Мин үҙем дә “дипломлы белгес” булманым, ә “диплом алыусы” ғына булып сыҡтым юғары уҡыу йортонан. Сөнки мәктәптә алған базама өҫтәп артыҡ бер ниндәй ҙә мәғлүмәт йәки белем алманым. Уныһын да бала менән ситтән тороп саҡ тамамлап ҡуйҙым. Бәлки ташлаған да булыр инем әле, әсәйем “уҡып бөт инде, уҡып бөт, диплом ал” тип ныҡып уҡытып бөтөрттө.
Ә иң ҡыҙығы шунда, мине бер ергә лә дипломыма ҡарап эшкә алманылар. Хатта уны һораған кеше лә булманы. Билдәле редакцияларҙа эшләнем үҙем. 21 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, баш ҡалаға эшкә килгәс кенә дипломым кәрәк булды һәм... мин уны эҙләй башланым. Бөтөн документтарҙы, ҡағыҙҙарҙың кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә һаҡларға яратҡан әсәйемә ҡайтып һораһам, ул яулыҡ менән бәйләнгән бер төгөнән, ҡәҙерләп кенә урап тотолған дипломымды сығарып бирҙе. Минән көсләп алдырған дипломын ваҡытында уға тотторғанмын, был ҡатырғаның кем өсөн ҡиммәт икәнлеген белгәнмен инде. Ә әсәйем ысынлап дипломдың баһаһын, хаҡын белә торған кеше ине. Бала саҡтың бер мәрәкәһен һаман һөйләп көлөшәбеҙ. Атай менән әсәй талашып китеп, ирештәре шәхси кәмһетеүҙәргә барып етһә (әрләшкәндә берәү ҙә “бисмилла” тип әрләшмәй бит инде), әсәйем бәхәс темаһына тура килһә лә, килмәһә лә, башын ғорур күтәреп: “ Мин һиңә диплом менән килдем”, - тип һала ине. Шул ваҡыт атайым нимә әйтергә белмәй аптыраныңҡырап ҡала һәм “килмәһәң кәрәк” тигәнерәк мығырлап яу яланын ташлап китә. Был һүҙ ысынлап шулай көскә эйә булғанмы, әллә ул заман кешеләре өсөн дипломлы белгес булыу шундай юғары кимәл һаналғанмы, һәр хәлдә хатта ниндәй дәшһәтле холоҡло атайым да “диплом” тигән һүҙҙән баҙап китер ине. Мин дә ул саҡта “нимә икән ул диплом” тип баш вата торғайным.
Һуңынан олоғайғастары ла был һүҙ ҡабатланып торҙо, беҙ инде көләбеҙ генә. Атайыма һаман тәьҫир итә ине был хәбәр. “Ниңә улай тиһең ул?” тип һорай был тарихты белеп етмәгән йәш килендәре. Әсәйем шунда кинәнеп аңлата. Йәнәһе, ул, атайһыҙ көйө, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ас-яланғас булып, тамаҡ хаҡына бил яҙҙырмай эшләп йөрөп уҡып “кеше булған”. Башҡортостанға сит өлкәнән килеп, йыл әйләнәһенә ҡайта алмай, ҡара тирен сығарып тырышып уҡып алған дипломы. Шундай белгес сит тарафҡа йүнәлтмә менән эшкә ебәрелеп, “өс класлыҡ мәктәпте лә бөтә алмаған бер һунарсыға” юлдаш була. Заманында төпкөл район ауылдарынан медицина хеҙмәткәренә уҡыу бөтөнләй ишетелмәгән хәл дә булғандыр, күрәһең. Һәм уның үҙен дә юғары баһалағандар, хеҙмәтен хөрмәт иткәндәр инде. Бына ошо статусты тотто ул ғүмере буйы.
Ауылда беҙҙең шундай дипломлы белгес булып килеп, ғүмерҙәрен башкөллө үҙ хеҙмәттәренә арнаған хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар булды. Иң ололарҙан әллә нисә быуындың кендек инәһе булған фельдшер әсәйем, шулай уҡ бөтә ауылды тигәндәй уҡытып сығарған абруйлы уҡытыусылар Земфира апай, Вәзимә апай һәм башҡалар. Егерме-егерме бер йәшлек кенә көйө килеп, иңдәренә оло яуаплылыҡ ала алыуҙарын әйт әле. Училище белеме менән генә! Уларҙың үҙ эштәрен яҡшы белеүҙәренә һәм халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереүҙәренә шундай күнеккәндәрҙер, шул өлкәләрендә нимәнелер белмәйҙер йәки яңылышалыр тигән уй берәүҙең дә башына килмәҫ ине.
Мин үҙ эшемде, башҡарған хеҙмәтемде беләм һәм яратам, әммә әсәйем кеүек “мин диплом менән килдем” тип ышаныслы итеп әйтә алмайым. Сөнки, үрҙә әйткәнемсә, был белемде миңә дипломым түгел, ә тап шундай баһалы диплом эйәһе булған уҡытыусым (Вәзимә Мәзитова) һалған. Һәм, моғайын, бөгөн күптәр бындай һүҙҙәрҙе әйтергә ҡыймайҙыр.
Түләүле уҡыуҙар, һатылған имтихандар, белемһеҙ студенттар дипломдарҙың баһаһын төшөрөп ташланы. Ә училищеларҙың кимәле ҡалай түбәнәйҙе. Заманында иң төплө һәм көслө уҡыу йорттары һаналған Сибай, Белорет педучилищелары бөгөн ябылыу сигендә, уларҙың дипломы менән эшкә лә төшөп булмай. Хатта институт белеме менән килгән йәш кешегә лә хеҙмәт юлын башлау өсөн урынлашып китеүе ауыр. Был эш урындары булмағандан ғына түгел, ә, беренсенән, йәш хеҙмәткәрҙең үҙ һөнәрен ентекле белмәүенән, икенсенән, дипломдың хужаһының белем кимәлен гарантияламауынан. Тимәк, бөгөнгө дипломдар элекке көстәрен юғалтҡан, артыҡ абруйҙары юҡ, булып сыға. Бының аңлатмаһы ла ябай, бөгөнгө диплом белемле ҡулында ла, белемһеҙ ҡулында ла булырға мөмкин. Күңелһеҙ күренеш, әлбиттә. Боронғо белгестәр әйтмешләй “Мин һеҙгә диплом менән килдем!”де аҡлай алыу ҙа ҙур бурыс бит әле.