үҙ тауышын Марина Лабачева бирҙе.
- Һайлауҙарҙан бер ҙә ситтә ҡалғаным булманы. Был юлы бигерәк тә әүҙемлек күрһәтергә булдым, иртә менән килеп иң беренсе булып тауыш бирергә маҡсат ҡуйған инем. Һәм шулай булды ла. Сөнки тәүге көндә үк әүҙемлек күрһәтеп, башҡалараҙы ла һайлауҙарға барырға кәрәк тип уйлайым. Хәҙер тиҙҙән улым да ошо участҡаға үҙ ғаиләһе менән килеп тауыш бирәсәк, - тине Марина Николаевна.