Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та үҙ тауышын бирҙе, был бурысты ул 671-се һайлау участкаһында үтәне. Рөстәм Фәрит улы һайлауға тормош иптәше һәм улдары менән килеп тауыш бирҙе. Стәрлетамаҡ мэры, күп һайлаусылар кеүек үк, «Бөтә ғаилә менән тауыш бирәбеҙ» акцияһында ҡатнашты.
- Бөгөн беҙ илебеҙҙең тотороҡло тормошо, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн тауыш бирҙек, - тине Рөстәм Ғәзизов.
- Барлыҡ ҡала халҡын һайлау участкаларына саҡырам. Килегеҙ һәм һайлау яһағыҙ!