Башҡа шөғөл тапмағас, йө-рөп бер-беребеҙҙең хәлен белешкән булабыҙ. Кисләтеп кенә автобус менән күрше ауылдан ҡәйнеш менән килен килеп төштөләр. Әмәлгә баҡҡандай шул мәлдә телефон шылтыраны. Рәүеф икән.
– Ни эш бөтөрәһең? – ти был.
– Ултырабыҙ әле бикләнеп. Яңы ғына ҡәйнештәр ҡунаҡҡа килделәр.
– Бер сәғәттән беҙҙә булығыҙ!
– Ғүмер буйы рәт-сүрәт, тәртип, һүҙҙең яйын белмәнең инде, ҡунаҡты
шул килеш кем ултыртып ҡуя? Табын йыйырға моғайын да аҡылың етмәҫ, үҙем саҡырам!
Ни хәл итәһең, кешенең һүҙен йығып булмай, брезент плащтар бөркәнеп, резина итектәр кейеп алып киттек саҡырған ергә. Ә Рәүеф арғы урамда, беҙҙән алыҫ йәшәй.
Аяҡ тауыштарын ишетеп буғай, ул беҙгә ҡаршы сыҡты ла аптыраулы төбәлде:
– Бәй, һеҙ түгелме был? Ни йомош?
– Рәт белмәйһең шул, бынау яҡшы хужа этен урамға сығармаған көндә, һин йөрөйһөң алыҫтан килеп төшкән ҡунағыңды йонсотоп! Килмәҫегеҙгә иҫәп тотоп өндәшкәйнем шунда. Әйтергә кәрәкмәгән…