Яҙҙарында мин дә ташам әле:
– Һандуғастар шаша – талда, – тиеп.
Әй буйына төшөп йөрөгәнмен;
– Керпек ҡаҡмай егет таңда, – тиеп.
Ни арала йәшлек үтеп киткән,
Алданғанмын:
– Ғүмер – алда, – тиеп…
Баш осомда был ҡыйырсыҡ айым,
Әллә тулған,
Әллә тулмаған ул.
Ни арала йәшлек үтеп киткән,
Әллә булған, әллә булмаған ул.
– Ғүмер – алда, – тиеп.
Йөрөгәнмен,
Үттемме ни юлды ҡайырмайса?
Мәле менән инде буталғанмын,
Ҡояш менән айҙы айырмайса.
Ни арала кисе килде икән,
Ай буталды йондоҙ суҡтарында.
Аҙмы айҙар,
Аҙмы йылдар янды
Шиғыр уттарында.
Ни арала ғына һүнде икән
Офоҡтарҙың баҙлар ут күмере.
– Йылдар – алда! – тиеп йөрөгәнмен,
Үтеп киткән дәһә ир ғүмере.
– Яратам! – тип,
Әйткән сағығыҙҙа
Шатлыҡтарҙан төйөлөп ҡалығыҙ, – тим.
– Ғүмер – алда, – тиеп, алданмағыҙ,
Алданмағыҙ,
Һөйөлөп ҡалығыҙ, – тим...