Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
9 Ғинуар 2020, 20:10

Уйҙарымдың сағылышы/Сулпан Миңлебаева/

Аҫтағы шиғырҙарымды хан заманда-студент саҡта яҙғайным. Дуҫтарымдың һорауы буйынса ҡуям:


ҠУРҠЫУ ХИСЕ ...

Ҡурҡыу хисе ниҙән яралған һуң?
Ниңә һуң беҙ шулай ҡурҡабыҙ?
Әйтер һүҙҙе әйтмәй,кәрәк саҡта
Асыуҙарҙы эскә йотабыҙ.

Гендар аша әллә килгәнме ул,
йылдар аша алыҫ быуаттарҙан?
Улай тиһәң,үлгән ҡанбабалар
булмаған бит ҡурҡаҡ,илаҡтарҙан.

Һаҡлайым тип тыуған ер,төйәкте,
нисәмә йыл яуға күтәрелгән.
Тирмәһенең иң төп,түр еренә
ҡурай менән йәнәш ҡылыс элгән.

Ҡырҡылған тел,ҡолаҡ,танауҙары
ҡурҡыу хисен әллә уятҡанмы?
Теҙ сүкмәгән ғәййәр баһадирҙы
Таш зиндандар иҙеп,илатҡанмы?

Көлгә ҡалған ауыл урынында
өләсәйҙәр һығылып илағандыр.
Үлгән сабыйҙарын ҡосоп-ҡосоп,
Тәңребеҙҙән ярҙам һорағандыр.

Ҡурҡыу хисе шунан ҡалғандыр ул...
Нисә быуат беҙгә янағандар.
Башҡорттарҙы бары ил һаҡсыһы,
һуғышсылар,тиеп һанағандар.

Ҡан эскес ил мәскәй-Рәсәйҙә
ниндәй генә һуғыш ҡупмаған!
Әлеге лә баяғы бер башҡорт
атлы ғәскәрҙәрен туплаған.

Күпме тапҡыр яуҙар сапһа ла,
белмәгәндәр башҡорт ҡәҙерен.
Аҫып,киҫеп,һуйып,ҡурҡытып,
талағандар уның бай ерен.

...Ҡурҡыу хисе шунан ҡалғандыр ул...
Сыҡмағандыр килеп бары бөгөн.
Ошо хисте нисек бөтөрөргә?
Бөтөрөргә күңелдәрҙең шиген?

Беҙ-аҙ һанлы халыҡ...Артабан да
гелән ҡурҡып,шымып йәшәһәк,
Ер йөҙөнән башҡорт юҡҡа сығыр,
хужа булыр еренә килмешәк.

###

СОҠОР ҠАҘМА, БАШҠОРТ!

Соҡор ҡаҙма, башҡорт ҡандашыңа!
Соҡороңа үҙең төшә күрмә!
Былай ҙа бит күпме башҡорт башын
серетмәгән тиһең зиндан-төрмә.

Ҡабатланмаҫ тимә был тарихтар,
Туғаныңды һүкмә һин эт итеп.
Күрмәйһеңме әллә,тирә-яҡта
ас бүреләр йөрөй ҡорбан көтөп.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА.
Читайте нас: