Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
16 Июль 2019, 15:33

ЯҠШЫЛЫҠ ОРЛОҒО СӘСӘМ

ЯҠШЫЛЫҠ ОРЛОҒО СӘСӘМ
Тормошоңда гөлдәр сәскә атыр
Һөйөү нурҙарында ҡойонһа,
Изгелекле ғәмәлдәрҙе ҡылып
Тыйылғандарынан тыйылһа….
Башҡарайыҡ ҡушылған эштәрҙе
Яман булғанынан йыраҡ тор!
Иман бит ул һинең күңелеңде
Нурлап торған яҡты ҡояштыр!
Яҡшылыҡты орлоҡ итеп сәсәм
Шытып сыҡһын улар күңелдә!
Өмөт, ышаныс һәм һөйөү тулған
Яҡты көндәреңдән төңөлмә!
Ҡуйған маҡсаттарың изге булһын!
Ниәттәреңде һин дөрөҫлә!
Аллаһ ҡушҡан тура юлдан барһаң,
Уңыш юлдаш булыр эшеңдә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина.
Читайте нас: