Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
24 Декабрь 2019, 15:00

Тыуған яғым

Ынйы ҡарҙар яуа сафлыҡ бөркөп,Аҡлыҡҡа төрөнә тирә-яҡ.Ҡарҙар менән бергә бәхет яуа,Аҡ юрған ябына тыуған яҡ.

Тыуған ауылым – күңел түрҙәремдә,
Һиңә ғашиҡ һәр бер миҙгелдә.
Ҡышын, яҙын, йәйен, көҙҙәрендә
Рәхмәтлемен тыуған нигеҙгә.

Сафлыҡ бөрккән йәмле ҡыштарымда,
Ҡалды баласағым эҙҙәре.
Бикле торған өйҙөң тәҙрәһенән,
Ҡарай төҫлө атай күҙҙәре.

Тыуған яғым – күп йылдар үтһә лә,
Һиңә тоғро йөрәк хистәрем.
Оноталмайым иптәш ҡыҙҙар менән,
Йырлап йөрөгән айлы кистәрем.
Һағышты моң таратты
Ситәндәргә элеп ҡуйҙым әле,
Елдәр алһын тиеп һағышты.
Гөл-сәскәнең башын һыйпаны ла,
Күрмәне ел, ахыры, яңылышты.

Килеп яуып үтте ҡара болот,
Тамсылары төштө гөлдәргә.
Һағыш һағышланып тора бирҙе,
Эйәрә алманым тип, елдәргә.

Алтын уғын һибеп ҡояш сыҡты,
Нурын ҡойҙо көләс гөлдәргә.
Һағыш һағышланып тора бирҙе,
Һоҡланып шул матур бер мәлгә.

Күңелемә тулған моң түгелде,
Бар матурлыҡ моңдо яралтты.
Яралтты ла ошо илаһи моң,
Минең һағышымды таратты.

Рүзәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: