Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
24 Февраль 2019, 23:18

ГРАНДИОЗ АСЫШ

Фантастик хикәйә

Төнгө ун берҙәрҙә Данил урамға сыҡты. Йоҡо алдынан ул саф һауа һулап йөрөргә ярата. Йәйге төн бигерәк матур ине: түп-түңәрәк булып тулған яҡты ай йомшаҡ нурҙарын һибә, әкрен генә йылы ел иҫә.
Ай шул тиклем дә яҡты булыр икән! Ул хатта, нисектер, Данилдың күңелен ашҡындырып ебәрҙе. Бәлки, тулҡынланыуының сәбәбе айҙа ла түгелдер. Нисек йөрәгең елкенмәһен: иртәнән һуңға диссертация яҡлай! Егерме алты йәшендә философия фәндәре кандидаты исемен аласаҡ! Бының нәҡ шулай булырына Данил остоҡ та шикләнмәй. Хәүефләнергә урын да юҡ: аспирантураны уңышлы тамамланы, фән буйынса етәксеһе — арҙаҡлы ғалим, диссертацияһын маҡтайҙар. Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә бына тигән!
Татлы хыялдарға сумған егет һыу буйына етте. Тымыҡ күлгә бер килке ҡарап торғас, әллә нишләп шул тиклем итеп һыу ингеһе килде. Күл уны магнит һымаҡ үҙенә тартты. Сәйер теләгенә ҡаршы тора алмайынса, тиҙ генә сисенде лә күлгә һикерҙе. Һыу яңы һауылған һөттәй йылы ине. Бығаса тыныс холоҡло егеткә әллә ни булды: рәхәтләнеп, ҡотороноп һыу ҡойондо.
Ниһайәт, яр буйына сыҡҡас, Данил үҙ алдына мығырҙаны: «Ниндәй матур күл тураһында әллә ниндәй шомло хәбәрҙәр һөйләгән булалар...»
Һыу инеп сыҡҡандан һуң егет үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙҙе. Хәрәкәттәре киҫкенләнде, үҙ-үҙенә ышанысы самаһыҙ артты. Тиҙ генә кейенде лә атаһынан ҡалған дача яғына атланы. Үҙе өсөн мөһим ваҡиға алдынан тәбиғәт ҡосағында ял итеү ниәте менән бында килгәйне.
Ныҡлы тәьҫирләнеүенә ҡарамаҫтан, ятҡас та йоҡоға талды. Тәүҙә төшөндә төрлө буталсыҡ, мәғәнәһеҙ нәмәләр күрҙе. Шунан улар юҡҡа сыҡты ла, теге күл пәйҙә булды. Һәм... ниндәйҙер тауыш ишетелә башланы. Кемдер фәнни лекция уҡый түгелме? Тырыш, ҡыҙыҡһыныусан шәкерт булараҡ,
Данил ғәҙәте буйынса иғтибарлап тыңланы. Был лекция ғына түгел, өр-яны фәлсәфәүи тәғлимәт тә баһа!
Оҙаҡламай тауыш туҡтап ҡалды. Ныҡлы тетрәнгән йәш ғалим тертләп уянып китте. Тиҙ генә тора һалып, утты ҡабыҙҙы. Өҫтәл артына барып ултырҙы ла ҡабалан-ҡорһалан яҙырға тотондо.
Ике сәғәттән ашыу бер туҡтауһыҙ, автомат һымаҡ яҙҙы. Әйтерһең, кемдер әйтеп тора, ә ул, арыу-талыу белмәй, ҡағыҙға төшөрә.
Ахырҙа, туҡтап ҡалды. Уфф... Бөттө шикелле. Ҡара тиргә батҡан Данил, киҫкен хәрәкәт менән таҫтамал эләктереп, елкәһен, биттәрен һөрттө. Бер аҙ тын алғас, яҙғандарына күҙ йүгертеп сыҡты.
Эйе, һис шикһеҙ, был әлегәсә билдәле булмаған өр-яңы фәлсәфәүи тәғлимәт ине. Ул ғына ла түгел, донъялағы фәлсәфәүи фекер үҫешендә оло һикереш яһарлыҡ грандиоз асыш бит был! Ошо тәғлимәткә таянып, фәндең барлыҡ өлкәләрен дә иҫ киткес бейеклеккә күтәрергә була! Шаҡ ҡатырлыҡ...
Әлеге мәлдә Данилдың ҡиәфәте ҡурҡыныс ине: йөҙө ағарынған, күҙҙәрендә зәһәр ут яна. Бына ул дүшәмбе көн яҡлаясаҡ диссертацияһын иҫенә төшөрөп, ауыҙын салышайтып мыҫҡыллы йылмайҙы. Ниндәй меҫкенлек, фекер һайлығы! Данил дорфа ҡиәфәттә диссертацияһын алды ла асыҡ форточка аша ташларға тип киҙәнгәйне, һуңғы секундта кире уйланы. Ни тиһәң дә, өс йыл буйы яҙған хеҙмәте бит. Иҫтәлеккә ҡалһын әйҙә. Диссертация ҡулъяҙмаһын иренеп кенә өҫтәлгә ырғытты.
Күк ҡанатлы хыял ҡошо Данилдың күңелен ҡосағына алды ла, һауаға, таң ҡалырлыҡ бейеклеккә күтәрелеп, кәйелеп осто...
Дүшәмбе көн Данил диссертацияһы урынына ошо тәғлимәтте яҡлаясаҡ! Уға шунда уҡ докторлыҡ дәрәжәһен бирәсәктәр. Егерме алты йәшлек философия фәндәре докторы, профессор, юҡ — академик! Даны ботә донъяға тараласаҡ!!! Юҡ, улай ғына түгел, бөтә донъя Данилдың аяҡ аҫтында буласаҡ!!!
Ошо мәл төн тынлығын ярып, әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Данил терт итеп ҡалды, ҡапыл хәле бөтөп, түшәккә ауҙы. Ләкин ҡулъяҙмаһын ҡулынан
ысҡындырманы. Ҡанатлы мәхлүк Данилды хыял ҡошоноң ҡоласынан ысҡынып китеп, ергә йығылып төшөргә мәжбүр итте. Сәғәт төнгө өстө һуҡты...
Данил бер ни белмәй, үлек кеүек йоҡланы. Уяныр алдынан космос төшөнә керҙе. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәрһыу-күк киңлектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар, планеталар емелдәшә. Тыңлап туйғыһыҙ илаһи музыка яңғырай. Бына тантаналы тауыш ишетелде: «Кисә төндә яҙғандарыңды юҡ ит! Был белемде ҡабул итергә кешелек әлегә әҙер түгел».
Данил ҡапыл уянып китте. Күпмелер ваҡыт ни эшләргә белмәй алйып ятҡандан һуң торҙо ла ишек алдына сыҡты. Күтәрмәгә ултырып тәмәке ҡабыҙҙы һәм тәрән уйға батты.
Был нәмә? Иҫкәртеүме? Юҡ, Данил инанған атеист булараҡ, шуны белә: бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел! Әлбиттә, ул һаташҡан ғына. Ғалим кеше хөрәфәттәрҙән, мистиканан өҫтөн булырға тейеш.
Нишләргә?! Һаташыуға иғтибар итеп, шул тиклем мөмкинселектән баш тартырғамы? Юҡ, был... ахмаҡлыҡ булыр ине. Байтаҡ данлыҡлы ғалимдарҙың ҙур асыштарын төштәрендә яһауы — тарихта билдәле факт. Данил уларҙан да шөһрәтлерәк, бөйөгөрәк буласаҡ!
Ҡыҫҡаһы, хәл итте. Хәҙер ҡалаға ашығырға кәрәк.
Данил тиҙ генә кейенде лә, иртәнге ашты ла ашап тормайса, юлға сыҡты. Таксиға ултырып, ҡала яғына елдерҙе. Ләкин ярты юлды ла үтмәнеләр, машина шып туҡтаны. Шофер һуҡрана-һуҡрана капотты асып, двигателдә соҡонорға тотондо.
Байтаҡ ҡына көткәндән һуң, Данил түҙмәне, кабинанан сығып үткенсе машиналарға ҡул болғай башланы. Тик нишләптер, береһе лә туҡтаманы.
Шофер ике сәғәт тирәһе булышҡандыр, ниһайәт, ҡуҙғалдылар. Ләкин оҙаҡ та барманылар, йәнә ватылып ултырҙылар. Был ниндәй уңмаған юл булғандыр инде, илле саҡрым араны ярты көндә саҡ үттеләр.
Данил фатирына ингәндә, сәғәт дүртенсе киткәйне. Юл кейемен алыштырып та өлгөрмәне, һабаҡташы Ғариф килеп керҙе. Иҫәнлек-һаулыҡ
һорашҡас, хужа ҡунағын креслоға ултыртты ла, теге дәфтәрен биреп:
— Уҡы, — тине.
Ғариф Данилға һораулы ҡараш ташлағас, дәфтәргә текәлде. Ҡиәфәтендәге вайымһыҙлыҡты шунда уҡ ныҡлы ҡыҙыҡһыныу алыштырҙы. Ғәжәпләнеүҙән ауыҙы асылғандан асыла барҙы, яйлап йөҙө ағарынды. Уҡып сыҡҡас, аптыраштан түңәрәкләнгән күҙҙәрен һабаҡташына бер талай төбәп ултырҙы ла:
— А-авторы ке-ем? — тпи тотлоғоп һораны.
— Әлбиттә, мин, — тине Данил, аңра һорау өсөн уға шелтәле ҡараш ташлап.
— — Дис... диссертацияң..: — тип Ғариф һүҙ башлағайны. Данил уны бүлдерә һалды:
— Минең төп хеҙмәтем ошо, ә диссертацияны... былай ғына булыштырҙым. — Элек ялғанды йәне һөймәгән Данил алдашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Б-был бит... бө-бө-йөк асыш! — тине Ғариф, тетрәнеп. Данил бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Һабаҡташына буй етмәҫлек өҫтөнлөк менән ҡарап, ауыҙын салышайтып йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Ғариф ҡапыл ике ҡуллап башын тотоп, ҡырағай тауыш менән ҡысҡырҙы ла йүгереп сығып китте. Данилға был мәрәкә булып күренде.
—- Һа-һа-һа, иҫәр! — тине, рәхәтләнеп һаһылдап.
Данил машинкала баҫырға ултырҙы. Иртәгә тиклем нисек тә өлгөртөргә кәрәк ине. Тик бер нисә төймәһенә баҫҡас та, машинка көйһөҙләнде лә ҡуйҙы.
— Тьфү, ниндәй хәйерһеҙ көн һуң был! — тин асыуланды Данил. Йүнәтеү ниәте менән булыштырып ҡарағайны, машинка бөтөнләй ватылды. Сығырынан сыҡҡан Данил йоҙороҡлап машинканың төймәләренә һуҡты.
Ошо мәл урамда шау-шыу ҡупты. Данил асыҡ тәҙрә янына барҙы, аҫҡа ҡараны. Аҡ халат кейгән дәү кәүҙәле ике ир бөтә көсөн һалып ҡаршылашҡан Ғарифты «Тиҙ ярҙам» машинаһына һөйрәкләйҙәр ине.
— Теймәгеҙ миңә! Мин грандиоз асыш яһаным! Мин — гений! — Ғариф бер туҡтауһыҙ ошо һүҙҙәрзе ҡысҡырҙы.
Данилдың асыуы тағы ла нығыраҡ ҡабарҙы:
— Ге-ний... — тип һуҙҙы мыҫҡыллы тауыш менән, — бездарь һин! Бына мин — гений!
Ахырҙа, Ғарифты салонға тыҡтылар һәм машина ҡуҙғалып китте. Был хәлде күҙәтеп торған әбейҙәрҙең береһе:
— Эй, меҫкен, аҡылдан яҙған икән, бигерәк күп уҡый тиҙәр ине шул, — тип йәлләп ҡуйҙы.
Данил тәҙрәне шапылдатып ябып ҡуйҙы ла уйға ҡалды: кемдә машинка бар әле? Әһә, дүртенсе ҡатта йәшәгән Эльза машинкала баҫа бит. Дәфтәрҙе эләктерҙе лә дүртенсе ҡатҡа күтәрелде. Эльза өйҙә ине.
— Әлбиттә, баҫып бирәм, — тип ризалашты ҡыҙ һәм дәфтәрҙе ҡулына алды. Ошо мәл Эльзаға ҡапыл ниҙер булды: алһыу йөҙө ағарынды, дәфтәрҙе төшөрөп ебәрҙе, күкрәгенең һул яғын усы менән ҡыҫты һәм яй ғына иҙәнгә сүгеп ултырҙы.
Данил телефонға ташланды. «Ашығыс ярҙам» саҡыртҡас, врачтарҙың килеүен көтөп то тормайынса, фатирына ашыҡты.
Данилды яҡшы белгән кеше әле уның менән аралашһа, аптырар ине. Һуңғы тәүлек эсендә ул шул тиклем үҙгәрҙе, ләкин был турала үҙе һиҙенмәй ине.
Аҙаҡҡы ваҡытта кисергән тетрәнеүҙәре сәбәплеме, хәле кинәт кенә үтә мөшкөлләнде: ауыртыуҙан башы ярылып килә, ҡыбырҙарлыҡ та әмәле юҡ. Көс-хәл менән карауатҡа барып етеп, һушһыҙ булып ауҙы. Кемдеңдер иңбашына төртөүенән уянып китте. Утты ҡабыҙып, өҫтәл артына ултырҙы. Сәғәткә күҙ һалды — төнгө беренсе киткән. Ҡарашын машинкаға йүнәлтте — ул төҙәтелгәйне. Данилды был сәйер хәл әҙ генә лә ғәжәпләндермәне. Ул бер ниндәй уйһыҙ, программаға һалынған автомат һымаҡ хәрәкәт итте. Дәфтәрҙе алдына һалды ла ғәҙәттән тыш тиҙлек менән машинкала баҫырға тотондо. Ике-өс сәғәттә эшен бөтөрөп, карауатҡа барып йығылды.
Таң алдынан йәнә космос төшөнә керҙе, һәм шул уҡ тауыш ҡабатлап киҫәтте:
— Яҙғандарыңды юҡ ит! Уларҙы ҡабул итергә кешелек әҙер түгел!
— Был ниндәй төш булды һуң?! — тип асыулы мығырҙаны Данил, уянып киткәс, — һаташыуға ҡарап шундай грандиоз асыштан баш тартмам инде. Мин рухи яҡтан азат шәхес! Һуңғы арала саманан тыш тулҡынланғанға һаташтыралыр. Бөйөк асыш яһағанда ундай ғына ҡаршылыҡтар булалыр...
Данил йәһәт кенә тора һалып йыуынды ла, ҡапҡылап алғас, йыйынып урамға сыҡты. Иртәнге сәғәт булыуға ҡарамаҫтан, көн эҫе генә ине. Һауа тын, ел әҫәре юҡ.
Туҡталышта автобус көткәндә түҙмәне, портфеленә ҡулын тығып, ҡулъяҙманы ҡапшап ҡараны һәм ҡәнәғәт йылмайып, татлы хыялға сумды. Бөгөнгө көн — бөтә донъяға билдәле тарихи ваҡиғаға әүереләсәк! Мине... Шул саҡ Данил фатирының асыҡ тәҙрәһенән ҡуйы төтөн сыҡҡанын шәйләне. (Туҡталыш ул йәшәгән йорттоң ҡаршыһында ғына ине.) Данил тәғлимәттең артыҡ даналарын, ҡараламаһын өйөндә ҡалдырыуын иҫенә төшөрҙө лә, уны-быны уйлап тормайынса, алға атлыҡты. Ошо мәл туҡталышта торған кешеләрҙең йөрәктәрен өшөттөрөп, ҡолаҡ ярғыс итеп тормоз шығырҙаны һәм ҙур тиҙлектә килгән аҡ төҫтәге еңел машина Данилды бәреп йыҡты. Шул ыңғайы портфеле асылып, асфальтҡа ҡулъяҙма биттәре һибелде. Ҡапыл сыҡҡан сыҡҡан көслө ел уларҙы һауаға күтәреп, осороп алып китте. Йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ҡойма ямғыр яуып ебәрҙе.
Шул саҡ Данил аңына килгәндәй булды. Гүйә, ул бына һауала осоп китеп бара! Биттәренә эре-эре ямғыр тамсылары бәрә. Данил, һауала өйөрөлөп, туғыҙынсы ҡат бейеклегенә күтәрелде һәм шар асыҡ тәҙрә алдында туҡталды. Уның алдында ғына — дүрт-биш йәшлек малай. Ләкин малай Данилды күрмәй — уны аҫтағы ығы-зығы ҡыҙыҡһындыра.
Аҫта халыҡ йыйылып киткән. Йәш кенә егет Данилдың тәнен юл ситендәге йәшел газонға һөйрәп сығарҙы. Алыҫтараҡ асылып киткән портфель ята. Кешеләр, ғәжәпләнеп, шул портфелгә ҡарай. Ҡойма ямғыр
булыуына ҡарамаҫтан, ул дөрләп яна. Һауала ла ут ялмап алған ҡағыҙ биттәре өйөрөлә. Шуларҙың береһе теге бәләкәй малайҙың күҙ алдында әйләнгеләй. Ҡап-ҡара теремек күҙҙәрҙә утлы ҡағыҙ киҫәге сағылып күренеп ҡала. Данилды иһә был күҙҙәр бөтөнләй күрмәй ине. Малай, ниҙер ҡысҡырып, бәләкәй генә ҡулдарын болғай, тәҙрә алдында өйөрөлгән утлы ҡағыҙ киҫәгенә үрелә һәм ихлас йылмая, йылмая, йылмая...
1992 йыл.
Читайте нас: