Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби күстәнәс
14 Август 2019, 13:56
Көҙгә китәм!
Көҙгә китәм!Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара,Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙТамсы булып тама йәнемдән…
Өмөт иттем йәйҙең йылыһына,
Йәнем мохтаж ҡояш наҙына…
…Алдап ышандырып эйәртте лә,
Алып барып тыҡты һаҙына!
Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер,
Танһыҡтарым быйыл ҡанманы,
Йән теләгән йәшел мөғжизәгә
Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы!
Былай булғас, башҡа сарам бөттө:
Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан!
Эй ялбарып миңә бахыр йәйем
Илай-илай ҡалыр артымдан…
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Читайте нас:
Подпишись на наш телеграм канал
Телеграм канал газеты "Ашкадар"
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять