Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
31 Ғинуар 2019, 22:47

ВАҠЫТ

ВАҠЫТ
(Хикәйә)
- Фамилияһы кем ауыруҙың, нисә йәш?
- Белмәйем.
- Ә кем белә?
- Уныһын да белмәйем. Урамдан алып килдек. Ерҙә ята ине.
- Вәт теңкәгә тейәһегеҙ һеҙ. “Тиҙ ярҙам” машинаһы больницаға бомждарҙы ташыуҙан ҡасан туҡтар һуң?
- Бәй, бүтән ҡайҙа ҡуяйыҡ. Махсус дауахана юҡ бит. Шылтыраттылыр. Килдек. Ерҙә ята ине.
- Ә кем шылтыратты?
- Ғәлиев. Урам буйлап китеп барғанда ерҙә ятҡанын күргән дә шылтыратҡан. Беҙ килгәндә янында ине. Документтары юҡ. Кем икәне билдәһеҙ. Әҙәм балаһы бит. Тере. Ташлап китәйекме ни? Мин киттем. - “Тиҙ ярҙам” врачы китә башланы.
- Туҡта әле! - Дауахананың дежур врачы коллегаһына йәнә ниҙер әйтмәксе булды ла тыйылды. - Йә ярар...
Ауырыу һушһыҙ. “Приемный покой” ҙа уҡ анализ өсөн ҡанын алдылар, ЭКГ эшләттеләр. Анализдарға ҡарағанда инсульт булғанға оҡшай. Инәнән тыума сисендерҙеләр ҙә реанимация бүлегенә индереп тын алыу аппаратына, бәүел катетрына тоташтырҙылар, ситема ҡуйҙылар.
Иртәгәһенә бүлектең етәксеһе врачтарҙы йыйҙы. Йә, нишләйбеҙ? Кем булһа ла дауаларға кәрәк. Медицина полюсы юҡлығын район хакимиәтенең сәләмәтлек бүлегенә әйтергә лә... Резервтан аҡса бүлерҙәр. Былай ҙа етер-етмәҫ аҡса ана шундай бомждарға тәләфләнә инде. Невропотолог, кардиолог, нейрохирургтарҙы йыйып консилиум үткәрҙеләр. Дауалау комплексын билдәләнеләр. Йәше 45-49 тирәһелер. Ул йәштә организм көслө була. Бәлки ипкә килер. Ҡулында якорь һүрәте бар. Морякмы икән? Моряктыр, сөнки якорь һүрәтен бүтән кеше беләгенә һалдырырға йөрьәт итмәҫ ине.
Станциянан “Тиҙ ярҙам”ға шылтыратҡан Ғәлиевтың телефонын һорап алып йәнә ҡапшап ҡаранылар. Бәлки беләлер был кешене, мәшәҡәтенән ҡурҡып ҡына белмәмешкә һалышып, башынан себен осоралыр. Уныһы ныҡ тора. “Ҡайҙан беләйем мин ул кешене, ерҙә ятҡанын күреп йәлләнем, башта милицияға хәбәр итәйем тигәйнем, кире уйланым, сөнки маңлайы йылы ине. Тимәк, тере. Шуға “Тиҙ ярҙам” саҡырттым. Шул ғына...”
Милицияға хәбәр итергә тура килде. Бәлки берәрһе яҡын кешеһен эҙләйҙер. Өс-дүрт кеше килеп күреп китте. “Беҙҙеке түгел!”-тинеләр һәм бүтән ҡыҙыҡһыныусы булманы.
Дауалау оҙаҡ барҙы. Бер аҙҙан ауырыу аңына килде. Уны дөйөм палатаға күсерҙеләр. Атлай алмаһа ла коляскаға ултырып хәрәкәт итә башланы. Кешеләргә нисектер сәйерһенеп ҡарай. Бығаса бер ҙә күрмәгән нәмәгә тап булғандай, ҡайһы бер нәмәләрҙе һынап, текләберәк күҙәтә. Үҙе хаҡында ләм-мим. “Исемең кем? Әйтә алмаһаң, яҙып күрһәт,” - тип тә ҡаранылар. Ҡағыҙ-ҡәләм ала, яҙа алмай. Көндәр буйы тәҙрә аша алыҫтарға текләп ултыра.
Күпме тоторға була билдәһеҙ кешене дауаханала. Урамға сығарып ебәреп булмай. Халыҡты социаль яҡтан яҡлау бүлеге менән айҡаша-айҡаша, төрлө инстанциялар ҡарары менән уны Ҡарттар йортона тапшырҙылар.
...Алсәскә мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылып, ҡулайлашыу, оптимизация һылтауы менән үҙенә оҡшамаған уҡытыусыларҙан ҡотолоу өсөн юлдар
асылыуынан сикһеҙ кинәнес кисергән директор тарафынан эштән бушатылғас, эш эҙләп төрлө-төрлө тупһаларҙы оҙаҡ тапаны.
Бер көндө ул класташы, врач-психиатр Исмәғилде осратты. Хәл-әхүәл һорашып, класташтар хаҡында һөйләшеп кафела ултырып алдылар. Алсәскә үҙенең эшһеҙлегенә зарланып ҡуйҙы.
- Минең коллеганың ҡатыны Ҡарттар йортонда медсестра булып эшләй, уларға Социаль педагог кәрәк, - тине Исмәғил. - Шунда бар.
- Әлләсе... - Былай университетта уҡығанда Алсәскә Социаль педагогика курстарына теләп йөрөгәйне. - Балалар менән эшләп булыр ине лә...
- Борсолма, - тине һәр саҡ оптимист Исмәғил. - Ҡарттар балаларҙан бик аҙға айырыла. Уларҙың да хәленә инә белергә, күңелдәрен өйкәгән нәмәләргә яуап бирергә кәрәк. Йыуатырға ла тура киләсәк. Ҡурҡма! Бар ҙа эшлә. Ярҙам кәрәк булһа, шылтырат! Кейәүгә сыҡманыңмы әле, Алҫыу сәскә?- Алсәскәне мәктәптә гел шулай “Алҫыу” тип йөрөтәләр ине.
- Юҡ әле... Ә һин кәләш алғанһыңдыр?
- Юҡсы!
- Өйләнә ҡалһаң, туйыңа саҡырырһың бит?!
- Мотлаҡ!
Шулай айырылыштылар. Был һөйләшеүҙән һуң Алсәскә мәктәптәргә барғылап Социаль педагоглыҡ эше хаҡында ла белешеп йөрөнө. Эш урыны табылманы. Һәм тәүәкәлләп Ҡарттар йортона китте. Шул көндө үк эшкә алып та ҡуйҙылар.
Ҡайҙа, кем менән эшләйәсәген белеп, үҙен алдан уҡ нисек кенә ныҡ булырға кәрәк, тип әҙерләмәһен, бындағы мөхиткә күнегеп китеү еңел булманы. Һәр ыңғырашҡан, һәр зарланған ҡарт йә ҡарсыҡтың янына атлығып торҙо. Был уның вазифаһына инмәй - инмәүен, әммә бер медсестра, бер терапевт ҡына (уныһы ла ярты ставкала ғына) булған был больницаларҙа ятҡандарҙағынан да ауырыраҡ хәлдәге кешеләр ғүмер иткән йортта битараф ҡалып булмай. Төрлө характерлылары бар. Бәғзеләре сабыр, яҙмышына күнгән. Бәғзеләре мыжыҡ, ҡайһы берәүҙәр йәшлектәрендәге лидерлыҡ сифаттарын онота алмай, һәммә кеше менән етәкселек итергә, үҙенә айырым мөнәсәбәт булыуын талап итергә генә тора.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе бер-береһен яратмай. Маҡтанышып, элек нисек йәшәгәндәре, бала-сағаһы менән маһыйып китеүселәр бар. Был да күршеләрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Барсаһын да көйләргә, ыҙғышҡандарҙы яраштырырға, кәйефтәрен күтәрерлек саралар уйлап табырға тура килә.
Араларында телһеҙ берәү ҙә бар. Дөрөҫөрәге, ниҙер мығырлай ул, әммә телен аңларлыҡ түгел. Документтары ла юҡ, кем икәнен дә белмәйҙәр икән.
“ Николай” тип йөрөтәләр. Шулай өндәшһәң, үҙе лә боролоп ҡарай. Бер бүлмәлә улар өсәү. Икәүһе ҡарт, һуғыш ветерандары. Был икәү өсөнсө күршеһен өнәп бөтмәй. “Алдаҡсы, авантюрист, - тиҙәр үҙе юҡта. - Беҙҙең кеүек һуғышта йөрөмәгән. Һуғыштан ҡайтҡас та тик ятманыҡ. Хөкөмәт эшендә бил бөктөк. Ә был, хөкөмәткә әллә ниндәй изгелек күрһәткән кешеләй булып, беҙҙең ыңғайға бында ята. Типкеләп сығарыусы булмағас ни... Беҙ бында хәләл пенсиябыҙҙы түләп йәшәйбеҙ. Ә ул... бушлай.”
Бер көндө Алсәскә Николайҙы коридорға ҡуйылған телевизор янында осратып иҫәнләште лә ҡарттарҙың хәлен беләйем тип бүлмә ишеген асһа, былар икәүләшеп сәй эсеп ултыра.
- Әйҙүк, Алсәсәк ҡыҙым, сәй ҡойоп бирәйекме?
- Юҡ, рәхмәт. Әле генә, бик ҡыҫтағас, Ишһылыу апайҙың сәйен эсеп сыҡтым. Миңә оҡшайһығыҙ бөгөн. Кәйефтәрегеҙ яҡшы күренә.
- Кәйеф ярарлыҡ. Ҡарт гвардия бирешмәй ул. Әле генә Фәсхетдиндең улы киптерелгән һөт, йомшаҡ ҡына булкалар, сәй, бал килтереп китте, - тип ҡыуанысын белдерҙе ҡарттарҙың береһе. - Үткән аҙнала минең яман ауырыуҙан вафат булған берҙән-бер улымдың ҡатыны күстәнәстәрен тейәп килеп киткәйне.
- Һәйбәт булған, - тип шатлыҡ уртаҡлашты Алсәскә. - Былай туған-тыумасаһыҙ түгел икәнһегеҙ. Бергәләшеп йәшәрлек түгелдер, күрәһең...
- Фәсхетдиндең улы сәләмәтһеҙ. Килене вафат. Минең улым китеп барҙы, киленем сәләмәтһеҙ.
- Николай ағай сәй эсеп сығып киткәндер инде?.. - Тип һораны Алсәскә былар янынан сығып китер алдынан.
- Әйҙә, тимәнек. Етте! Үҙенә килеүсе, күстәнәс килтереүсе юҡ! Күп һыйланыҡ беҙ уны...
Алсәскә өндәшмәне. Кеше ҡартая килә һыҡмырлана тиҙәр ине, ысын икән. Бер сынаяҡ сәй, бер - ике балғалаҡ бал йәлме инде, юғиһә...
Николай һаман да телевизор ҡарап ултыра ине. Алсәскә лә телевизор ҡаршыһына барып ултырҙы. Николай уға боролоп ҡарап, баш бармағын күтәреп йылмайып ҡуйҙы. “Матурһың!” - тип маҡтай, йәнәһе лә. “Рәхмәт” Үҙегеҙ нисек һуң?” - тип һораны Алсәскә. Яуап шул уҡ - күтәрелгән баш бармаҡ.
Таҙа итеп ҡырынған, сәсенә сал йүгергән был сәйер кеше кем икән һуң шулай ҙа? Алсәскә уны эшкә урынлашҡаны бирле һөйләштерергә, әйтергә маташҡанын аңларға теләй. Килеп сыҡмай. Логопедтар курстарын да үҙләштерәһе булған. Әллә нимәгә ваҡыт тапмаған булды бит. Мәктәп эшендә ваҡыт - иң дефицит төшөнсә. Бигерәк тә ҡала мәктәбендә башҡорт телен уҡытҡан кеше өсөн. Балаларға телдең ҡәҙерен, мәртәбәһен һеңдереүҙән тыш, туған халҡыңдың ғәзиз үҙенсәлектәре, йола-ғәҙәттәре солғанышына ла әйҙәп индерергә тырышырға кәрәк.
Николай ағайҙың төҫөнә ҡарап ниндәй милләт кешеһе икәнен аңғарыу ҡыйын. Башҡортса һөйләшкәндәрен ишетһә лә ҡолаҡ һалып тыңлай. Мығырлап ҡуя. Йә әлеге лә баяғы баш бармағы менән мөнәсәбәт белдерә. Персонал “Телһеҙ булһа ла түбәһе тишек бының”, - тигән һығымта яһай. Рус теленә лә битараф түгел. Әле бына телевизорҙан барған ваҡиғаларҙы диҡҡәт менән ҡарауына, тыңлауына ҡарағанда унда күрһәтелгәндәрҙе ул таный, яҡшы аңлай кеүек.
“Матур булғандыр был ағай,- тип уйлап ҡуйҙы Алсәскә. Йөҙөнөң һыҙаттары төҙөк, танау, күҙ, ирен пропорциялары камил. Яурынын кирә биреп, арҡаһын төҙ тота.”
Телевизорҙа барған ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен белдергеһе килеп, күрәһең, ул ара-тирә ҡыҙ яғына боролоп ҡарай. Аҡсәсәкә, уйҙарына бирелеп, ундағы ваҡиғалар йөкмәткеһенә инеп китмәүен шәйләне һәм экранға текәлде. Нимә ҡыҙыҡтыра икән был сәйер кешене?
Унда, баҡһаң, Рәсәй империяһы, артабан СССР, аҙаҡ йәнә Рәсәй дәүләтенең диңгеҙ флоты тарихы хаҡында һөйләйҙәр икән. Ҡайһы бер бөгөнгә тиклем диңгеҙ киңлектәрен айҡаған йөк ташыусы, хәрби бурыс үтәүсе караптарҙы, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ҡайһы берҙәренең схемаларын, йә булмаһа, фотоһүрәттәрен күрһәтә-күрһәтә һөйләйҙәр. Ағай бирелеп китеп ҡарай. Алсәскәгә боролоп ҡарап ала. “Күрәһеңме?”- йәнәһе.
Беләгендә якоре бар бит. Моряк ул, тимәк. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты архивы уның кем икәнен тиҙ билдәләр ине лә, исемен белмәгәс, нисек мөрәжәғәт итәһең? Уны урындағы телевидение аша күрһәткәндәренә лә ни сама ваҡыт үтте. Бер генә хәбәр ҙә килгәне, был кешене таныйбыҙ, тигәндәре булманы әле.
Сәйер...Йәше артыҡ ҙур түгел. Туғандары, ғаиләһе, бала-сағаһы, уҙа китһә таныш-белеше булырға тейеш бит.
Флот хаҡындағы телетапшырыу тамамланды, “Яңылыҡтар” башланды. Украинала барған хәл-ваҡиғалар өсөн был көндәрҙә борсолмаған кеше юҡтыр. Ябай халыҡ ҡырыла. Одессаның профсоюздар йортондағы фажиғә берәүҙе лә тыныс ҡалдырмағандыр. Ут төртөп, газ ебәреп күпме кешене һуҙып һалып ҡуйҙылар. Кемдәр бит әле?! Үҙҙәренекеләр! Хәйер, ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарына ҡарағанда сит ил, Америка наемниктарының вакханалияһы тип тә әйтәләр. Ни саҡлы хәсрәт. Йәтимлек. Мәңгелек нәфрәт...
Николай “Яңылыҡтар”ҙы ла ҡарап ултырҙы. Шунан ҡапыл:
- Сибиряков!.. - тип ысҡындырҙы.
- Ә? Сибиряков? Ҡайҙа? Кем? Берәрһен танынығыҙмы әллә, Николай ағай?-
Алсәскә ағайҙың ап-асыҡ әйткән һүҙен йәнә ишетергә теләп, уны ныҡыны ла ныҡыны. “Яңылыҡтар” ҙа ундай фамилия яңғыраманы, буғай. Бер йыл тирәһе йүнле һүҙ әйтә алмаған кешенең телен аса биреп ҡуйғас, бик мөһим кешелер бит ул Сибиряков был кешенең яҙмышында.
- Кем ул Сибиряков? - Ағай ниҙер аңлатырға итә, тик юҡ шул, теле бәйле, көрмәләнә, һис ни аңғарырлыҡ түгел.
- Ашыҡмағыҙ, - тип йыуата уны Алсәскә. - Әйтер һүҙегеҙҙе ижекләп әйтеп ҡарағыҙ!
- 3217 тонна... Капитан Воронин...
- Капитан Воронин хеҙмәттәшегеҙме? Афғанмы, Чечнямы? - Ағай баш сайҡай. 3217 тонна һыйҙырышлы берәр йөк транспорты микән ни?
Алсәскә Николайҙың телен аса алманы. Алсаҡ, ихлас йөҙө уйсанланып киткән Николай Алсәскәнең һәр һорауына “Юҡ, юҡ...”- тип баш сайҡауҙан башҡа мәғлүмәт бирмәне.
“Ярар, - тигән ҡарарға килде Алсәскә. - Ниҙер иҫенә төштө бит инде. Уйланһын. Хәтирәләрен барлаһын. Кешенең мейһе бигерәк серле бит. Йыш ҡына әллә ҡайҙа, төптә йәшенеп ятҡан берәр хәтирәне уйламаған ерҙән килтереп сығарып, алдыңа баҫтыра. “ Алсәсәктең иғтибар иткәне бар. Сканвордты тағатҡанда теге йәки был һорауға яуапты таба алмайһың да ҡуяһың. Белгән кеүекһең, иҫкә төшмәй. Шунан, ҡайһылыр ваҡыт үткәс, сканворд хаҡында онотоп бүтән эш менән булашҡанда, баш мейеһе, компьютер кеүек, теге һүҙҙе килтереп сығара. Һин эҙләнеүеңде онотҡанһың, ә ул бирелгән заданиены үтәү юлдарын эҙләүен дауам итәме икән инде? Бүтәнсә быны нисек аңлатаһың? Уйланһын әле Николай, берәр аҙым булһа ла алға китеш булмай булмаҫ.
Эштән ҡайтып барғанда телефоны шылтырағанды ишетмәйерәк ҡалды. Шылтырау ҡабатланды.
- Алло!- Исмәғил икән.- Тәрбиә эшендә уңыштар бармы?
- Исмәғил! Һин Сибиряков тигән кешене белмәйһеңме?
- Сибиряков? Юҡ... Ә ул һиңә нимәгә кәрәк? Бәлки, Ғафаров фамилиялы кешенең ярҙамы тейер? Уйла, Алҫыу!
- Һинең инде... Һинең ярҙамың тейҙе бит инде. Эшләп йөрөйөм. Ҡайҙалыр ишеткән кеүекмен шул Сибиряков тигән фамилияны. Һинең дә белмәгән кешең бар икән.
- Бер Сибиряковты беләм мин.
- Белмәмеш була бит әле! Әйт!
- Себерҙең алтын ятҡылыҡтары промышленнигы Александр Сибиряков...
- Эйе шул...
- Һиңә уның ни хәжәте һуң?
- Хәҙер аңлашылды. Хәжәте юҡ. Х1Х быуат кешеһе...
- Ҡасан сәйгә саҡыраһың?
- Берәр... Әле ваҡыт юҡ...Яңы эш. Буталанам.
Исмәғил тағы ниҙер әйтергә иткәйне, Алсәскә уның менән хушлашып та ҡуйҙы.
Иртәгәһенә Алсәскә Ҡарттар йорто директоры Зөмәрә Сабирйәновнаға инде. Төн сыҡҡансы башына бер уй килгәйне. Үҙ фекеренә үҙе лә ҡыуана ине Алсәскә. Тик директор нимә әйтер бит.
- Яңылыҡ бар, Зөмәрә Сабирйәновна! Теге телһеҙ ағай кисә телевизор ҡарап ултырғанда ап-асыҡ итеп өс һүҙ ысҡындырҙы: 3217 тонна, Сибиряков...Воронин...Артабан теле йәнә бәйләнде.Әйтә алмаһаң ҡағыҙға яҙ тип тә ҡараным. Ҡағыҙға текләп ултырҙы-ултырҙы ла яҙманы, кире бирҙе.
- Кем икәне асыҡланып алып китһәләр шәп булыр ине. Ҡарттарының мәшәҡәте лә баштан ашҡан.
- Минең бер таныш врач бар ул... Психотерапевт. Ҡайһы бер кешеләрҙе гипноз менән дауалай. Шуға күрһәтеп ҡараһаҡ?..
- Әлләсе... Уйлашырбыҙ. Бында бүтән мәшәҡәт сығып тора әле. Өсөнсө бүлмәләге Ишһылыу апайҙы беләһең бит...
- Эйе, гел нимәлер бәйләп ултыра...
- Шул. Ойоҡбаш, шарф, бейәләйҙәр бәйләй. Заказ бирһәләр, мамыҡ шәлен дә ҡойоп ҡуя. Аҡсалы. Магазиндан ҡайһы бер нәмәләр алдырырға хәленән килә. Дөм йәтим. Үлгән ҡустыһының балаларын ҡарап үҫтергән. Аяҡҡа тыумыштан зәғиф. Пенсияһы булған. Аҙаҡ, малайҙарҙың береһе үҫеп еткәс тә эшләмәй, һаман бының пенсияһына өңшәңләй башлағас, апай үҙ теләге менән бында килеп урынлашты. Ауыл халҡы ҡарай ине, үҙемдеке үҙемә етә ине, анау малайҙың ялҡаулығынан, эскелегенән йонсоном, ти ул. Шул апайҙы алтынсы бүлмәлә йәшәгән Фәсхетдин ҡарт һората.
- Китегеҙ әле! Уға нимә ҡалған?
- Нимә ҡалһын? Апайҙан сәй-шәкәр алдырып, һауыт-һабаһын йыуҙырып, әҙер сәй эсеп йәшәгеһе килә.
- Ә Ишһылыу апай?..
- Йәлләй. Кеше ҡарап өйрәнгән бит инде... Шул икәү никах өсөн мулла, икеһенә бер бүлмә таптыралар. Муллаһы килер. Ә бүлмәне нисек табырға?
- Эйе шул...
Аҙна никахҡа инеүсе икәүҙең мәшәҡәттәре менән үтте. Ике кешелек бүлмә бушатыу әбейҙәр бунтына еткерә яҙҙы. Сыр-сыу килештеләр. Алсәскәгә нимәләрҙер һөйләп, Ишһылыу апайҙы ла, Фәсхетдин ҡартты ла төрлөсә яманланылар. Көнләшеүҙәре лә шул ине булһа кәрәк. Эй был ҡартлыҡ. Өлкән, сирле кешенең күбеһе, Исмәғил әйтмешләй, бала сүрәтенә инеп бөтә шул. Кемеһенә кәнфит тоттороп, кемеһенең йәшлеге хаҡындағы иҫтәлектәрен тыңлап, көйләп-сөйләп йөрөргә тура килә. “Ошолар көнөнә ҡалырға яҙмаһын, -тип йыш уйланды Алсәскә. - Тормошҡа сығып, ғаиләле, бала-сағалы булырға кәрәктер, күрәһең...” Йәтеш кенә егете лә юҡ. Бынау мөхиттә йәшәп, кем менән таныша алаһың инде. Уға тиклем мәктәптә эшләне, унда ла егет-фәлән осратырмын тимә.
Николай онотолоп торҙо. Никах уҡытыу, тотош коллектив менән байрамса йома сәйе эсеүҙәр тамамланып, һәммәһе лә үҙ урынына ултырғас, Алсәскә теге кем икәнен белмәгән ағай хаҡында йәнә уйлана башланы. Ниһайәт, уны психотерапевтҡа күрһәтер өсөн директорҙы күндерҙе.
- Хаҡ һорамаймы? Һорамаһа күрһәтеп ҡара.
Исмәғил оҙаҡ инәлтмәне.
- Нимә, ваҡыт менән бәхәскә инәбеҙме? Була ул. Ваҡыт һыу, атмосфера баҫымынан нығыраҡ ҡапма-ҡаршылыҡҡа эйә матдә ул, ләкин уны йүгәнләп була.
”Йүгәнләнең ти ваҡытты, - тип уйланы Алсәскә эсенән генә. - Ана, таң ата ла кис була... Матдә була тиме ни ул. Юҡты...”
... Исмәғилдең эш бүлмәһен күргәне юҡ ине Алсәскәнең. Серле. Шомломо, мөжжизәлеме тынлыҡтан шым ғына күңелде йылытырлыҡ музыка ағыла. Музыканың моңо шундай тәбиғи, гүйә ул үҙенән-үҙе асман түренән яуған кеүек.
Исмәғил йомшаҡ, ышандырғыс һәм йәлеп итерлек тауыш менән Николайға нимә эшләйәсәген, был сеанс аша нимә асыҡларға теләүен аңлатты. Тегеһе, риза булып, баш ҡаҡты. Сеанс башланды. Алсәскә, шөрләй биреп, тәпәш йомшаҡ кресло эсенә инеп сумғандай булды. Исмәғилдең баяғы йомшаҡ тауышы елгә остомо ни, күҙе йомоҡ Николайға , метрономдарҙың аныҡ һәм теүәл ҡағышын хәтерләткән ҡәтғи ҙә талапсан да тауыш менән һорауҙар бирә башланы:
- Әле нисәнсе йыл?
- 1941 йылдың авгусы..
- Һин ҡайҙа? Нишләһең?
- Мин “Александр Сибиряков корабында. Матрос. Корабтың борт номеры
174. Водоизмещение 3217 тонна.
- Корабтың капитаны кем?
- Владимир Иванович Воронин... Мин уның менән “Ермак” боҙвтҡысынан алып бергә.
- Нимә ул Ермак?
- Боҙватҡыс... Донъялағы тәүге боҙватҡыс. Уның ниндәй матур, мөһабәт булыуын күрһәгеҙ...Водоизмещениеһы 8730 тонна. “Ермак” беҙҙе Арктиға тиклем алып барып еткерҙе. Капитан Воронин тәжрибәле капитан ине. Ул “Челюскин”да хеҙмәт иткән. Ә “Ермак”... 81 секунд, 28 градустағы Төнъяҡ киңлектәрен яуланы. О-о-о! Ундағы матурлыҡ! Боҙ ҡатламдары, ҡар көрттәренең ҡояшта уйнауы һәм төрлө төҫтәргә инеп йәнеңә һарылыуы!... Ундай матурлыҡты бүтән бер ерҙә лә күргән юҡ ине әле. Атайым һөйләгән Уралтау иртәһе матурлығын күрергә насип итмәне... “Ермак”та мин 1938 йылда хеҙмәт иттем. Диңгеҙ романтикаһы саҡырғайны...
- Һин әле 1942 йылдың авгусы, мин “Сибиряков” корабында тигәнең бит.
- Ғәфү итегеҙ... Әйе, мин әле “Сибиряков”та.
- Әле нимә эшләйһең һуң?
- Әлеме?.. Көн матур... Кәйеф шәп... Вахтаны тамамланым да, кубрикта ял итәм.
- Ә артабан?
- Артабан - тревога! Мин кубриктан йүгереп сығып үҙемә тәғәйен боевой постҡа баҫтым.Һәм... ҡапыл... беҙҙең карап ут өйөрмәһенә эләкте. Снарядтар яуа башланы. Ут сығанағы - немецтарҙың ауыр крейсеры - “Адмирал Шеер”.
- Шунан?
- Шунан... бер нәмә лә аңларлыҡ түгел. Ут шундай көслө.... Иң төп маҡсат - трюмдағы арсеналды снаряд утынан һаҡлау!
- Шунан?
- Нисек инде шунан? Атыш, ҡыйралыш. Корабтың бортының айырылып сығыуы. Трюмдағы арсеналдың шартлай башлауы! Крен!.. Крен!..
- Һиңә нисә йәш?
- 42...Юҡ, 46... “Адмирал Шеер” үҙе лә яна башланы!
- Исемең кем?
- Мозафар Ҡәнзәфәров.
- Мәскәү. Арбат...
- Мозафар Ҡәнзәфәров, әле 2014 йыл. Һин ҡайҙа? Ни эшләйһең?
- Нисәнсе йыл?
- 2014.
- Шаяратһығыҙмы?
- Юҡ. Һеҙ ҡайҙа, нимә эшләйһегеҙ? Яуап бирегеҙ!
- Ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей араһында.
- Нимә эшләйһегеҙ?
- Нимә эшләргә лә белмәйем...
- Мозафар Ҡәнзәфәров! Мин хәҙер унға тиклем һанайым, һеҙ уянаһығыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмайһығыҙ! Бер, ике, өс, дүрт...
Ағай күҙҙәрен асып, тәрән һулап ҡуйҙы. Исмәғилгә лә Алсәскәгә лә, тәү күргәндәй, текләп ҡарап торҙо.
- Таушығыҙ матур икән, Мозафар ағай, - тип өтәләнде Алсәскә. - Һәйбәт булды. Бынан кире һөйләшеп китерһегеҙ ул... - Мозафар өндәшмәне. Мозафар тип өндәшеүҙәренә риза кеүек йылмая биреп кенә ҡуйҙы.
- Арба -ат... йүгән, даға, бесән баҙары...Мәскәүҙең элекке баҙары биҫтәһендә башҡорттарҙың сауҙа итеүе, төпләнеп йәшәүе ғәжәп түгел, эйеме, Алҫыу?!
- Әлләсе...- Алсәскә әле генә ишеткәндәрен мейеһе аша үткәреп бөтә алмай ине әле. Дөрөҫөрәге, ағай һөйләгән картина ысынға оҡшаған. Ә ваҡыт арауығы...
Мозафар ҡапыл ултырған коляскаһын асырғанып борҙо ла кабинет ишеген төртөп асып, коридорға сығып китте. Оҙаҡ итеп тегеләй-былай уралды. Ишекте тибеп тигәндәй асып тышҡа сығып китте. Уның артынан йүгереп сыҡҡан Алсәскә дауахана тупһаһынан шуны күҙәтте, ул кемдәндер тәмәке һорап алды ла, һыуһаған кешеләй булып, шуны һура башланы. Алсәсәкәнең йөрәге тулап ҡуйҙы.
- Нисек һуң, - тип көлөп ҡуйҙы Исмәғил. - Ваҡыт ҡатламына ҡағылдыңмы, күңел үҫешен йә күңел ҡайтышын көт тә тор. Ә һин нимә көткәйнең? Ваҡыт... нисек аңлатырға һин, филологҡа... Ваҡыт - сопрамат ул. Материяның ҡаршылашыуы. Бөтә нәмәне физика ҡанундары, теософия, философия менән аңлатып була. Ә ваҡытты... Уны аңлап та, йүгәнләп тә, туҡтатып та, үҙ ыңғайыңа эйәртеп тә булмай... Ҡурҡма, Алҫыу, һиңә быны аңлауҙың кәрәге юҡ! Һиңә генә түгел, бүтәндәргә лә...
Сәйер ине Мозафарҙң гипноз аҫтында һөйләгәндәре. 1942 йылдың авгусы ҡайҙа ла,2014 йылдың майы ҡайҙа?
Алсәскә ишеткәндәренең дөрөҫмө-түгелме икәнен асыҡлар өсөн өйөндәге китапатарҙан мәғлүмәт эҙләне. Әһә! “Ҙур совет энциклопедияһы”нда капитан Воронин хаҡында ла, “Алесандр Сибиряковтың үҙе, уның исемендәге кораб хаҡында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт бар шул. Һәммәһе лә дөрөҫ.
Шулай ҙа ул Рәсәйҙең хәрби архивына мөржәғәт итергә булды.
“1942 йылдың авгусында немец крейсеры “Адмирал Шеер” тарафынан утҡа тотолоп Һәләк булған “Александр Сибиряков” корабы моряктары араһында Мозафар Ҡәнзәфәров булғанмы?”
... Хатты ебәргәнгә лә байтаҡ ваҡыт үтте. Мозафар Ҡәнзәфәровтың теле асылманы. Уның ҡарауы ул үҙенә йомолоп китте. Көн һайын аяҡҡа баҫырға тырышып күнекмәләр эшләне. Ике-өс ай тигәндә таяҡҡа таянып атлап китте. Хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә башланы. Күберәген ҡатын-ҡыҙ башҡарған ауырыраҡ эштәргә йәһәтләп барып тотонор булды. Ҡатын-ҡыҙ кеше йәнле бит инде, өҫ-башын да йүнәтеп ебәрҙеләр. Бынамын тигән ир-егет, теле генә юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың уйынлы-ысынлы шаяртыуҙарына, ишараларына ымһынманы. Сәйер, кемлеген онотҡан кеүек, инстинкттары ла һүрелде микән ни? Йәш бит әле. Етмәһә, моряк. Ысын булдымы икән транс ваҡытында һөйләгәндәре? Хәйер, нисек ысын булһын. Туҙға яҙмағанды. Ете тиҫтәгә яҡын ваҡыт айырмаһы...
Рәсәйҙең Хәрби архивынан яуап сентябрь аҙағында ғына килде. Алсәскә уны йәһәтләп, тулҡынланып асып ебәрҙе:
“Һеҙҙең һорауығыҙға шундай яуап бирәбеҙ: Мозафар Әхмәтхан улы Ҡәнзәфәров (1907 йылда Мәскәү ҡалаһының Арбат урамында тыуған) 1942 йылдың авгусында
“Александр Сибиряков” корабы составында немец фашистарына ҡаршы аяуһыҙ алышта батырҙарса һәләк булды...”
Кәйефе төштө Алсәскәнең. Хатты Зөмәрә Сабирйән ҡыҙына күрһәтте.
- Ярар, - тине директор. - Был донъяның кеме юҡ. Бәлки гипноз ваҡытында һөйләгән ваҡиғалар тураһында берәр ерҙә уҡығандыр ҙа, шул хәтеренә һеңгәндер. Инсульт яман ауырыу. Баш мейеһенең ҡайһылыр өлөшөн ныҡ ҡына зарарлап өлгөрә. Йәшәһен. Ярҙамы тейә. Теле генә юҡ. Тора-бара, бәлки, ҡатын-ҡыҙ менән дә ҡыҙыҡһына башлар. Ярамаҫлыҡ ир түгел. Эсеп-типтереп йөрөгән ирҙәренә лә йәбешеп ята әле ҡатын-ҡыҙ. Нишләһен. Ир-атһыҙ донъя алға бармай.
“Исмәғиле лә инде...- тип уйланды Алсәскә. - Үҙенең һәләтенә ышана бит әле. Имештер, кешенең төпкө аң хәтере уның генетик асылын асыҡларға ярҙам итә...” Хәйер, нишләп шылтыратмай әле ул был арала?..
Йыл эсендә Алсәскә ҡарттар йортондағы еңел булмаған атмосфераға бер ни тиклем күнеккән кеүек булды. Дөрөҫ, кешенең ҡартлыҡтағы һыҙланыуҙары, аһ-зарына, сараһыҙлығына тотошлай күнегеп китеү мөмкин түгел. Тормош мәңгелектер, тип уйлай кеше йәш саҡта. Ҡартлыҡты ла тик йөҙҙәге йыйырсыҡтар, ауыр атлау кеүек тыштан эстетик хистәр уятмаған күренеш кенә тип ҡабул итә. Мәктәптә эшләгәндә Алсәскә башланғыс кластар уҡытыусыһы өлкән йәшәтәге
Клара Сабит ҡыҙының гел үксәһеҙ аяҡ кейеме кейеүенә аптырай ине. Баҡһаң... Хәҙер аңланы инде: ҡартлыҡ, ауыртыныуҙар бер кемде лә ситләп үтмәйәсәк.
Ҡарттарҙы йәлләргә, яратырға ла өйрәнде ул. Тик мәктәп барыбер һағындыра. Саҡырыусы булһа, мәктәп ишеген йүгереп барып асыр ине. Балаларға өйрәтерлек белеме, тәжрибәһе бар. Иң мөһиме - теләге бар уның.
...- Яңы йылды ҡайҙа ҡршылайһың? - Исмәғил, ғәҙәтенсә, көтмәгәндә шылтыратты.
- Әлләсе... ул турала уйлаған юҡ әле. Ә һин?
- Моратовтарҙың яҡшы идеяһы бар. Өфөләге класташтар бергә йыйылайыҡ, тарҡаулана башланыҡ, тиҙәр. Әсәлек капиталына фатир алғандар, шул шатлыҡтары менән дә уртаҡлашмаҡсылар.
- Һәйбәт идея!, -тип шатланды Алсәскә. - Күптән күрешкән дә юҡ.
Күңеле күтәрелеп китте Алсәскәнең. Бер байрам итеп, гөр килешеп алһындар әле.
Фатирҙары бик ҙур түгел Моратовтарҙың.Алмас мәктәп директоры булып киткән.Шатлыҡтарының сиге юҡ.Гөлкәй, ике бала әсәһе. Элек тә матур ине ул, әле бигерәк тә һөйкөм ингән. Ысынлап та, шау-гөр килеште класташтар. Кем ҡайҙа эшләй, ниндәй уңыштары бар, шулар менән уртаҡлаштылар. Балалары хаҡында һөйләнеләр. Алсәскә Ҡарттар йорто, Мозафар Ҡәнзәфәров хаҡында һөйләп алды. Йәлләп ҡуйҙылар. “Ҡуйсы әле, Алсәскә, алмаштыр эшеңде...” “ Эш юҡ бит...”
Класташтарҙың күбеһе ғаиләле. Исмәғилгә бәйләнделәр:
- Психиатр, етте кеше мейеһендә ҡаҙыныуың! Нишләп ғаилә ҡормайһың? - Тоторһоң Исмәғилдең ҡойроғон, тотмай ҙа ни. Шаярта ла ҡуя.
- Нисек өйләнәйем мин, ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың кейәүгә барырға ваҡыты юҡ!.. Ана, Алҫыуҙан һорағыҙ!
- Эй... ысын... Һин, Алсәскә, нимәңде ҡарап йөрөйһөң?
- Ваҡыт юҡ бит... - Бүтән яуап таба алманы Алсәскә. Көлөшөп алдылар: “Эшем эйәләре!”
Аш бүлмәһендә хужабикәгә ярҙам иткәндә, Алмастың ҡатыны Алсәскәгә ысынтылап кәңәш бирҙе:
- Алсәскә, Алмасҡа социаль педагог кәрәк. Бар шунда. Һин булдыраһың ул!
... Алсәскә Яңы йылдан һуң мәктәпкә китте. Мәктәп - һурғыс кеүек, үҙенән ысҡындырмай. Аҙналар, айҙар үткәне һиҙелмәне лә. Йәй ҙә үтте. Көҙөн Алсәскә бөтөн ил
буйынса уҙғарылған Ҡарттар көнө уңайы менән, ваҡыт таба һалып, элекке эш урынына йүгерҙе. Күстәнәстәр алды. Килеп инһә, тәмле генә ит еҫе таралған. Быныһы Алсәскә өсөн торғаны бер сюрприз ине:
- Исмәғил Әсфәндиәрович, ҡала клиникаһының баш табибы, һарыҡ һуйҙырып ебәргән. Ҡорбан ашы ойошторҙоҡ. Хәҙер үҙе лә килә, - тип шатлығы менән уртаҡлашты директор.
Өлкәндәр барлы-юҡлы арыуыраҡ кейемдәрен кейгән. Бабайҙарҙың башында түбәтәй, ҡарсыҡтарҙың яулыҡтары күҙҙең яуын алырлыҡ. Өҫтәл ҡороп ебәрҙеләр. Исмәғил килеп инде. Бер үҙе түгел, ошонда ярты ставкала эшләп йөрөгән врачтың ире менән икеһе. Уныһы Исмәғилдең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып сыҡты. “Партизан, - тип уйлап алды Алсәскә. - Баш врач булып киткәнен дә, Ҡарттар йортон шефлыҡҡа алыуҙарын дә әйтмәгән булды...” Ә тыштан белдермәне. Йәнәһе уға барыбер.
Ҡарттар йортонда үҙгәрештәр етерлек. Кемдәрҙер вафат булып ҡуйған. Яңы кешеләр күренгеләй. Ишһылыу апай илаулап алды, бабайы - мәрхүм.
Мозафар Ҡәнзәфәров күренмәй.
- Ғәйеп булды ул... - тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе Зөмәрә Сабирйәновна. Тауышында бер ни тиклем үкенес тә юҡ түгел . Алсәскә быны көтмәгәйне.
- Зым-зыя юҡ булды ла ҡуйҙымы ни?
- Улай уҡ түгел. Ҡыш буйы бында ла эшләне, яҡындағы ЖЭУ-ға барып эшкә урынлашты. Ҡар көрәне. Аҡса алды. Кейенде. Бер көндө баҙарҙан ит барып алып бишбармаҡ бешертеп һәммәһен дә һыйланы. Бөгөнгө кеүек матур итеп ултырҙыҡ. Мозафар үҙе лә бик ҡәнәғәт ине. Ҡарт-ҡоро ла уға ихтирам менән ҡарай башлағайны. Ярҙамсыл булды. Иртәнсәгенә иртүк ҡарауылсыны ғына уятып эшенә сығып киткән. Кисенә ҡайтманы. ЖЭУ-ға шылтыраттыҡ. “Расчет алды,”- тинеләр. Ғәжәп иттек. Ҡайтыр тип йәнә бер көн көттөк. ..Юҡ был... Бүлмәһен ҡараштырһаҡ, яҙыуы табылды. Тараҡан бото кеүек яҙған. Бына ул.
Алсәскә ҡағыҙға күҙ төшөрҙө. Ысынлап та тараҡан бото: “Рәхмәт: Алсәскә, директор. Мин: Мәскәү, Арбат”. Шуның менән - вәссәләм.
Кем булды был сәйер Мозафар Ҡәнзәфәров? Нишләп йөрөнө, нимә эҙләне икән “Александр Сибиряков” матросы был ҡала һәм был заманда?
Кисә матур тамамланды. Кемдер тыңламаған бармаҡтарын көсләп эшкә ҡушып гармун тартты, йәшлектәге йырҙарын һуҙҙылар, таҡмаҡтар әйтелде. Бейей алмағандарына үкенеп ҡуйҙылар. Хушлаштылар.
- Ҡайҙан килгәйне икән Мозафар ағай беҙҙең янға, ҡайҙа китте икән, Исмәғил?
- Ваҡыт эенән килеп, ваҡыт эсенә сумғандыр.
- Нисек инде?..
- Беләһеңме, Алҫыу, беҙҙең әйләнә-тирәләге бихисап физик матдәләр, һәм дәүмәлдәр араһында иң серлеһе, аңлайышһыҙы - ваҡыт.
- Нимәһе аңлашылмай? Аға ла аға...
- Ә уны кем үлсәп, ҡапшап ҡараған? Хәйер, боронғо грек ғалимдары, философтар уны йүгәнләп, тотоп ҡарарға маташа. Ләкин- һөҙөмтәһеҙ. Ҡайһы бер ғалимдар уны үткәндән киләсәккә атылыусы уҡ тип баһалай; икеселәр циклдар теорияһына бәйләй. Сөнки, тиҙәр улар, Йыһан өҙлөкһөҙ үҙ башланғысының тәү нөктәһенә табан хәрәкәт итә һәм артабан, бер үткән юлды яңынан ҡабатларға тотона. Ваҡыт та шулай итә.
- Беҙ, тимәк, ғаләмдең хаос эсендә булған сағына табан китеп барабыҙ?...
- Ҡурҡма! Ул нөктәгә тиҙ генә етерлек түгел. Ә өсөнсөләр ваҡыт бер үлсәмле генә түгел, тип бара. Ябай әйткәндә, ваҡыт атмосфералағы күҙгә күренмәгән каналдар, упҡындар аша ла үтергә һәләтле. Шул соҡор-саҡырҙарҙан ул ҡасандыр юғалған
әйберҙәрҙе, кешеләрҙе эйәртеп алып сыға имеш. Ваҡыт, беҙ аңлағанса, сәғәттәребеҙ ыңғайына ғына аҡмай.
- Ә һинең үҙ теорияң бармы?
- Алсәскә,- тип шыбырланы Исмәғил ҡыҙҙың ҡолағына. Гел “Алҫыу” тип үсәкләгән Исмәғилдең уға “Алсәскә” тип әйтеүе сәйерерәк тә ине. - Әйҙә, бер ергә алып барам, ултыр машинаға.
Алсәскә, уйҙарынан арыныр-арынмаҫ, Исмәғилдең машинаһына инеп ултырҙы. Руль артында ултырған Исмәғилдең машинаһын ҡуҙғатмауын шәйләп боролоп ҡараһа, уныһы быға текәлгән.
- Эй, психатерапевт! Арбама мине күҙең менән! Трансҡа индерергә итәһеңме? Мин бирешмәйәсәкмен!
- Бирешерһең. Күр ҙә тор!
- Ҡурҡытма, йәме!
- Ҡурҡма! Ҡурҡһаң, минең етәккә тотонорға тырыш. Юғиһә, ваҡыт тигән лабирентҡа инеп юғалыуың бар.
- Ҡурҡытма, тинем дә инде...
Исмәғил Алсәскәнең битенән үбеп алды. Сәйер... Йылы булып китте Алсәскәгә. Ул Исмәғилде электән энәһе-ебенә тиклем белгән класташ малай ғына итеп түгел, күп һәләттәргә эйә ир кеше итеп тойҙо. Исмәғил кеүек ир-егет янында булһаң, ысынлап та аҙашмаҫҡа мөмкиндер.
Машина Ҡарттар йорто ҡапҡаһынан сығып, ваҡыт тулҡындары эсенә инеп китте.
Читайте нас: