Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Һайлау
7 Сентября 2024, 06:25

Өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша

Бөгөн 700-се һайлау участкаһына тәүгеләрҙең береһе булып 92 йәшлек Мәүжидә Мөхетдин ҡыҙы Сафина килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнашаӨлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша
Өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша

Ул Мәсетле районында тыуып үҫһә лә, йәш ваҡыттарын сит тарафтарҙа металлургия заводында эшләп үткәргән. Ике бала үҫтергән, ике ейәне бар. Оҙаҡ йәшәүенең серен  - хәрәкәттә күрә ул. Әйткәндәй, ул  һайлауға килер алдынан ғына иҙәндәрен йыуып сыҡҡан. «Юлға сығыр алдынан иҙән йыуырға, сүп түгергә ярамай» тигән ырым йәшәһә лә, юлы уңды Мәүжидә инәйҙең. Үҙе һайлаған кандидаттар өсөн тауыш бирҙе ул.

Римма ҒӘЛИМОВА

Өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша
Өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша
Автор:Римма Галимова
Читайте нас