Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
17 Март , 18:57

Һайлауҙарҙа ирекмәндәрҙең дә эше мәшҡәтле

Һайлауҙарҙа ирекмәндәрҙең дә эше мәшҡәтле
Һайлауҙарҙа ирекмәндәрҙең дә эше мәшҡәтле

Президент һайлауҙары быйыл төрлө конкурстар, акциялар менән иҫтә ҡала. Шулай уҡ, бер юлы ҡалабыҙҙа төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен дә һайларға була, был эштә ирекмәндәр һәр кемгә ярҙам итте.

Тауыш биреп сыҡҡас, күптәр ирекмәндәр эргәһенә барып төҙөкләндереү буйынса һорау алыуҙа ла ҡатнашты. Был, иһә, кеҫә телефоны аша башҡарылды, шуға ла күптәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Бынан тыш отош та бара, бының өсөн Рахмат102.рф сайтында теркәлеп "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашырға мөмкин.

4-се гимнзиялағы  650-се һайлау участкаһында эшләүсе ҡыҙҙар Хакимова Татьяна менән Владимирова Виктория өс көн дауамында был эштәрҙе иртәнән кискә тиклем башҡарып килде:

- Һайлауҙарға килгән һәр кешегә лә акцияларҙың нескәлектәрен өйрәтеп "Рәхмәт" беләҙектәрен, бүләктәп тапшырып торҙоҡ. Төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашырға ярҙам иттек. Бер яҡтан конкурстар заманса булып тойолһа ла, таныш булмаған сайтҡа инеп, уны тултырыу һәр кемгә лә еңел бирелмәй. Бына ошондай мәлдәрҙә ирекмәндәрҙең кәрәк булғаны һиҙелә лә инде. Мәшҡәтле генә эште үтәп барабыҙ, - тине Стәрлетамаҡ ирекмәндәр отряды ҡыҙҙары.

 

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: