Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
18 Ноябрь 2019, 21:05

Гөлназ Ҡотоева шиғриәте

Иртән торғас тәүге уйымһинең хаҡта.

Ҡар яуамы, әллә ямғыр
һинең яҡта.
Беләм шуны: ҡай ерҙә лә
Бер үк шул Ай.
Ул тулғанда хистәр таша
Эскә һыймай.
Шул ваҡытта һин киләһең
Минең уйға.
Ул уйҙарҙы аҡыл ғына
Бәйләп ҡуйған.
Йөрәк үҙе ҡабул иткән
Сыҙам, сабыр.
Хис кенә үҙен белдерер
Юлын табыр.
Әйләнә лә килә уйҙар
Һинең хаҡта.
Гүйә улар тора кеүек
Гелән һаҡта.
Асҡан кеүек көнгә ҡарап
Тажын сәскә,
Һинең хаҡта уйҙан тула
Күңел хискә.
Читайте нас: