Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
10 Ғинуар 2020, 14:00

ТӘҮГЕ ДӘРЕС

Салауат Кәримов – республикала билдәле яҙыусы, журналист һәм педагог.Ул сығышы менән – Ишембай районынан. Әрменән һуң хеҙмәт юлын “Ленинсы” гәзитендә башлай. Артабан Күмертау гәзитендә эшләй, шунда уҡ әҙәби мөхитте үҫтереүҙә күп көс һала. Артабан ул йәнә Өфөгә ҡайтып, “Йәншишмә” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, “Йәшлек” һәм “Аҡбуҙат” исемле баҫмаларҙың барлыҡҡа килеүенә ҙур көс һала, университетта уҡыта. Әлеге көндә ул – республикала иң абруйлы баҫмаларҙың береһе “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире.Салауат Кәримовтың уҡыусыларға “Урман аҡланында”, “Сәйер төш”, “Тамсыҡай”, “Йырсы сыйырсыҡ”, “Мин уҡырға яратам”, “Күңел йылыһы” һәм башҡа китаптары киң билдәле. Эскерһеҙ бала саҡ аша һалынған ҙур тормош фәлсәфәһе хаҡындағы әҫәрен һеҙҙең иғтибарға Салауат Ғайса улының 60 йәшлек юбилейы айҡанлы тәҡдим итәбеҙ.

Иртән иртүк Уралды әсәһе уятты:
– Тор, улым, бөгөн 1 сентябрь, мәктәпкә барабыҙ!

– Ура! – Тәүге тапҡыр мәктәпкә йыйынған Урал ҡыуанысынан һикереп торҙо ла йыуынырға ашыҡты. Сәй эсергә ултырғансы, оҙаҡ итеп портфеленә, костюмына ҡарап торҙо. Өҫтәл артынан торғас та кейенә башланы. «Ярҙам ит әле», – тип атаһына мыжыманы ла. Хәҙер ҙур малай бит инде, уҡырға бара. Балалар баҡсаһына йөрөгәндәр генә мыжый ул. Атайың менән әсәйең йәлләп, иркәләп, барыбер һин теләгәнсә эшләйҙәр. Ә хәҙер ярамай.
Әсәһе менән мәктәпкә килгәндә ҡулдарына сәскә бәйләме тотҡан балалар туп-тулы ине. Атайҙары, әсәйҙәре лә килгән. Класташтарын тиҙ тапты Урал. Өйрәнсек төркөмөнә йөрөгәндә малайҙар һәм ҡыҙҙар менән танышып алғайны инде.
Уҡыу йылын тантаналы асҡан-дан һуң беренселәрҙе класҡа саҡырҙылар. Урал үҙенең сәскә-һен тәүге уҡытыусыһы Нәсимә Хә-сәновнаға бүләк итте. Уҡытыусының өҫтәле гөлләмәгә күмелде.

Бына ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыу башланды. Урал танымаған балалар ҙа бар икән класта. Яҡшылап һәр береһе менән танышып сыҡтылар.
Уҡыусылар! Алфавит ниндәй хәрефтән башлана? Йә, кемегеҙ әйтә? – тип һораны уҡытыусы апай.
– Мин! – Урал урынынан ырғып та торҙо.
– Тыңлайбыҙ һине, Урал.
– «Атай» тигәндәге «А» хәре-фенән...
– Дөрөҫ. Ултыр. Ә хәҙер балалар дәфтәрегеҙҙең тәүге битен асып, «А» хәрефен бер юлға теҙеп сығығыҙ, – тине лә, уҡытыусы үҙе таҡтаға яҙып ҡуйҙы.
Урал тотош бер биткә ҙур итеп бер генә «А» хәрефе яҙып ҡуйҙы. Үҙе тирә-яғына күҙ һалһа, төрлө кеше төрлө нәмә эшләй. Яҙышмай ултырғандар ҙа бар. Уларға Нәсимә Хәсәновна яҙып күрһәтә. «Яҙа белмәгәс, ниңә мәктәпкә килделәр икән?» Урал башҡаларҙың яҙғанын көтөп арып бөттө.
– Урал, ниңә ҙур итеп бер хәреф кенә яҙҙың? – тип һораны уҡытыусы, эштәрҙе тикшергәс.
– Атайҙар ҙур була бит!

Уҡытыусы йылмайып ҡуйҙы ла ниҙер әйтергә генә уҡталғайны, ҡыңғырау шылтыраны.
– Тәнәфестә уйнап алығыҙ, унан һуң бер дәрес уҡыйбыҙ ҙа бөгөнгә ял итерһегеҙ, – тине Нәсимә Хәсәновна.
Малайҙар баҫтырышып төрлө уйын уйнаны, ҡыҙҙар, бер партаға йыйылышып, һөйләшеп ултырҙы. Уралға мәктәп ныҡ оҡшаны: ҙур класс бүлмәләре иркен, яҡты. «Балалар баҡсаһы түгел инде», – тип ҡуйҙы ул эстән генә.

Икенсе дәрестә уҡытыусы апай әкиәт уҡыны, балалар йомаҡ ҡойошто. Кемдер шиғыр ятлап килгән. Ә бер ҡыҙыҡай матур итеп йырланы. Нәсимә Хәсәновна мәктәптә үҙеңде нисек тоторға, дәрестә ҡул күтәреп кенә һүҙ һорарға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Ғорурланып ҡайтты Урал мәк-тәптән. Урамда осраған бар кеше уға ғына ҡарай кеүек. Ҡыуанысынан үҙен етәкләгән әсәһенә ҡарап-ҡарап ала. Өйгә ҡайтып ингәс, ниҙер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл бүлмәһенә инеп китте. Үҙенең «дуҫтарын» – уйынсыҡ машиналарын һағынып та өлгөргән икән.
Атаһы эштән ҡайтыу менән, Урал мәктәптәге тәүге уҡыу көнө тәьҫораттарын һөйләй башланы.
– Шунан, иң оҡшағаны ниндәй дәрес булды һуң, улым?

– Ныҡ оҡшағаны, атай, тәнәфес тигән дәрес булды, – тине ул. – Шунан тағы «атай» тигәндәге «А» хәрефен дәфтәргә яҙҙыҡ. Бына ҡара!
Урал дәфтәрен килтереп күрһәткәс, атаһы ғәжәпләнеп, һорап ҡуйҙы:
– Ә ниңә бер биткә бер генә хәреф һуң?
– Атай берәү генә була инде...
Улының тапҡыр һүҙҙәренән һуң атаһы рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
Читайте нас: