Мәрйәм Күсмәева, яҙыусы:
Үҙемдең беренсе тапҡыр һайлауға барғанымды, нисек тулҡынланғанымды һаман да хәтерләйем. Стәрлетамаҡ дәүләт пединститутында уҡып йөрөйөм, беренсе курсты тамамлау алдында. Һайлау участкаһына йүгереп барҙым. Шул ваҡыттан алып бер тапҡыр ҙа үҙемдең гражданлыҡ бурысын үтәмәй ҡалғаным юҡ. Һайлауҙарҙың мөһим сара икәнлеген аңлап эш итәм һәм башҡаларҙы ла битараф ҡалмаҫҡа саҡырам.