Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
30 Август , 16:05

Ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары еңәсәк

  Федераль эксперттар фекеренсә, ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары һайлауҙарҙа еңәсәк.

Сәйәси тикшеренеүҙәргә махсуслашҡан социаль тикшеренеүҙәр эксперт институты (ЭИСИ) «Һайлауҙар 2024: һуңғы фараз» түңәрәк өҫтәле йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Эксперттар, социология мәғлүмәттәренә таянып, алдағы Рәсәй төбәктәре башлыҡтарын һайлау һөҙөмтәләре буйынса фараз бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының 25 субъектында һайлауҙар үтәсәк. Беренсе тезис-һайлауҙарға, тәү сиратта губернатор һайлауҙарына, халыҡ яғынан ҡыҙыҡһыныу бик юғары. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һорау алыуҙа ҡатнашҡан халыҡтың 78 проценты алдағы һайлауҙар тураһында хәбәр ителгән, 64 проценты һайлауҙарға барырға ниәтләүҙәре тураһында белдергән, тағы 16 проценты был хаҡта уйлай. Башҡа төбәктәрҙә лә шундай уҡ һөҙөмтәләр күҙәтелә: Вологда өлкәһендә һайлауҙар тураһында 77%, Калининград өлкәһендә 81%  халыҡ белә. Артабан эксперттар һайлау кампанияһы осоронда һайлаусыларҙың лозунгтарға ҡарағанда конкрет эштәргә яҡшыраҡ яуап биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Алдағы тауыш биреү референдум характерында буласаҡ, ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары һәм ваҡытлыса был вазифаны башҡарыусылар  беренсе турҙа уҡ һайлауҙарҙа еңәсәк.

"Социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренән сығып, асыҡ күренә: кешеләр президент кандидаттарын хуплай һәм ҡатмарлы осорҙа власть тирәләй туплана», – тиелә ЭИСИ хәбәрендә. Был тезисты эксперттар социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре менән нығыта. Мәҫәлән, ФОМ – дың һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыныусыларҙың 80 проценты – Башҡортостандың ғәмәлдәге Башлығы Радий Хәбировтың, 78 проценты-Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслерҙың, 83 проценты-Хабаровск крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Демешиндың еңеүе өсөн тауыш биргән. Бындай тенденция башҡа төбәктәрҙә лә асыҡ күҙәтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән социаль һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыныусыларҙың 78 проценты Радий Хәбиров өсөн тауыш бирергә ниәтләй.

Авторы: Роман Якимчук https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-08-30/federalnye-eksperty-schitayut-chto-deystvuyuschie-glavy-regionov-vyigrayut-vybory-3905024

Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары еңәсәк
Ғәмәлдәге төбәк башлыҡтары еңәсәк
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: