Тағы юлға. Тауҙар көтә,
Унда – йән тыныслығы.
Шунда беленә дуҫтарҙың
Саф йөҙө, ихласлығы.
Тағы тауҙарға китәбеҙ,
Еңергә өйрәнергә.
Мең михнәттәр аша үтеп
Бәхеткә төрөнөргә!
Ул тауҙарҙы һин дә, мин дә
Яуларбыҙ ул, юҡ шигем.
Һималайға ла менербеҙ,
Имен үтеп ил сиген.
Ул тауҙарға мин электән,
Сабый сағымдан ғашиҡ.
Ҡыйыу рухлы булһаң әгәр,
Һин дә тауҙарға ашыҡ!
Күпме тауҙарға мендем мин
Һәм тағы менәсәкмен,
Киртләс ҡаяларға баҫып,
Ҡояшты үбәсәкмен!
Шул тауҙарҙа дуҫтарымды
Ашҡынып көтәсәкмен.
Көсһөҙҙәргә терәк булып
Мин ярҙам итәсәкмен.
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Беҙҙе күптән үҙ иткәндер
Күккә ашҡан ҡаялар.
Альпинистар – көрттәр кисеп,
Тауҙарға юл яралар.
Беҙ – бер бөтөн, күмәгебеҙ –
Бәйләнгән бер арҡанға.
Кеше сыныға, дуҫтарын
Бейеклеккә тартҡанда.
Һынау, ауырлыҡтар аша
Яулана һәр бер аҙым.
Баш бүреләй алдан атлай
Яҡташ дуҫым Мораҙым.
Аҫта – упҡын. Иң ауыры –
Үтеү упҡын өҫтөнән.
Күпме упҡындарҙы үттек
Тылсымлы бер көс менән!
Төрлө хәлдәргә тарыныҡ,
Булды еңеү, еңелеү.
Тик булманы күңелдәрҙә
Маҡсаттарҙан төңөлөү...
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Бала саҡтан тау яраттым,
Бишек булды – Ирәмәл.
Эвересты ла яуларбыҙ,
Алла бирһә, берәй мәл.
Боҙло Эверест түбәһен
Һирәктәр генә яулай.
Ҡарап тороуы ҡурҡыныс,
Тик күңел еңеү даулай!
Күпме дуҫтарҙы юғалттым
Мин уны яулағанда.
Альпинистар – ҡыйыу халыҡ.
Ҡурҡыу булманы ҡанда!
Икәүһе – осто упҡынға,
Өсәүһен – шыуғын йотто.
Өҫтөбөҙгә таш ишелеп,
Бер көн осорҙо ҡотто!
Болоттар аҫта ҡалдылар,
Өҫтә – ҡарлы ел-дауыл.
Ҡул-аяҡтар туңып бөттө,
Тын алыуҙары ауыр.
Бында етешмәй кислород,
Һауа шарттары насар.
Тирә-яҡта боҙлауыҡ һәм
Өҫкә ишелеүсе ҡар.
Көтмәгәндә ҡар шыуғыны
Гөрһөлдәп ҡуйһа кинәт,
Бөттө баш тип, уйлайһың да,
Ҡалтырап китә йөрәк.
Ҡурҡытһа ла, сәм йөрөтә,
Беләм, һәр альпинисты.
Бар көсөбөҙ – берҙәмлектә,
Беҙ шуның менән көслө!
Боҙ түбәле Эвересты
Һирәктәр генә яулай.
Ҡурҡыныс, шомло булһа ла,
Күңелем еңеү даулай.
Тағы тауҙарға китәмен,
Ҡояшҡа үрелергә,
Упҡындарға осоп төшөп,
Ҡабаттан терелергә!
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Упҡын өҫтөндә ҡалһам да,
Яңылыш ҡына ҡапылдан.
Дуҫтарымды һөйрәтмәмен
Мин үҙемдең артымдан.
Кәрәк булһа, бау-арҡанды
Киҫермен баш өҫтөнән.
Юлдаштарымды ҡотҡарыу
Минең ҡаныма һеңгән.
Һәм таш булып сөйөлөрмөн
Упҡынға, иң-иң аҫҡа!
Әйләнермен мин бер килеп
Саң-туҙан йәки ташҡа.
Ләкин мине онотмаҫтар –
Тауҙар, дуҫтар, ҡаялар.
Ҡаяларҙы яулай ала
Ҡыйыу рухлы, саялар!
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Аҫта – упҡын, өҫтә – ҡояш,
Шул ҡояш тик йылмая.
Беҙҙең күңел – көр әле ул,
Тауҙар ғына моңая.
Көтмәгәндә таш ишелеп
Гөрһөлдәтте донъяны!
Кемдәрҙер – осто бушлыҡҡа,
Аяҡ – терәк тойманы.
Өсәү аҫылынып ҡалдыҡ
Тәрән упҡын өҫтөндә.
Ырғаҡ ысҡынырға тора
Бына-бына, бер мәлдә...
Ҡысҡыралар: «Туламағыҙ,
Ырғаҡ бит ысҡынасаҡ!»
Һиҙеп торам, өсөбөҙҙе
Хәҙер упҡын йотасаҡ!
Өс кешене күтәрмәҫ ул
Саҡ-саҡ эләккән ырғаҡ.
Өҫтә – ҡояш бар донъяны
Нурҙарға алған сорнап.
Иң аҫтамын. Кәүҙәгә лә
Мин, беләм, ауырыраҡ.
Аяҡ терәр таштар ҙа юҡ.
Ҡаяға – ара йыраҡ...
Бер юл ҡала: аҫҡа ҡолау,
Бау-арҡанымды ҡырҡып.
Өсәүләшеп үләсәкбеҙ –
Әгәр мин торһам ҡурҡып!
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀** *
Мине тотҡан бау-арҡанды
Ҡырҡырғамы, ҡырҡмаҫҡа?
Мине өйрәткәндәр ине –
Әжәлемдән ҡурҡмаҫҡа...
Өмөт һүнмәй, бәлки мине
Елдәр күтәреп алыр,
Сабый төҫлө бәүелтер ҙә,
Аҡ ҡар өҫтөнә һалыр.
Ҡайҙа минең һалҡын аҡыл,
Башымда – тик буш хыял.
Эстән үҙемде әрләйем:
«Етәр, кешенән оял!
Ана, Мораҙым ҡысҡыра:
«Ашыҡма, көт, бул сабыр!»
Дуҫтар беҙҙе ҡотҡарырға
Әллә нисә юл табыр.
Ғүмерҙәрен аямаҫтар,
Килгәндә лә ҡырҡ бәлә.
Юлдаштарҙың ҡотҡарырын
Көтөргә микән әллә?!
Аҫта – упҡын. Тәрәнлеген
Ҡаплай ҡара болоттар.
Һәр кешенең күңелендә.
Йәшәүҙәргә өмөт бар.
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Хәлһеҙләндем. Арҡан – тотҡан.
Асам ҡанлы устарҙы.
Беҙгә ярҙамға ашыҡҡан
Күрәм ысын дуҫтарҙы.
Улар – ныҡыш. Теләктәре –
Тиҙерәк беҙҙе ҡотҡарыу.
Кемдер әйтер: әкиәт был,
Әжәлдәрҙән юҡ дарыу!
Дарыу бар ул. Ләкин уны
Бер ҙә килмәй ҡабаһы.
Башҡаны этеп үлемгә,
Килмәй тере ҡалаһы.
Оҙаҡ уйлап тормайынса
Хушлашам ҡояш менән.
Мин үҙемде бер саҡта ла
Аҙаҡ ғәйепле тоймам...
Бау-арҡанды тик бер тойғо
Ҡуша миңә ҡырҡмаҫҡа.
Еңәм уны. Өйрәнгәнмен –
Бер нимәнән ҡурҡмаҫҡа!
Ҡайҙа бысаҡ?! Баш өҫтөнән
Киҫәмен ҡыл-арҡанды.
Күрәм, Мораҙымдың йөҙө
Аҡ шалҡандай ағарҙы.
Мин таш булып сөйөләмен
Упҡынға, иң-иң аҫҡа.
Ошо зәһәр упҡындарға –
Башҡаса ҡоламаҫҡа.
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀* * *
Таштай упҡынға осамын –
Йөрәккенәм, бул сабыр!
Ҡағиҙәнән тайпылмайым,
Дуҫтарым иҫән ҡалыр.
Йәшәнем мин. Күңел генә
Йәшәүҙәрҙән туйманы.
Аҫҡа осам. Тәнем-йәнем
Бер ауыртыу тойманы.
Осам-осам бушлыҡтарға,
Һау бул, тим, ҡояшҡайым.
Дуҫтарым иҫкә алырҙар
Тауҙарға менгән һайын.
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ * * *
Минең туңған биттәремә
Ниндәй тамсылар тама?!
Өшөгән, хәлһеҙ тәнемә
Ниндәй ялҡын, ут ҡаба?
Тәнем эҫеле-һыуыҡлы,
Һин тереме – альпинист?
Тәнем бәлки үлгәндер ҙә –
Йәнем генә оптимист.
Баш ҡалҡытам. Бәлки, тимен,
Һулышым иркенәйер.
Ҡояш ҡына күренмәй бит,
Шуныһы миңә сәйер...
Ҡайҙа ҡояш? Ҡараңғылыҡ –
Аһ, был төн бит. Йондоҙҙар
Баш өҫтөндә емелдәйҙәр –
Улар түгел яңғыҙҙар.
Береһе – аҫҡа атылды,
Икенсеһе – артынан!
Был йондоҙҙар, әйтерһең дә,
Альпинистар затынан,
Бер-береһен ҡотҡарырға
Улар ашҡынып тора.
Ҡайҙа икән беҙҙең төркөм,
Тот та, шуларҙан һора?!
Аңыма киләм, күрәһең,
Һалҡындан ҡалтырата.
Нисек мин тере ҡалғанмын,
Бик ғәжәп, аптырата?!
Күк яҡтыртып, йондоҙ түгел,
Ракеталар атыла.
Әллә күңел, әллә йәнем
Дуҫтарыма тартыла.
Ебәрәм ҡыҙыл ракета,
Аңлаһындар: мин – тере!
Кешеләрҙе ҡыуандырыу –
Күңелемдең бер сере.
Тимәк, мине әле һаман
Өмөтләнеп эҙләйҙәр.
Упҡын өҫтөнә ҡоланы,
Үлгәндер был, тимәйҙәр.
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ * * *
Беҙ –бер бөтөн.Күмәгебеҙ
Бәйләнгән бер арҡанға.
Кеше сыныға дуҫтарын
Бейеклеккә тартҡанда.
Беҙ әле, беләм, яңынан
Тауҙарға менәсәкбеҙ .
Ҡояш-наҙлы ҡыҙыҡайҡың
Битенән үбәсәкбеҙ
Альпинистар –тауға үрләй,
Эштәре-үрҙәр яулау,
Урау-урау юлдан түгел,
Иң ауыр юлды һайлау!
Ныҡышбыҙ беҙ. Дуҫтар сая,
Тауҙарға менәсәкбеҙ.
Шул тауҙарға беҙ йән биреп,
Ожмахҡа күсәсәкбеҙ.
Тағы юлға.Тауҙар көтә,
Унда-йән тыныслығы.
Шунда беленә дуҫтарҙың
Саф йөҙө,ихласлығы .
Тағы тауҙарға китәбеҙ
Еңергә өйрәнергә.
…Мең михнәттәр аша үтеп ,
Бәхеткә төрөнөргә!
⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ ⠀ Рамай ҠАҺИР.