- Әлбиттә, һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуғы булған һәр бер кеше үҙ тауышын бирергә тейеш. Шундай хоҡуҡ бирелгән икән, унан баш тартырға ярамай, ә, киреһенсә, үҙ позицияңды белдерергә кәрәк тигән фекерҙәмен.
Ғаиләм менән бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Әлеге сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙарҙа ла мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ. Илебеҙ яҙмышы, киләсәгебеҙ хәл ителгәндә битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Барабыҙ ҙа һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашайыҡ!