Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһында ла әүҙем тауыш бирәләр. Бында ла һәр һайлау участкаһындағы кеүек ололарҙы ололап, кескәйҙәрҙе кеселәп ҡаршы алып торҙолар. Өлкәндәрҙән, мәҫәлән, беҙгә Зилә Брусенцова(Беренсе фотоһүрәттә) тап булды.
- Мин эске эштәр органдары ветераны, бер ҡасан да һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ. Үҙ теләгән кешемде һайлап, киләсәк өсөн тауыш бирәм. Яҡындарым, аралашып торған кешеләрем дә шулай, ә бына яңы быуынды контролдә тоторға, һайлауҙарҙа ҡатнашырға өйрәтергә кәрәк. Сөнки был мөһим ваҡиға, был турала аңлатырға кәрәк, - тине Зилә Минеғәзиз ҡыҙы.
Бәпес күтәреп, Фәттәховтар ғаиләһе лә һайлауҙарға килгән ине. Уларҙың тауыш биргәнен фотоһүрәттә күрә алаһығыҙ.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024
#ВыборыСтерлитамак
#ГазетаАшкадар