Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Һайлау
6 Сентября 2024, 08:50

Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән

Ҡалабыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында яңғыраған моңло көйҙәр һайлауға килеүселәргә байрам кәйефе өҫтәне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгәнТаяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән
Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән

Шулай уҡ ишек төбөнән үк беҙҙе тәмле ризыҡтар менән ҡаршы алды буфет хеҙмәткәрҙәре. 50 һумға туҡлыҡлы ғына ризыҡтар алырға була ине. Бында ғаиләре менән дә, айырым килеүселәр ҙә булды. Иғтибарымды таяҡҡа таянып булһа ла гражданлыҡ бурыҫын үтәүсе 83 йәшлек Султаншина Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы йәлеп итте. Ул үҙе Әлшәй районында тыуып үҫкән. «Һайлауҙарҙа илебеҙ - Советтар Союзы булған осорҙан алып ҡатнашам» ти ул. Ике быуат ғүмер кисергәндәр өсөн шатланырға ғына ҡала.

 

Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән
Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән
Таяҡ таянып булһа ла Һайлауға килгән
Автор:Римма Галимова
Читайте нас