Ай, Шүлгәнташ, Шүлгәнташ,
Ай, Шүлгәнташ, Шүлгәнташ,
Ай, Шүлгәнташ, Шүлгәнташ,
Ярҙар буйлап туғайҙар киң,
Мал тотһағыҙ – кәрәк үлән!
Илгиҙәрҙең хыялында тулҡын –
Сит ярҙарға ҡағып торғаны.
Юл йомғағы уның баш аҫтында,
Алыҫ йондоҙлоҡтар – юрғаны.
Үткәндәрҙе тиҫбе итеп тартып,
Ерҙе урап, тыуған ярға баҫып,
Балҡый унда һүнгән күмерҙәр.
Ғәжәпһенмәҫ әсә йәнле тупраҡ,
Ярҙа торған һағышлы бер һынға:
Шаршы шыбырлауы, сайпылыуы,
Япраҡтарҙа ҡошмо, бөжәкме...
Сабаҡтарҙың кинәт тайпылыуы –
Оҙаҡ күрмәгәндә ғәжәптер.
Эҫелә башҡа кейгән иҫтәлек.
Йәндең төпкөлөнә һеңгән зауыҡ, Нишләтһә лә тормош, шул көйө.
Эшләпәгә арыу япраҡ табып,
Эй, доньяның камил төҙөлөшө,
Йәнде-тәнде имләр ябайлыҡ.
Табаҡ япраҡ эсә нур өлөшөн,
Мәсет-сиркәү асылғанда нишләп
Мәктәп ябылыуы мөмкин һуң?
Быуаттарға убылып артҡа төшһә,
Ишетмәмеш булыр микән дәүләт?
Мәҙрәсәгә ҡалыр микән көн?
Белем юлы бикләнерме кинәт?
Һөнәр юлын ҡаплар микән төн?
Ә бит заман наҙанлыҡты һөймәй!
Китап менән ярыша экрандар...
Бала үҫһә дәреслектәр күрмәй,
Белемгә хоҡуҡтан ни ҡала?!
Аттестатһыҙ ҡалһын тип ауыл?
Мәғарифҡа бәргән был дауыл?
Ҡайһы яҡҡа ынтылалыр Рәсәй?
Киләсәктең ҡәһәренә дусар
Бөгөндән үк был аяуһыҙлыҡ.
Күҙҙәр төбәләлер интернатҡа –
Шунда уҡыр, бәлки, балалар?
Ә кемдәрҙер ымлай интернетҡа –
Кәрәксә компьютер табалар?
Ул булғанда, белгесе лә бармы?
Шәп дәресте дисктарға яҙып,
Оло быуын аңлап, тырышырмы?
Инетта кем тәртип баҡсыһы?
Өс юлдан да алһаҡ отошто,
Мөмкин мәғарифты тотошоу.