Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
19 Декабрь 2019, 17:15

Ҡуҙғалған тамыр

Әсәһе әйләнгән һайын “ауыл да ауыл” тип, теңкәһенә тейеп бөткәненә, күнгән инде Зарема.

Ҡуҙғалған тамыр
Күп ваҡыт көлкөгә һабыштырып, йә булмаһа һүҙҙе икенсегә бороп йыуата. Алай ҙа ҡәҙерләп, төрлө ризыҡтар менән туҡландырып, аҫтын йомшаҡ, өҫтөн таҙа итеп кейендереп, йәшәтә алғанына һөйөнһә лә, ауылда ла тора алыр инем тигәненә йәне көйгән саҡтары күп. Инде хәҙер туҡһанға аяҡ баҫҡан. Нисек инде, олоғайған ғәзиз әсәңде ауылда мейес яҡтырып, кем ҡасан бер стакан һөт керетеп бирә тип, йә булмаһа ярты икмәккә зар итеп тотаһың. Йорт ҡаралтылары ла ныҡлы таушалған булғанлыҡтан, күп уйлап тормай, тотто ла күсереп алды ул үҙен ҡалаға. Ул саҡта алтмыштан үткәйне. Үҙе бик риза булып күсһә лә, ҡала тормошона өйрәнә алмай этләнде. Иң беренсе аҙыҡ болоның юҡлығына ҡото осто:
  • Нисек инде ул, ҡышлыҡҡа кәртүфһеҙ керәһегеҙ, йә булмаһа һуғым һуймайһығыҙмы ни? Ҡышлыҡҡа емеш-еләк йыйҙыңмы? - тип бәйләнә ине. Аҙаҡ көн дә магазиндан һатып алып ҡайтҡанға күнепме, шатланыпмы:
  • Ҡуйсы, ҡуйсы, был хөкүмәт һеҙҙең өсөн мөгәрәп тота икән дә, йә булмаһа, һуғым һуя икән дә, - ти торған булып ҡалды. Шулай ҙа:
  • Атайың, мәрхүмкәйем, үрғуян тотоп ашата ине. Эй тәмле була торғайны ҡуян бәлеше, бигерәк тә тары ярмаһы һалып, мейескә суйынды ултыртһаң, төшкә тиклем һөйәгенә хәтлем, иҙрап бешә торғайны, - тигәс, баҙарҙан ҡуян түшкәһе лә һатып алып ҡайтҡанын хәтерләй Зарема. Ауылса итеп суйын көршәктә тары ярмаһы һалып, ҡуян бәлешен духовкала бешереп, әсәһен һыйларға булды. Аҙаҡ ашағас әсәһе:
  • Тәп-тәмһеҙ була икән дә мынау йорт ҡуяны тигәнең. А-а-а-ай, атайың тотҡан ҡуянға етеү ҡайҙа ул, - тип амин тотҡан әсәһенә хәтере ныҡ ҡалғайны.
  • Ни эшләйһең бит, атайым тотҡан өсөн генә лә шулай ныҡ тәмле булғандыр ул, бәлки!
  • Әле тағы бер ҡыҙыҡ хәлде иҫенә төшөрөп алды. Ауылдан килгәс, бәҙрәф бәләһе тыуып китте:
    • Ап-аҡ сынаяҡҡа ярау итергә, мин иҫәрме ни, - тип, ҡала ерендә ауыл бәҙрәфен таптырып эш һыйын килтерҙе Зареманың. Сығып китеп, бәҙрәф эҙләп, таба алмай ҡайтҡас, илле алла менән саҡ күндергәйне әсәһен “аҡ сынаяҡ”ҡа ултырып тәһәрәтләнергә.
    • Атаһы вафат булғас, әсәһе байтаҡ ҡына ауылда яңғыҙы тороп булашты. Аҙаҡҡы йылдарҙа мал-тыуарын бөтөрһә лә, ауыл тормошо ауырлашҡас, күсереп алдылар.
      Шуға егерме йылға яҡын ваҡыт үткәс үкенеп ултыра әле. Оло кешене ғүмер буйы йәшәгән урынынан ҡуҙғатыу, оло ҡарт тирәкте күсереү менән бер. Икенсе урында яңынан тамырлана алмай. Тамыр тартып киткәндәре лә ваҡ ҡына япраҡ ярған була ла бит, оҙаҡ йәшәгәнен дә хәтерләй алманы ул.
      Улар - һигеҙ бер туған. Бөгөнгө көндә әсәһен ҡарау ауырлашһа ла, ҡайһы берәүҙәр кеүек “берәр айлап ҡарайыҡ” тигән төшөнсәне өнәмәй ул. Үткән йыл Мәфрүзә апаһы: “Миндә лә әсәй әҙерәк торһон инде” - тигәс, ҡунаҡҡа тип ник ебәргәненә үкенеп бөтә алмай. Шул барыуҙа ғына, бер ай эсендә, һул яҡтан фалиж һуғып ҡайтты. Хәтерендә, ҡайтҡас сәй эсеп ултырғанда ҡапыл:
      • Бәрептереп ебәрҙе, барыптырып төштөм, башым ныҡ итеп ауыртып уянғанда, һул ҡулыма таяна алманым. Ҡараһам - иҙәндә ятам, - тип ниндәйҙер булып үткән хәлде иҫләргә тырышҡан ине.
      • Кем бәреп ебәрҙе һуң һине, әсәй? – тип Зарема асыҡларға тырышты.
      • Әлләсе, берегеҙҙең ире инде…
      • Кемдеке,әсәй, - тип төпсөндө, ипләберәк.
      • Әллә ҡайһығыҙҙыҡылыр инде…
      • Эсе бошто Зареманың. Әсәһен сирләп китеп, һул яҡ һанын паралич һуҡҡандыр тип, уйлай ине бит ул. Асылда кемдер ҡул күтәргәнлектән, тетрәнеүгә дусар булғанлыҡтан, ошо хәлгә тарыған икән дә…
        • Аҙаҡ үҙен дә фалиж һуҡты ул…
        • Кемде, әсәй!
        • Кемде тип ни, Альберт еҙнәңде!
        • …?!
        • Зарема телһеҙ ҡалды. Үҙенән өлкән Ғәзимә апаһының ире ҡулын өсөнсөгә паралич һуҡҡанлыҡтан, күптән түгел өсөнсө группа инвалидлыҡ алып йөрөнө. Шул һуғып йыҡҡан булып сыға. Кит инде, хоҙайым. Бер ай ҡунаҡ итергә лә ҡулдарынан килмәгән эштәренә алып китәләр тип, әсенде Зарема. Олоғайған әсәһе көндән-көн сабый хөкөмөнә керә барҙы. Көндән-көн ауылын, һыу буйҙарын, күпертеп бешергән икмәген, күрше-күләнен һағынып бер туҡтауһыҙ һөйләне. Шулай итеп, тағы бер йыллап ваҡыт үтеүгә, бөтөнләй ятып уҡ сирләүгә әйләнде. Ярауы аҫтында булһа ла, Заремаһы аҫтын таҙа тотто. Оло кеше еҫе сыҡмаймы тип, таныш белештән килһә һораша ла һала ине. Туғандары ла юҡ-юҡтан килеп хәл белгеләп торҙолар. Һуңғы йылдарҙа онота биреп тә ебәрҙеләр. Ундай сараға Зарема үпкәләмәне лә. Көсө бар, алатлы-ҡеүәтле сағы, үҙ әсәһе көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндә һөйләшеп, мәрәкәләшкәндә - мәрәкәләшеп көн иттеләр. Берҙән-бер көндө, әллә йыл ярым тирәһе килеп әсәһенең хәлен белмәгән килене, уртансы ҡыҙы - Рәсимә исемле апаһы килеп керҙеләр. Әсәйгә күстәнәстәр килтереп һалған ҡыҙының күстәнәстәрен алып доға ҡылды ла:
          • Һин кем булаһың? – тип һораған әсәһенә, Рәсимә апаһы:
          • Мин бит, әсәй, был – мин, Рәсимә тигән ҡыҙың, - тип үҙен танытырға тырышһа ла, әсә ҡыҙын таныманы һәм һөйләшмәне лә, үҙ эше менән булып, ауыҙын асып, оло итеп иҫнәп, күҙҙәрен йомдо. Ҡото осҡан Рәсимә апаһы йоҡо бүлмәһенән атылып сығып, кухняға килеп кереп арлы-бирле итте лә, ҡайтып китеү яғын ҡараны. Киткән саҡта Зарема туғанына иламһырап:
          • Әсәйем мине таныманы, шулай ҙа кереп хушлашып сығайым әле, - тип кереп хушлашҡас, юлында булды. Әсәһенең апаһын танымағанға Зареманың да иҫе китте. Күптән түгел генә һағынып һорашып ултыра ине ул һине, тип апаһын йыуатһа ла, Рәсимә апаһы ышанманы, илай-илай ҡайтып китте. Аҙаҡ әсәһе янына әйләнеп кереп ултырғайны. Әсәһе:
          • Киттеме теге?! - тип ҡәтғи генә һораны.
          • …Китте, - тине лә һағайып, - ниңә, әсәй, ысынлап та таныманыңмы ул һин Рәсимә апайымды? - тине ғәжәпләнеп.
          • Нишләп танымайым ти мин! Йылдан артты килмәгәненә. Инәй тинең ни ҡалды! Ай-һай, ай-ай-ай, уның ғына эше күп тә, ул ғына эшләгән. Эште уны әвәдәмәңге атай-бабайҙарыбыҙ эшләп бөтә алмағандар. Ул ғына эшләп бөтмәһә. Әсәһенең хәлен белергә лә бушаманы йыл буйына, - иҫбатлап, тағы ла оҙаҡ итеп, бер теше лә юҡ ауыҙын асып, иҫнәне лә, йоҡлап та китте.
          • Зареманың һушы китте. Әле генә фалиж һуҡҡандан хәлһеҙ әсәһе түгел, бала сағында колхоз йыйынында етешһеҙлектәрҙе тасуирлап, аяғүрә баҫып, мөнбәрҙән телмәр һөйләгән әсәһе һыны күҙ алдына баҫты. Ғәжәп күренеш! Кеше инде ҡартайған, бөткән тигәндә лә үҙендә шундай ҙур рухи көс һаҡлай икән дә! Бына тигеҙ генә тын алып инде һигеҙенсе йыл түшәктән тормай ятҡан әсәһе - иң ҡәҙерле кешеһе йоҡлай. Үҙ ғүмерендә аслыҡты, яланғаслыҡты күргән. Революция осоронда комсомол, партия ағзаһы булып, Мәскәүгә йәш балаһын күтәреп, ҡатын-ҡыҙҙар съезына барған, һуғыш йылдарында председатель, аҙаҡ кассир, бүтән ғәйри яуаплы эштәр башҡарған ил инәһе ята. Күпме боҙолошҡан ғаиләләрҙе яраштырған, күпме яҡшы кәңәштәрен биргән ул үҙ ауылдаштарына. Ә беҙ уға еңел-елпе, хәле бөткән, эше бөткән тигән күҙлектән генә ҡараһаҡ, нисек итеп кенә тәрбиәләп сығарҙы ул илленән күптән үткән, ҙур вазифа биләп алып-биреп эшләп йөрөгән ҡыҙын! Һәйбәт тәрбиә – тине Зарема бер аҙ уйланып ултырғас. Апайына был турала һөйләмәҫкә ҡарар итте, аңламаҫ. Йә әсәйгә үпкәләргә тотонор.
            Әсәһенең, уянғас та, “ауылға ҡайтам, бер таяҡ ҡына яһап бир миңә, шул таяҡҡа таянам да ҡайтам”, тип әйтәсәген белгән Зарема, үҙенең өй ремонтлағандан ҡалған ике метр самаһы рейка-таяҡты әҙерләп ҡуйғайны. Әсәһенең, уянғанын көтөп алғандан һуң, тамағын ялғатты ла:
            • Әсәй, мин һиңә таяҡ яһаным бит әле, - тип әйтеүе булды, әсәһе саҡ аяҡтарына тороп баҫманы.
            • Кит, ысынмы?!
            • Ысын, ысын, - тип әлеге рейка-таяҡты ҡулына килтереп тотторғас, эшкинмәгән ҡулын да теге таяҡҡа килтереп йәбештерҙе ауырыу. Зарема ҡыҙы менән ситтән генә күҙәтергә булдылар.
            • Әсә таяҡҡа ике ҡуллап тотонған килеш ҡалғый башланы. Оҙаҡ ҡына бәүелде-бәүелде, һис көтмәгәндә, һеперткегә ултырып осҡан баба-Яга кеүек ҡаршы эстинәгә ҡарап осто ла китте. Ярай әле ҡаршыһында тағы ла шулай үҙе ултырған кеүек карауат. Зарема уларҙы йоҡо бүлмәһенә парҙан алып ултыртҡайны. Береһе - ҡыҙыма, береһе -үҙемә, йәнәһе. Бәхетенән карауат өҫтөнә , береһе өҫтөнә - береһен ҡабартып, битенә матур селтәр ябылған, мендәрҙәр өҫтөнә барып ҡунды. “Аһ!” тип ҡалдылар инәле-ҡыҙлы күҙәтеп тороусылар. Йүгереп барып Зарема әсәһен, “әлдә әле башы бәрелмәгәнгә” шатланып иҙәнгә шыуып төшә башлаған әсәһен ҡосаҡлап алды. Ҡыҙы менән күтәреп кире урынына һалғас:
              • Ҡайтып еттеңме инде, әсәй, ауылға?! – тип һорауына яуап булып “Уф!” ҡына тип әйтә алды әсә кеше.
              • Шулай, ауырыу ҡарау еңел түгел! Тик ҡартайған көнөндә үҙ ҡарамағына, яҙмыш ҡарамағына ҡалдырғыһы килмәгәйне шул ул ваҡытта. Быға тиклем, бәлки, гүр эйәһе лә булған булыр ине. Кем белә, хоҙай эшенә ҡыҫылып булмай инде. Ә бәлки, үҙең тыуған, йәшәгән ереңдә, тыуғас та ауыҙланған һыуын эсеп, ҡәҙимге өйрәнгән ризығын ейгән булһа, фалиждан һуғылып, “ерем-һыуым” тип зарығып та ултырмаҫ ине. Ана бит, ҡалаға килгәне бирле, иҫ кереп китһә, ауылындағы бөтә йәшәгән кешеләрҙе берәмтекләп, һанап, ҡат-ҡат һөйләп үткәрә. Йә булмаһа, элегерәк, аяғы йөрөгәндә тәҙрә ҡаршыһына бара ла, үткән-һүткән кешеләр араһынан кемгәлер оҡшаған кешене күрһә:
                • Анау килгән ҡатын Сәлимә килен түгелме, бигерәк елпелдәп баҫып килә, - тип әллә кемдәрҙе көтә торғайны.
                • Зарема төрлө уйҙарға сума ла “ҡаш төҙәтәм тип, күҙен төртөп тишкән” тигән мәҡәлде иҫенә төшөрә. Үкенеп тә ҡуя ул. Тейергә булмаған.. үҙ урынында ултыра бирһен икән.. “Ҡуҙғалған оло тамыр кеүек үҙһенеп китә алманы әсәйем…”- тип әрнене. Алдында ниндәй генә ризыҡ юҡ, ваннаһында ла әленән-әле йыуындырып тора, юҡ шул. Уның һаман да үҙ тупһаһын тотоп, үҙе көнөн үҙе күреп, үҙ ҡулы менән башҡараһы эштәрен һағынып һағынғанын аңлай Зарема. Егерме йыл элек, ул быны йәшлеге менән аңламаған булып, йәне көйһә, хәҙер шуның киреһенә төшөнөп, бошоноп ултырыуы.
                  • Эйе, эйе! Ҡуҙғатырға ярамаған! Аһ! – тип эстән генә үкенгәненә үҙенә урын таба алмай әсәһе ҡаршыһындағы карауатында үҙенә урын йәйҙе. Ятыр алдынан әсәһенең иңбаштарына юрғанын ҡымтып ябып, аяҡ остарын тәрбиәләп, урынына ятты. – Әсәй, әсәй!!! Ниндәй ҡәҙерле кеше һин! Күпме кәңәш бирә ала ул, шулай ғына хәлендә булһа ла. Күпме эшкә, аш-һыуға оҫталығын ошо кинйә ҡыҙына күсерҙе Әлимә әбей. Ейәнсәрен үҫтереште. Үҙенең үткән ғүмерен башынан кисереп ята торғас, күңеле тулған килеш йоҡоға талған. Иртәнсәк килеп торһа, тәнендә ниндәйҙер ғүмерҙә булмаған еңеллек тойҙо, күрәһең, иламһырап ятҡандан, йыйылған күҙ йәштәре тупырлашып түгелеп киттеләр. Зарема ни эшләптер ҡапыл һиҫкәнеп әсәһенә барып тотондо.
                  • Әсәй!!! Аһ! Мине бит һинең йоҡо баҫҡан, үлек йоҡоһо! Һуңғы һулышыңда йоҡлап ҡалғанмын... – тип илап ебәрҙе. – Әсәй, әсәй! Ғәфү ит мине, нигеҙеңдән ҡуҙғатҡаным өсөн! Килен булып төшкән, балаларыңдың кендек ҡаны һеңгән, йүгереп йөрөп көйәнтәләп шишмәнән һыуҙар ташып, мейес яғып икмәк бешергән, көн күргән, көл түккән ереңдән айырғаным өсөн, ғәфү итә күр бер үк! Үҙем шуны аңларлыҡ йәшкә еткәс кенә төшөндөм мин һинең хәлеңде, әсәй! Оло кешене урынынан ҡуҙғатырға ярамай икән дә бит… - Зарема әсәһен турайтып, тәрбиәләп һалғас ҡына, туғандарына, күрше-күләнгә хәбәр итергә булды. Күңелендә элек әсәһенең әйләнгән һайын йырлағандан иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалған йыры килеп төштө:
                  • Ҡутарылған нигеҙ, ҡырҡ йыл буйы
                    Түккән көлөм, ҡалды күгәреп.
                    Һаубулашҡан кеүек япраҡ һелкеп,
                    Өс өйәңкем үҫер үҙгәреп.
                    Һәр кемдән дә көл ҡала тигән һүҙе булды микән әсәйемдең. Түккән көлөм ҡалды күгәреп… Зареманың әсәһен юғалтыуҙан күңелендә көллөк кеүек бушлыҡ ине…
                    Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА, 2009 йыл.
                    Читайте нас: