Үҙенең улына, Айратына, бик иғтибар биреп еткерә алманы шикелле Зәйнәп. Уның бар белгәне “балам ас-яланғас булмаһын, аталы балаларҙан кәм йәшәмәһен” тигән хәстәр ине. Шуға күрә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Көндөҙ фабрикала бил бөктө, кис подъезд йыуҙы, кешенән иләргә йөн алды, кер йыуҙы. Баҡса тотто. Емеш-еләген, йәшелсә-бәрәңгеһен күпләп үҫтерҙе. Уларҙы эшкәртеп тә, был көйө лә һатты, балалар баҡсаһына, дауаханаға тапшырҙы, ғаилә етеш йәшәһен тип, көндө төнгә ялғап ғүмер итте. Тапҡан-таянғанын тиненә тиклем әрәм-шәрәм итмәй, Айратына тип йыйҙы. Тырышлыҡ менән айырылмаһа ла, зиһене үткер булғандыр инде: Айраты институт тамамлап, инженер дипломы алды. Өйләнде. Бына шунан башланды инде бөтә был ығы-зығы. Берҙән-бер баламдың ҡатынын үҙ баламдай яратырмын, тип уйлағайны Зәйнәп башта. Шулай итте лә. Иртән үҙе торҙо, эшкә оҙатып ҡалды. Ейәндәрен дә баҡсаға йөрөтмәй ҡараны. Пенсияға сыҡҡас, үҙенә күрә эш тапты. Бер арала форсат табып, подъезд йыуыуын дауам итте. Пенсияһы ла арыу сыҡҡайны – ғүмер буйы ирҙәр эшендә йөрөнө бит. Бөтәһен дә улына бирҙе, еңел машинаға тиклем алышты.
Килене Ғәлиә ҡәйнә йортона төшкән сағында ҡараҡай ғына, ябыҡ ҡына ҡыҙ ине. Тәүге балалары, Зиләһе, тыуғас, техникумға уҡырға инде. Уны бөттө. Ситтән тороп институтты ла тамамланы. Эшендә йыш телгә ала башланылар үҙен. Гәзиткә лә “ударник” тип маҡтап яҙҙылар. Уғаса Димдәре донъяға килде. Килене эшкә сыҡты, малай тотошлайы менән өләсәһе ҡарамағында ҡалды.
Ғәлиә институттан һуң баштан-аяҡ йәмғиәт эшенә сумды. Ҡайҙа ғына һайламанылар уны! Айрат бер көнө кис, ҡатыны бөткөһөҙ ултырыштарының береһенә китер өсөн көҙгө ҡаршыһында биҙәнеп-яһанып торғанда һүҙ башланы:
– Бөгөн дә мероприятиемы?
Ғәлиә теш араһына шпилька ҡыҫтырған килеш кенә яуап бирҙе:
– Бөгөн комиссия по делам несовершеннолетних.
– Һине унда ни бысағыма һайланылар?
Ҡатын түбәһе өҫтөнә килешле өйөлгән сәсенә теш араһындағы шпильканы ҡыҫтырып, һомғол, ҡупшылығын юғалтмаған тәненә һыбашып торған сейә ҡыҙыл төҫтәге атлас күлдәгенең яғаларын рәтләне, рубин ҡашлы алҡаларын кескенә ҡолаҡтарына таҡты. Айрат түҙемһеҙләнеп уның артына килеп баҫты. Яурынынан ҡосаҡлап, башын ҡатынының елкәһенә терәне:
– Ғәлиәү, ғәфү ит. Үҙеңә бик күп алаһың түгелме? Балалар бар, әсәй ҙә ҡартайҙы. Теге комиссияла үҙ малайыңдың тәртибен тикшерергә тура килмәгәйе…
– Бала ҡарап, дүрт стена араһында бикләнеп ултырырға мин ҡарсыҡтыр һиңә? Уҡыуҙы тамамлағаны бирле ситлектәге кейек кеүек тоям үҙемде. Һәр аҙымымды күҙәтә! Ошомо миңә вәғәҙә ителгән бәхетле тормош?..
Айрат ҡатынынан ҡулдарын алып, һүлпән генә креслоға барып ултырҙы:
– Һинең азатлығың үҙең менән! Тик шуны онотма, һин – әсә! Бурысың…
– Бурыс, бурыс! – Ғәлиә, сығынсылаған аттай башын сайҡап, иренең һүҙен бүлде. – Ул сағында пенсионер әбейҙәргә ни эш ҡала? Бына һинең әсәңә?..
Зәйнәптең үҙе барҙа исемен телгә алып тауышланғандары юҡ ине бығаса. Был юлы, уның күрше бүлмәлә генә икәнлеген белә тороп, ошолай ҡыланалармы! Зәйнәп йөрәгенең дөпөлдәп типкәнен тойҙо. Тегеләр яғынан сығып, үҙенең бүлмәһенә үтте: “Икеһе лә ярһыған, араларында сыуалмайым”. Тауыштан ҡасып, бүлмәһенең ишеген япһа ла, килене менән улының ирешкәне бында ла ап-асыҡ ишетелә:
– Һинең балаларыңды ҡарап үҫтергәне өсөн ҡәйнәңә рәхмәтең ошомо?
– Һы… Ҡарамай ни ҡылһын ул? Беҙҙән башҡа барыр ере бармы? Ҡарай инде балаларыңды! Ҡараһын!..
Күрше бүлмәлә ниҙер дөһөрҙәне. Бер талайға тауыш бөтөнләй тынды. Шунан кинәт кенә шап итеп сикәгә һуҡҡан тауыш яңғыраны.
“Аһ!” – быныһы килененең тауышы ине. Зәйнәп түҙмәй улар эргәһенә атылды. Улы, ике ҡулын йоҙроҡлап, иҙән уртаһында тора. Йөҙө – ҡара күмер. Килене, сикәһен тотоп, стенаға һөйәнгән, нәфрәтле ҡарашын иренә төбәгән.
– Хәшәрәт! Хайуан! Һинең менән бер көн дә тормайым, ишетәһеңме? Бер көн дә…
– Тормаһаң, кит. Бүтәнде тапҡанһыңдыр.
– Эйе, таптым! Ләкин һинең ише мамочкин сынок түгел!
– Балалар, ни эшләйһегеҙ, балалар?! – Зәйнәп аҙарынып ике уртала сыуалды. – Нимә етмәй һеҙгә? Ни кейәйем, ни ашайым тимәйһегеҙ. Бары ла етеш! Гөлдәй ике балағыҙ үҫә. Эй, балалар!..
Килене шулай ҙа ҡапыл ғына айырылып сығып китмәне. Ләкин ир менән ҡатын араһынан ҡара бесәй үткәне көн кеүек асыҡ ине. Ғәлиә Айраттың өҫ-башын йыуманы, балаларын ҡайғыртманы, кистәрен хорға йөрөнө, һуңлап ҡайтты. Ҡотолғоһоҙ бәлә яҡынлашыуын тойоуҙан йөрәге өшөнө Зәйнәптең: мең михнәт менән үҫтергән ғәзиз балаһының – йөрәк итенең – тормошо ошолай булыр тип күҙ алдына килтергәйнеме һуң ул?
Ҡатын ҡулына орсоғон алды. Эңер һалҡынлығы төшкән кескәй бүлмә бәләкәйләнеп, тәпәшәйеп, ҡараңғыланып киткәндәй.
Эйе, ауыр булды Зәйнәпкә улының яфаланыуҙарын күреүе. “Әллә быларға йәшәргә мин ҡамасаулайыммы?” – тип үҙен артыҡ тойған саҡтары ла булды. Тик балалар, ейәндәре… Мин китһәм, Айратҡа кем иртән сәй әҙерләр, кем тәрбиәләр? Ир бала йонсоһа,тиҙ күтәрелә алмай. Айраты ла ҡырын һүҙ әйтмәне: хәстәрҙәре, хәсрәттәре уртаҡ, йәнә Зилә, Дим. Килене төнгө сменала саҡта Айрат та, Зәйнәп тә йоҡламаны. Икеһе ике бүлмәлә борғоланып, тулғанып ут йотто. Ҡатыны ҡайтып инһә, Айрат йоҡлағанға һалышыр ине. Ғәлиә йоҡоға китеү менән иһә балконға сығып тәмәке тоҡандыра, кухняға инеп һалҡын һыу ағыҙып эсә. Янған йөрәгенә дауа таба алмай яфалана. “Эскегә генә һалышып китмәһен!” – әсәнең бар ҡурҡҡаны шул. Ара-тирә йотҡолап та ҡайтҡыланы Айрат. Ундай саҡтарҙа улы эргәһендә таң аттырҙы Зәйнәп. Иртәнсәк, әсәһенең һурылған йөҙө, эскә батҡан моңһоу күҙҙәре менән осрашҡанда, ояла ине Айрат.
Ғәлиәнең сығып китеүенә Зәйнәп күңеленән әҙер ине. Тик бына Зиләһе менән айырылышыу ҡыйын булды. Әйбер бүлгәндәрен күргәне бар уның. Ә балаларҙы бүлеүҙе… Дөрөҫ, башта Ғәлиә: “Димде аҙаҡ үҙемә алам”, – тигән булды. Шунан онотто. Яңы ире риза булмағандыр, күрәһең. Йөрөгәндә алтын тауҙар вәғәҙә иткәндер ҙә ул, мәгәр тормош үҙенекен итә шул. Унан һуң, Дим үҙе лә бармаҫ ине. Көнө-төнө өләсәһе янында үҫкән малай әсәһен ҡапыл ғына нисек үҙһенһен? Шулай итеп, ике бала Саҡ менән Суҡтай айырылды. Ғәлиә яңы ире, Зиләһе менән Ҡаҙағстанға күсеп китте. Шунан бирле хәбәр-хәтере юҡ. Һыуға батҡандай, зым-зыя юҡ булдылар.
Ҡайғынан Айраты башта улы эргәһендә сыуалды. Аҙаҡ командировкалы эшкә күсте. Отпускыларын диңгеҙҙә үткәрҙе. Малай өләсәһе тәрбиәһендә торҙо ла ҡалды. Шулай эҫенеште улар. Зәйнәп уға әкиәттәр һөйләне. Малай уҡырға барғас, өләсәйҙең шөғөлдәре тағы ла артты: дәрестәренә йөрөнө, Дим ятлаған шиғырҙарҙы отоп алды. Ейәненең кластағы һәр эше, һәр ҡылығы менән хәбәрҙар булды. Хәҙер Зәйнәп үҙе лә аптырай: бөтә ғүмеремде Айратҡа бағышланым тип уйлай ине, баҡһаң, улының тормошон бөтөнләй белмәгән икән ул! Эйе, бәндә үҙ балаларын үҫтергән саҡта башкөллө эшкә, донъя көтөүгә сумған була икән шул.
Ҡапыл ишек асылды. Киске һауала айырым-асыҡ булып аңҡыған күл, ҡыр сәскәләре еҫен эйәртеп, улы, килене Гөлнара, килененең эйәртеп килгән ҡыҙы Айзилә ҡайтып инде. Гөлнара иҙеүенә тиклем асыҡ ебәк күлдәгендә. Айзилә ҡулына ҡыр сәскәләренән гөлләмә тотҡан. Ҡыҙыҡай тура Зәйнәп эргәһенә үтергә уҡталғайны, Гөлнара, уны иңбашынан ҡосаҡлап, залға этәрҙе:
– Айзилә, һиңә йоҡларға ваҡыт. Хәҙер ванна әҙерләйем. Бәү-бәү, ҡыҙым…
Айрат, кухняға үтеп, әйберҙәрен урынлаштырҙы.
– Гөлнара ханым! Сәй әсәбеҙме? – тигәне ишетелде. Улы, шаяртыпмылыр, ҡатынына шулай өндәшеүсән. “Ханым”ы ванна эсенән:
– Юҡ, эсмәйем! Йоҡо алдынан ниндәй сәй ул? – тип гөрөлдәне. Зәйнәп шунда ғына ҡараңғы төшкәнен, ут алыр мәл еткәнен төшөндө. Айрат Димде һорашып та ҡуймай, исмаһам. Йәш кәләш донъяһын бөтөнләй түңәрәкләне бының. Йылан да шулай арбамаҫ кешене. Тағы әҙерәк көтәйем дә, булмаһа, сығып ҡараштырайым Димде.
Залда тындылар. Айзилә генә көйһөҙләнеп мыжый. Йоҡо бүлмәһенән Гөлнараның иренә ниҙер әйткәне, Айраттың, тынысһыҙланған ҡыҙ эргәһенә килеп, диванға ултырғаны ишетелде. Шулай өй эсе тағы тынлыҡҡа сумды. Зәйнәп тороп ут ҡабыҙҙы. Тәү тапҡыр күргәндәй, кескенә бүлмәнең яланғас стеналарына күҙ йүгертте. Келәмдәре алынған сөйҙәр йәмһеҙ булып сурайған, күптән ремонт күрмәгән иҙән ярыҡтары ҡорһаҡһыған.
Сәйер әҙәм булып сыҡты был Гөлнара килен. Башта Зәйнәптең эс-бауырына инеп барҙы. Ҡыҙына уға “өләсәй” тип әйтергә ҡушты. Бисәләрсә ултырып эс серҙәрен дә сискеләне. Артистка булырға хыялланған икән. Сәнғәт техникумының өсөнсө курсынан киткән. “Сәхнәлә йондоҙ булып ҡабына алмаһаң, уртаса икәнһең, делать нечего”, – тинем дә, кооператив техникумына уҡырға индем, тип һөйләне бер. Тәүге ире менән ЗАГС-ҡа инергә мәжбүр булған. “Ошибка юности”, – тип уйынсаланы. Ошоғаса бала өләсәһендә, Гөлнараның әсәһендә, тәрбиәләнгән. Кейәүгә сыҡҡас, ҡатын ҡыҙын үҙенә алған. Айрат шулай ҡушҡан. Уға ҡушылып, Зәйнәп тә йәшлек хыялдары хаҡында һөйләп алды: “Мәктәптә “Кем булырға теләйем?” тигән темаға инша бирелгәйне. Мин, Мичурин бабай булам, тип яҙҙым. Мичурин уҡ булмаһам да, баҡса үҫтерәм әле, әл-хәмдү лил-ләһ”.
Яңы һепертке яңыса һеперә тигәндәй, Гөлнара килене донъяны яңыса көтә башланы. Үҙҙәре йәшәгән йоҡо бүлмәһенә, залға ремонт яһатты. “Кеше килһә, залға инә, ә ул яп-яланғас”, – тип ҡәйнәһенең бүлмәһендәге келәмде Айзилә ятҡан диван ҡырына түшәне. Зәйнәптең карауаты торған стена буйындағы ҙур келәм иһә йоҡо бүлмәһе иҙәненә ялпашты. Дим янындағыһы машина ултырғыстарын ҡапланы. Шулай итеп, булған ялтыраған-йышылған нәмә күҙ асып йомған арала теге яҡҡа күсеп бөттө. Бер аҙҙан урта ишектә бик хасил булды. Зәйнәп менән Димдең ҡарамағында кухня, үҙҙәре ятҡан йоҡо бүлмәһе, ванна, туалет ҡалды. Гөлнара малайҙы ҡаҡмай ҙа, ләкин бар икәнен, ошо өйҙә йәшәгәнен иҫләмәгәндәй. Осрашһалар ҙа, иртәнсәк сәй янында, кухняла ғына.
Әкрен генә шығырҙап ишек асылды. Зәйнәп ейәне ҡаршыһына атланы. Димдең сәстәре һыуға сыланған, өҫтө-башы таушалған, үҙе лә арығанға оҡшай. Ҡамышҡа биш-алты бөртөк балыҡ элгән.
– Ҡайҙа юғалдың шулай, улым?
– Балыҡҡа барҙыҡ та, – Дим ҡулындағын өләсәһенә һуҙҙы. – Арытты, иртәгә таҙартырмын инде.
Элегерәк булһа, был хәтлем балыҡ тотоуына һауаланып, ҡолаҡ ярып тауышланып ингән булыр ине. Хәҙер үҙ өйөндә сит кеше кеүек ҡурҡып ҡына һөйләшә. Зәйнәптең йөрәк осо һыҙып, тыны ҡыҫылды:
– Йә, үт, тамағыңа аша.
Бер нөктәгә текәлеп, иғтибарһыҙ ғына ашаны Дим.
– Ҡабат улайтып оҙаҡлап йөрөмә, улым. Сығып эҙләргә аяҡтарым ауырта бит минең. Баҡсаға күҙ һалманыңмы?
Өләсәһенең һүҙҙәрен әллә ишетеп, әллә ишетмәһә лә, баш ҡаҡты малай. Ҡашығаяғын йыуҙы ла үҙ бүлмәһенә үтте.
Йоҡлай алмай борғоланды Зәйнәп: “Ни булды һуң был Димгә? Өләсәй, тип үлеп бара торғайны, әллә ситләшә башланы инде? Ҙурайыуы шул микән?”
– Өләсәй, һинең торна күргәнең бармы?
Зәйнәп ейәне ятҡан яҡҡа әйләнде:
– Бар, улым.
– Яҡындан күрҙеңме?
Яҡындан күргәне юҡ Зәйнәптең торналарҙы. Хәтерендә, бала сағында һыйыр эҙләп күл буйына барып сыҡҡайны. Ғорур баҫып йөрөгән оҙон муйынлы ҡоштарҙы күреп: “Торналар, торналар төшкән!” – тип ҡысҡырҙы. Үҙе шунда уҡ улар янына атлыҡты. Тик ҡоштар, яҡынлашып килгән ҡыҙыҡайҙы күргәс, ҡаса башланы һәм һауаға күтәрелде.“Торналар! Китмәгеҙ, торналар!.. Мин һеҙгә теймәйем!” – тип ҡысҡырҙы Зәйнәп. Тик ҡоштар ҡыҙҙың телен аңламаны, алыҫлашҡандан-алыҫлашты. Улар артынан йәнтәслимгә йүгергән ҡыҙ ниндәйҙер төпкә эләгеп ҡоланы. Тубығы шаңҡып ауыртыуҙанмы, күрергә күптән хыял иткән ҡоштарҙың үҙен аңламай ҡасып китеүенә ғәрләнепме, Зәйнәп һулҡылдап илап ебәрҙе.
Ошоларҙы хәтерләп, бер аҙ өндәшмәй ятҡандан һуң ҡарсыҡ тәрән көрһөндө.
– Юҡ, яҡындан күрергә насип булманы миңә торналарҙы. Күп тапҡыр ҡаршыларына йүгерҙем, ә улар минән ҡасты.
– Ә мин күрҙем, өләсәй, кисә лә, бөгөн дә. Яҡындан.
Зәйнәп сал башын яҫтыҡтан күтәрҙе:
– Ысынды һөйләйһеңме?
– Эйе, өләсәй, мин ҡамыш араһында боҫоп яттым. Улар шундай матур, шундай татыу. Тотоп алып яратҡы килә хатта.
Зәйнәп башын кире яҫтыҡҡа терәне. Әгәр ҡараңғы булмаһа, ейәне өләсәһенең күҙҙәре йәш менән тулғанын күрер ине.
– Ала-а-ай… Торналар күлгә эйәләшә башлаған икән. Һунарсылар күренмәнеме, улым?
– Ә улар ҡараңғы төшә башлағас ҡына төштө күлгә. Күп йөрөмәнеләр, кире һауаға күтәрелделәр.
Икеһе лә бер талайға тынып ҡалды. Ейәне нимә хаҡында уйлағандыр, Зәйнәп үҙен ғүмер буйы эҙәрлекләгән төшөн иҫенә төшөрҙө. Күп тапҡыр ҡабатланды шул ул. Зәйнәп, нәҡ теге бала саҡтағы кеүек, йәшел аҡлан буйлап торналар артынан йүгерә. Инде еттем тигәндә, ҡоштар ҡапыл һауаға күтәрелеп, аҡ болоттар эсенә инеп юғала. Шундай төш күрҙеме, артынса һәр саҡ ҡатындың башына яңы хәсрәт төшә. Бәлә-ҡазаны шулай иҫкәртә микән ҡошҡайҙар?
– Өләсәй, ниңә ҡоштар кешенән ҡурҡа икән? Мин уларҙы яратам… – Дим, әйтергә һүҙ тапмай, тотлоҡто.
– Әүәл торналар кеше менән дуҫ йәшәгән, улым. Әҙәм балаһы атырға өйрәнеп алғаны бирле ҡош-ҡорт, кейек-маҙарҙы себен шайы ла күрмәй ҡыра бит! Шуға улар кешенән ситләште.
– Инде торналар мәңге шулай кешенән ҡурҡырҙармы, ә, өләсәй?
– Белмәйем, йоҡла, балам.
“Мылтыҡһыҙ ҙа йәнеңде, күңелеңде үлтерәләр, эй бала, йәшһең шул. Өләсәң өлөшөнә төшкәндәрҙе ишетһәң”, – тип эстән уйланы Зәйнәп. Бала аҡылы һыйҙырырлыҡ түгел уның үткәне. Иҫенә төшһә, үҙенең иҫе китә…
– Өләсәй…
– Бәй, һаман йоҡламаныңмы?
– Йоҡо килмәй. Өләсәй, ә атайымдар китер, моғайын.
– Нисек? Китер?..
– Һөйләшкәндәрен ишеттем. Аҡсалы яҡҡа китергә кәңәшләшәләр. Алтын сыҡҡан ергә.
Зәйнәп, быуыны ҡороп, тороп ултырҙы.
– Машиналарын һатырға иғлан яҙып элгәндәр. Үҙем уҡыным, беҙҙең адрес күрһәтелгән.
– Яңылышмайһыңмы, улым?
– Юҡ..
– Йә, юҡты… Улай тигәс тә… үҙ атайың бит!
– Әсәйемсе?!
– Гөлнараны әйтәһеңме?
– Юҡ, тегенеһен… үҙемдекен…
– Үҙеңдеке… Ғәлиә.. Ул, моғайын, терелер.
– Терелер ҙә ул, ләкин мине…алып китмәне! Килмәне лә…
– Ир баланың атаһы тәрбиәһендә үҫкәне яҡшы булыр, тигәндер…
– Атай мине үҙе менән алған хәлдә, мин һине ҡалдыра аламмы, өләс?
– Йоҡла, бәпесем… һәр кемдең үҙ яҙмышы. Мин ашарымды – ашаған, йәшәремде – йәшәгән.
Көнө буйы тау-таш араһында йөрөү, арыу үҙенекен итмәй ҡалманымы – Дим ошонан һуң өндәшмәне, йоҡоға китте. Ә бына Зәйнәптең йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. Эйе, үткәндәр әҙәм күңелендә бер ҡасан да эҙһеҙ юғалмайҙыр. Күңел ыҙғарҙары тәнеңде лә яралай – сир-сырхау булып уйыла. Айраттың Ғәлиә менән йәшәгән йылдары, ғаилә парының бер-береһенән алыҫлаша, һыуына барыуын күреү-күҙәтеү Зәйнәптең һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Тамағы кибеп, хәле бөтөп, дауаханаға күренгәс, табип:
– Һеҙҙең шәкәр күтәрелгән бит, – тине. – Һәм шул тиклем ҡапыл. Нимә, стресс кисерҙегеҙме?
– Уныһы ни? – тине Зәйнәп, ҡапылғара төшөнә алмайынса.
– Шәкәр ныҡ һәм оҙайлы көйөүҙән күтәрелә. Нимәгәлер ҡаты борсолдоғоҙ, шулаймы?
Зәйнәп өндәшмәне. Өйөңдәге сүпте тышҡа сығармайһың инде ул. Бары:
– Булғандыр: тере кеше көймәй йәшәй аламы? – тине.
Табип биргән таблеткалар ярҙам итте башта, аҙаҡ тәьҫире бөттө. Инсулинға ултырҙы. Шунан бирле көн дә үҙ-үҙенә ике тапҡыр укол ҡаҙай. Өйрәнде инде. Килеп етеп, алҡымынан алған әжәлен әлегә шул инсулин менән алдаштыра. Уныһы – ул. Хоҙайҙың ошо саҡлы ғүмер биреүенә лә шөкөр итә Зәйнәп. Айраты икенсегә өйләнеп, маңлайы яҙылып, күңеле көрәйгәс, әсә бик тә ҡыуанғайны. Килене Гөлнараның башта һауыт-һаба, аҙаҡ тамаҡ айырыуға тиклем барып етеүенә көйгәнен, үртәлгәнен белдермәне ул. “Донъя булғас, әҙәмдең ниндәйе юҡ та, кеме юҡ – үткәреп ебәрәйем, – тип уйланы. – Айратҡа яҡшы икән – миңә нимә кәрәк?!” Пенсияһы бар, үҙенә лә, Димгә лә етә. Тик бына килене өйҙөң яртыһын йоҙаҡҡа бикләне, хәҙер бер йортта – ике хужалыҡ. Ситен. Зәйнәп үҙ ғүмерендә йоҙаҡ күрмәне. Ул йәшәгән ауылда һис бер кемдә булманы ул әйбер. Йомошҡа сыҡһалар, йәки еләккә китһәләр, ишеккә, ел асмаһын тип, һепертке терәтәләр ҙә – вәссәләм. Тамағы нығыраҡ кибә хәҙер Зәйнәптең, хәле лә тиҙ бөтә. Әллә инде инсулин да ярҙам итмәй башланы? Ул, ярай инде, оло кеше, бер аяғы ерҙә булһа, икенсеһе – гүрҙә. Дим бар бит әле. Иң ҡыйыны: малай бик-йоҙаҡ айырған донъяның был яғында, Зәйнәп эргәһендә ҡалды. Ата менән ул араһында кәртә хасил булды.
Көн артынан көн үтә торҙо. Зәйнәп Айраты менән аулаҡта һөйләшергә өмөт итһә лә, килеп сыҡмай ҙа ҡуя: иртүк эшкә китә улы, кис уның ҡайтҡанын гараж ишеге алдында һыланған-һыйпанған, биҙәнгән-төҙәнгән Гөлнара һәм үҙе кеүек ҡурсаҡтай кейенгән Айзилә көтә. Бергә инәләр, ашты түрҙә – залда, йәғни үҙҙәре яғында ашайҙар. Зәйнәптең атаһы, һуғышта бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Фазлетдин, күрше-тирәлә берәй низағ ҡупһа: “Әллә… – тиер ине. – Белмәйем. Окоп ҡаҙғаным булды, әммә баррикада яһаманым”. Низағтарға ҡыҫылмауын ул шулай белдерер ине. Балаларын да тыйҙы. Әсәләре Өммөгөлсөм дә: “Ағай-эне талаша, атҡа менһә – яраша, – тиергә яратты. – Улар талашыр ҙа ярашыр, ә һеҙ, ҡыҫылып, мәңге дошман булып ҡалырһығыҙ. Хәлде үҙ ағышына ебәрә белер кәрәк. Тормош хәл итә ул. Теләһә ҡайһы мәсьәләне лә үҙе сисә”. Ояһында ошондай тәрбиә алды Зәйнәп. Ошоға тиклем булған аҡылы үҙенә етә ине. Хәҙер ни ҡылырға ла белмәй бына. Мәсьәләне сисеүҙе тормоштоң, әсәһе әйтмешләй, үҙенә сисергә ҡалдырыр ине – бала бар, Дим. Үҙе йәшерәк, һауһаҡ булһа, малай бер йыуаныс ҡына ла бит. Икеһе генә йәшәп тә бирешмәҫтәр ине (Зәйнәптә бала менән икәүҙән-икәү тороп ҡалыу тәжрибәһе бар), ҡартайҙы. Сирле. Үҙенең яҙмышын үҙе хәл итә алһа ла, Дим өсөн яуап бирә алмай. Ун ике йәшлек ейәне – һары талсыбыҡ. Ҡайһылай теләһәң, шулай бөгөп була. Артабан нисек йәшәргә?
…Бөтөнләй бирешеп түшәккә ятмаҫ борон тип, Зәйнәп иртән иртүк дауаханаға сығып китте.
***
Оҙаҡ йөрөгән кеүек тә булманы, мәгәр Зәйнәп ҡайтып инеүгә ишек алдында аяҡ кейеме тулы ине. Ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Бөтөнләй яланаяҡ ҡалдырмаҫтай аяҡ һауыттары. Кешегә ҡамасау-босоҡ булыуҙан ҡурҡҡан Зәйнәп йәһәт кенә үҙ бүлмәһенә уҙҙы. Үтешләй кухняға күҙ һалды: өҫтәл тулы ризыҡ, шешә. Һыуһаһа ла, түҙергә булды: кухнялағы табын ғәҙәттә оҙаҡҡа ҡоролмай. Балкон асыҡ. Кухня менән Зәйнәп йәшәгән бүлмә өсөн – бер балкон. Улар яғын Гөлнара ҡыҙыл бау менән билдәләп ҡуйҙы. Йәнәһе, быныһы – һинеке, кухня – минеке. Ҡыҙыл бау – сик һыҙығы. Сиң. Сиңде аҡылы теүәл кеше боҙмай. Был – закон. Яҙылмаған ҡанун. Балкондан ап-аруҡ ҡыҙмаса ҡатын-ҡыҙ тауышы килә. Тәҙрәһенә ҡоролған пәрҙә ҡояштан һаҡлаһа ла, һүҙгә ышыҡ була алмай. Эскә төшкән ҡырҡ градус тәьҫиреме – тауыштары көр сыға быларҙың.
– Рита, ул яҡҡа сыҡма!
– А че?
– Не видишь: веревка!
– И че?
– А то, что туда нельзя! Это ихняя сторона!
– Гульнар… – тауышына ҡарағанда, быныһы теге “а че ла и че” түгел. Баҫалҡыраҡ тауыш. – Давно хотела спросить: как это тебе удалось?
– Что? – Тәмәке еҫе тыштан өйгә инә. Зәйнәптең уға тыны быуыла.
– Ну бына… Окольцевать, как его… Айрата?
– Как это “окольцевать”? Ну даешь ты, Эмма. Просто. Он – мой муж. А муж тогда только муж, когда он принадлежит только одной, единственной женщине.
– Понятно. Но ты сама говорила: у него сын от первого брака.
– Ну и что? Теперь у него есть дочь. Наша дочь. Мальчика не я рожала. Моя дочь со мной.
– Да-а-а… – Быныһы “и че”ның тауышы – Ты, Гульнара, всегда отличалась…
– Чем?
– Рискованностью…
– Рискованностью?
– В чем это, как говорится, выражается, мадам?
– Хотя бы то, что, – “и че” уйлана бирҙе. – То, что, твое дальнобойное прошлое…
– Ой, Рита! Как будто үҙең не пробовала создавать семью! Что было – то быльем поросло! Алтынды тапҡансы нисә шурф ҡаҙалар? Жиланы тапҡас, унан ситкә китмәйҙәр. Айрат – моя жила! Наша порода – Булатовы – свое не упускают!
– Ай да ладно! – Зәйнәп инде Эмманы тауышынан белә. – Да ладно, хватит. Ой! Анекдот? Свежий! Кстати, про дальнобойщиков. Вообщем, один дальнобойщик решил собрать всех своих детей, рассыпанных по всем уголкам… страны.
– Собрал? – Гөлнара тауышы.
– Собрать-то собрал, но когда вернулся домой, его встретила только жена. “Где дети, дети где?” – спрашивает муж. А жена ему в ответ: “Их увезли дальнобойщики”.
– Ха-ха-ха!
– Так что, за своей дочерью глаз не спускай!
– Ха-ха-ха!
Һыуһыҙлыҡтан сарсаған Зәйнәп бөтөнләй хәлһеҙләнде. Укол! Уныһын алырға ла хәл кәрәк… Аңы томаланғандай, ятҡан түшәге уйылып төшөп барғандай, әллә ҡайҙа батҡандай. “Укол!” “Укол кәрәк!” “Дим!..”
***
Зәйнәп күҙен асҡанда, эргәһендә аҡтан кейенгән шәүләләр күрҙе. “Ҡайҙа мин? Мин ҡайҙа?”
– Әбей! Зәйнәп апа! Ас күҙеңде! Комала булдың! Ниңә укол ҡаҙаманың? Ә!?
– Мин…
– Һин инде, һин! Ҡара: мин – сестра! Күрәһеңме?
– Күрәм…
– Молодец!
– Дим… Дим!
– Бына һәйбәт! Димең дә, Айратың да эргәңдә! Бына улар! Күрәһеңме?
– Күрәм…
– Аллаға шөкөр! Һуҡырайҙың тип ҡурҡҡайныҡ.
– Әсәй! – Ҡарлығыңҡырап сыҡты Айраттың тауышы. Ҡурҡһа, йә тулҡынланһа, гелән үҙгәрә шулай.
– Өләс!..
– Ҡолонсағым… Илама… Көнө бөткән – көн дә үлгән. Илама.
– А ну марш бынан! – Сестра ҡаты өндәшә. – Марш, марш! Уға борсолорға ярамай!
Ни хикмәтелер Хоҙайҙың: Зәйнәп терелде. Күҙҙәре, эйе, мөсһөҙләнде. Мәгәр хәтере, иҫе дөрөҫ, зиһене яҡты. Айраты: “Нимә кәрәк?” – тип инеп-сығып йөрөй эргәһенә, Диме өләсәһенән күҙен алмай. Гел өйҙә. Гел уның янында. Гөлнараның элеккесә ҡысҡырып көлгәне ишетелмәй, кухняла тып-тып йөрөй, ашты ул бешерә.
– Асыҡмайһыңмы, Дим? – тип төпсөнә Зәйнәп, ейәненең ослайыбыраҡ киткән эйәген төҫмөрләп. – Печенье-маҙар алып ҡапҡылап йөрө. Магазиндан кефир булһа ла алып эс. Аҡса, беләһең бит, тумбочкала.
– Мин ас түгел, өләс. – Димдең тауышы етди, ололарса.
– Әле ҡайҙа барып килдең?
–Баҡсаға, унан эткә аш бирҙем.
– Эткә?! Ниндәй эткә?
– Бер кемдеке лә түгел. Ул – юл ашаһында. Ағас төбөндә йәшәй. Атай уға оя яһаны. Сирле шикелле. Әллә инде ҡарт. Тик ята. Өләс, әллә уға ла укол ҡаҙарғамы икән?
– Укол?
– Һин бит терелдең. Укол ҡаҙағас.
– Ул бит... инсулин. Эт диабет менән сирләмәйҙер ул...Атайың... оя яһаны тиһеңме?
– Эйе. Ахыры, атай уны минән алда шәйләгән. Теге беҙҙең зәңгәр туҫтаҡтан белеп ҡалдым.
– Атайыңдың туҫтағынан?
– Эйе. Ул эткә аш илткән дә, туҫтағы тороп ҡалған.
– Туҫтаҡ... – Зәйнәп, башын күтәреп, ҡулына таянып, ҡалҡынырға итте. –Туҫтаҡ...
– Мин уны кире индерҙем, өләс. Кухняла. “Атайың бала сағында башҡа сеүәтәнән ашаманы, зәңгәр туҫтағын һорап илар ине”, – тип һөйләгәйнең бит.
– Эйе, эйе, хәтеремдә. Ул туҫтаҡты мин күҙ ҡараһындай һаҡланым.
– Ә атай уға һалып эткә аш сығарған, етмәһә, кире алырға онотҡан.
– Ашыҡҡандыр. Атаң эш кешеһе бит, балам...
– Шулайҙыр. Мин дә шулай уйлайым ул.
– Аҡылың күп бит һинең...
– Эй, күп ти! Теге һин әйткән йомаҡтың яуабын һаман таба алмайым.
– Ниндәй йомаҡтың?
– Һуң... Оноттоңдамы? Теге үҙенең шәкерттәренә әтәс тотоп килтерергә ҡушҡан остаз хаҡында.
– Шунан?
– И-и-и... Һин онотҡанһың, ә мин баш ватам. Ул остаз әйткән бит: “Әтәстәрҙе тотҡанды бер кем дә белмәһен дә, күрмәһен дә!” – тип. Туғыҙ шәкерттең һигеҙе әтәс тотоп килтергән, ә туғыҙынсыһы, иң яратҡан уҡыусыһы, буш ҡул килгән.
– Ә нигә?
– Белмәйем. Бәлки, әтәс тапмағандыр?
– Ә һигеҙе әләйһәң нисек тапҡан?
– Бына уйлайым...
– Уйла, балам.
– Уйлайым. Өләс, һин әйтә торғайның бит, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер, тип. Бәлки, ул шунан ҡурҡҡандыр? Шәкерттәрҙең үҙ әтәстәре булмаған бит инде...
– Булмаған. Ләкин теге һигеҙе яйын тапҡан бит, яратҡан остаздарының үтенесен үтәгән.
– Аптырайым... Ә, өләс, һин үҙең беләһеңме?
– Нимәне?
– Яуабын.
– Беләм, балам, тик яуапты һин үҙең табырға тырыш. Миңә китергә, ә һиңә – ҡалырға. Йәшәргә.
Өләсәһенең комаға китеп, үлгәндән терелеүе, бер яҡтан, Дим өсөн файҙаға булды: малай хәҙер күп ваҡытын өйҙә үткәрә, китап уҡырға әүәҫләнде. Йәй уҡырға тейешлеләрҙең исемлеге лә өҫкә килеп сыҡты. Зәйнәптең бүлмәһендә телевизор бар барлыҡҡа, Дим ҡарар ине, өләсәһенә оҡшамай. Был хаҡта малай һүҙ башлап та ҡуйҙы бер:
– Өләс, ә һин ниңә телевизор ҡарарға яратмайһың ул? Кинолар күп.
– Хәҙергеләр миңә оҡшамай, улым.
– Ниңә?
– Гел үлтереш, бандиттар. Ҡарап ултырһаң, һин дә мин йөрөгән кешеләр. Ә береһе – бандит, икенсеһе – милиция. Гел бер төрлө. Элек хеҙмәт кешеһе почетта ине, бала-саға уларҙан өлгө алды. Кино геройҙарына оҡшарға тырыштыҡ, ә хәҙер... юҡ, бөгөнгө фильмдар минең өсөн түгел. Һиңә лә кәрәге юҡ уларҙың.
– Өләс, миңә бер китап кәрәк ине.
– Беҙҙә юҡмы ни?
– Ул яҡта...
– Ә һин... шаҡы ла ин. Китаптар – беҙҙеке.
– Гөлнара...
– Ә һин унан ҡурҡма! Аслан бәндәнән шөрләйһе булма! Хоҙайҙан ғына ҡурҡ. Ул ғына бөтәһен дә белеүсе, ишетеүсе, күреүсе... Ә был... Йә, ярай, бар, ин. Бар, бар!..
Ейәненең ышаныслы аҙымдар менән теге яҡҡа йүнәлеүен күреүҙән Зәйнәптең тыны иркенәйҙе. Бына шулай! Үҙе ҡара тирен түгеп йыйған донъяһында ҡурҡып йәшәргә... Башта күрһәткән йомшаҡлығы өсөн үкенә хәҙер Зәйнәп. Айратының тормошо боҙолмаһын тигән булып... Кем килеп баҫып алды бит әле! Эй, донъя! Бисә ҡорған хәйлә тоҙағы. Шуны күрмәҫ, йырып сығып, үҙ һүҙен һүҙ итмәҫ ир – ир буламы? Ебегән атай тәрбиәһендә үҫкән ир бала кеше буламы?
Китап тотоп сыҡҡан Дим өләсәһенә эйелде:
– Айзилә миңә... алма бирҙе.
– Һин дә уға берәй нәмә бүләк ит. Мәҫәлән, уйынсыҡ.
– Әсәһе...
– Беҙ һинең менән һөйләштек!
– Эйе. Ҡурҡмаҫҡа. Хоҙайҙан башҡанан.
– Һин аҡыллы бала, Дим.
– Атай бөгөн эшкә машинаһыҙ китте.
– Һы... әләйһәң...
– Эйе, һатҡан, буғай.
– Китеүҙәре ысындыр.
Дим китапҡа тексәйҙе. Зәйнәп уйҙарына бикләнде. Улары Ҡотоптоң үҙе кеүек – иге лә,сиге лә күренмәй. Элек эшләне лә эшләне, хәҙер уйлай ҙа уйлай. Ярай әле эргәһендә Диме бар. Уның барлығы, балалыҡ мәшәҡәттәре, һорау-борсолоуҙары Зәйнәпте ҡабат ысынбарлыҡҡа ҡайтара.
Былар, тимәк, ысынлап та китә. Айратынан бер ул хаҡта һорағайны Зәйнәп. “Эш юҡ бит, әсәй, – тине, – заводтан бер цех ҡына ҡалғайны, уныһын да ябалар”. Эйе, Гөлнара ғына сәбәп түгел икән китеүҙәренә. Түгел. Бөтә ил инәһеҙ ҡалған күс кеүек таралды.
Туҡһанынсы йылдар башында бер геүләп, эш, мәҡам тотор ер эҙләп ҡайнап алғайны халыҡ. Ярай, ул саҡта сәбәбе көслө ине: сәйәсәт алмашынды. Ә хәҙер? Был Алайғыр ҡасабаһы ла, ҡуйынынан алтынын алған саҡтарҙа, гөрләп торҙо бит. Алтыны бөткәс, көнкүреш тауарҙары, йоҙаҡ етештерҙеләр. Хәҙер, ана, уныһы ла ябыла. Айратҡа китеүҙән башҡа сара юҡ. Ә юлдашы? Баланы атанан айырған ҡатын Айратына терәк була аламы? Димде… миңә ҡалдыралармы? Ошо уй тынғы бирмәй Зәйнәпкә. Нимә уйлаһа ла, килә лә Димгә терәлә. Әсәһенең ташлауын ҡайһылай ауыр кисергәйне бала. Әле лә онота алмай. Онотмаҫ та инде. Исмаһам, уныһы ҡайтып, бер күҙен күрһәтһәсе? Тереме, үлеме икәнен дә белгән юҡ. Эйе, ейәне – өләсәһенә, өләсәһе ейәненә бауыр баҫты. Зәйнәп эргәһендәге өҫтәлдә ятҡан шприцҡа күҙ ташланы: ана уның хөкөмдары, яҙмышы. Ҡаҙаһа, күпмелер йәшәр, ҡаҙамаһа – юҡ. Хәл ошоға килеп терәлгәс, бала һынлы баланы – кеше яҙмышын – үҙ өҫтөңә алып буламы? “Ә теге саҡ, – ти күңел төбөндәге бер тауыш, – теге саҡ?” Ах, ул саҡ! Ул саҡта Зәйнәп йәш, көслө, ҡыйыу ине бит! Көр, сәләмәт, таҙа ойотҡо менән ойотолған күңелле ҡыҙ бала ине ул. Ҡалаға барам, эшкә төшәм, ә кистәрен урта мәктәптә уҡырмын, аҙаҡ юғары уҡыу йортона инермен, ситтән тороп тамамлармын, тип фекер йөрөттө. Ниңә әле ул алты балалы ғаилә аҫраған ата-әсәһенә йөк булырға тейеш? Зәғиф түгел, аҡылы теүәл, уҡыу еңел бирелә. Шулай уйланы Зәйнәп һәм ҡалаға сығып китте.
Унда йәшәгән бер танышының да адресын белмәгән ҡыҙ ситтәге өй эргәһендә туҡтаны. Ҙурыраҡ, буялған урыҫ ҡапҡалы йорттарға яҡын барырға баҙнат итмәне. Ә был өйҙөң тәҙрәһе асыҡ, ишек алды арлы-бирле һайғау менән генә кәртәләнгән, төптәрәк – эт ояһы. Тимәк, эт бар, ләкин өрөп сыҡҡан нәмә күренмәй.
– Эй, хужалар өйҙәме? – тауыш биргәнгә яуап булмағас, ул нығыраҡ ҡысҡырҙы. – Хужалар өйҙәме?
Тәҙрәнән бөҙрә сәсле ҡатын-ҡыҙ башы күренде:
– Нигә ҡысҡыраһың?
– Һеҙҙә… Йоҡлап сығырға рөхсәт булмаҫ микән? Ҡараңғы төшә башланы юғиһә…
– Ин, ин әйҙә! Ҡысҡырып тораһың…
Сафлыҡ менән даны таралған ғаиләнән сыҡҡан Зәйнәптең бындағы бысраҡлыҡ һушын алды. Нисек былай йәшәмәк кәрәк… Бәлки, сирлелер был ҡатын?
– Исемең кем?
– Зәйнәп.
– Йөрөйһөң һағыҙ сәйнәп. Йә, ярай… Бында, ҡалала, ни йомош? – Ҡатын кире түшәгенә ауҙы. – Ә-ә-ә… Эшкә? Уның өсөн, яныҡайым, прописка кәрәк!
– Прописка?
– Әлбиттә! Унһыҙ – ни-ни! Үт, үт.
Шунда ғына Зәйнәп төп яҡта, сепрәк-сапраҡ ташланған диванда бала йоҡлап ятҡанын күрҙе.
– И-и… бәпес бар икән!
– Бар…
– Апай…
– Гөлирә…
– Гөлирә апай, сәй ҡуйып эсергә рөхсәтме ул?
– Эс, тик… икмәк юҡ.
– Миндә бар! Икмәк тә, май, ҡаймаҡ, күкәй ҙә!
– Байһың! Ә минең баш ауырта. Һин, ҡыҙыҡай, ярай, йәшә миндә. Бер яртылыҡ ҡына аҡса бир ҙә. Мин йөрөп киләм.
Гөлирә сығып китте. Сәй эсеп алғас, Зәйнәп тиҙ генә һыуға барып килде. Колонка – өй ҡаршыһында. Ярай оҙаҡ йөрөмәне – бала уянһа, йығылып төшһә, тип хафаланды. Сабый йоҡланы. Зәйнәп иҙәндәрҙе йыуып сығарҙы, кергә тотонорға әҙерләнде. Артына әйләнеп ҡараһа, бала мүкәйләп тупһа аша тышҡа сығып бара.
– Уй! Ҡасан торҙоң һин? Нисек мин күрмәй ҡалдым?
Малай ҙур ҡара күҙҙәрен тонйоратып Зәйнәпкә ҡараны, йылмайғандай итте. Ниндәй матур бала! Ҡыҙ бәләкәстәрҙе ярата, һеңле-ҡустыларын ғына түгел, күршеләрҙекен дә ҡараны. Ә был бала уғата һөйкөмлө! Тик бысраҡ. Ҡояшта янғанмы, әллә бер ҙә йыуынмағанмы – белерлек түгел. Кер ҡайғыһы китте Зәйнәптең, баланы ашатыр кәрәк! Әммә малай тышҡа тартылды. Зәйнәп ишекте ябыуы булды, артҡа саңҡайып илай башланы. Ахырҙа тышҡа алып сыҡты сабыйҙы. Малай, Зәйнәптең алдынан йәһәт кенә шыуып төшөп, эт ояһына атлыҡты. Унан өс-дүрт көсөк килеп сыҡты. Бала береһенең ҡолағынан тартты, сәпәкәй итте, күңеле көрәйеп, донъяһы теүәлләнде. “Ахыры был сабый улар менән шулай гел уйнай”, – тип ҡуйҙы Зәйнәп. Уныһы аңлашыла: көсөк менән уйнап үҫмәгән бала бармы? Тик был сабыйҙа уларҙан ятһыныу, ҡурҡыу, тартыныу бөтөнләй юҡ! Былай яланғас йөрөтөп булмай бит инде, берәй ыштан кейҙерәйем үҙенә тип, Зәйнәп өйгә инде. Таҙа әйбер тапмағас, йыуырға тип өйгән керҙәрен байҡаштырып, арыуыраҡ күренгән бер ыштанды алды ҡулына. Ошоно булһа ла кейҙермәһә. Кейемде алып кире тышҡа сыҡҡас күргәне ҡыҙҙы бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы, телдән яҙҙырҙы: ояһы эргәһенә кәнтәй һуҙылған, ҡорһағы буйлап дүрт көсөк теҙелеп ятып имә, бишенсеһе – бала. Теге бала!..
Зәйнәп хәлһеҙ ҡулдары менән һыуға үрелде. Юҡ! Унда ни уйлағанын, ни кисергәнен Хоҙай ғына беләлер! Әммә иң ныҡ аптыратҡаны Гөлирә булды. Төндә ауа-түнә ҡайтып ингән ҡатынға күргәндәрен һөйләгәйне, тегеһе:
– Уның нимәһе? Бесплатное молоко! Сука за это денег не просит! – тип яуапланы.
Зәйнәп бында тағы шуға төшөндө: Гөлирә эттәргә ашты ҙур зәңгәр туҫтаҡҡа һалып бирә. Көсөктәр менән бергә улының, Айраттың, ашағанын рәхәтләнеп көлә-көлә ҡарап тора.
Башта Зәйнәптең был ҡот осмалы хәлдә йәшәгәндәрҙән алыҫ-алыҫҡа ҡасҡыһы килде, ләкин аҡсаһыҙ бер ҡайҙа ла китеп булмай. Ата-әсәһе биргән йыйынсаҡ бөттө. Баланы кәнтәйҙән айырыр өсөн ашатырға кәрәк, тип уйланы. Һөт, манный ярмаһы алып, бутҡа бешерә башланы. Сабый, Айрат, ризыҡты тик теге зәңгәр туҫтаҡтан ғына ҡабул итте, башҡа һауыт булһа, ауыҙына ла алманы. Гөлирә эсте. Ҡайһы саҡ йә икмәк, йә шәкәр, картуф, һуған тотоп ҡайтты.
– Баҡса утаным, бирҙеләр, – ти. Үҙе ҡыҙмаса.
– Баҡсаны ниңә үҙегеҙ ултыртмайһығыҙ? Ер иркен бит, – ти Зәйнәп.
– Мәрйәләргә килешһен! Кәбеҫтә ашап үҫтергән буйым юҡ!
– Мин иртәгә эш эҙләп ҡарайым әле?
– Эҙлә!.. Ҡара… Пожалыста!..
Юҡ, прописка һоранылар. Ошо хаҡта Гөлирәгә өндәшеп ҡарарға булды.
– Пропискаға? Миңә? Өй минеке түгел. Апа Себерҙә! Ул индерҙе. Мин дә һинең кеүек бит. Һиңә рәхәт – балаң юҡ!
Ә бер төндә ул ике ир эйәртеп ҡайтты. Еңел машинала. Тегеләр үҙҙәре менән бик мул итеп ризыҡ алған. Колбаса, кәтлит, билмән кеүек нәмәләр менән өҫтәл тулды. Ҡупшы-ҡупшы шешәләр ҙә уйнаҡлап килеп ултырҙы. Гөлирә шат, күңелсәк.
– Уй, Азат, был тиклем алмаһаң!..
– Нисауа! Беҙ бит – сибиряк! Как-никак БАМ строим! Первопроходцы!
– Иптәшең… Харис тиһеңме? Харис, әйҙә, яҡынла! Һеҙгә хәҙер Зәйнәп билмән ҡайнатыр, ул шундай уңған! Только… ҡырағай, нецелованная!
– Ха-ха-ха! – Азат Зәйнәптең ҡаршыһына килеп баҫты. – Ҡарайыҡ әле нецелованнаяны – ул нисек була икән?
Зәйнәп, баланы йоҡлатырға була, төпкө бүлмәгә сыҡты. Кухняла – мәжлес. Теге Харис тигәне гармун тызҡылдата. Баланы йоҡлатам тигәнсе, ҡыҙ үҙе лә ойоп киткән. Бына кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылды. Төш күрә ине: атаһы бесәнгә алып китергә йөрөй. Ат егеүле, ә Зәйнәптең үлеп йоҡоһо килә.
– Ата-ай…
– Тс-с-с-с!..
Ҡапыл һиҫкәнеп, Зәйнәп һикереп торҙо:
– Һеҙ?!
– Шаулама, ал Зәйнәбем, гөл Зәйнәбем, рәхәт үтһен йәйҙәрең… Кил!
– Китегеҙ бынан!
– Шаулама, тием бит!.. – Азат, йән асыуы менән уның ауыҙын ҡапланы. – Ҡыланма, йүнле ҡыҙ бында йәшәмәй!
– Ебәрегеҙ! Ҡысҡырам! – Зәйнәптең күҙе ҡапыл өҫтәлдәге бысаҡҡа төштө, ысҡынып, күҙ асып йомғансы шуны ҡулына алды. – Яҡын килеп ҡара!
– Д-дура! – Азат айығып киткәндәй булды, сигенде. – Дура! Так я пошутил! Шаяртырға ла ярамай әллә?!
Азат сыҡты. Зәйнәп төндө йоҡламай, бала эргәһендә бысаҡ тотҡан килеш үткәрҙе. Иртән иртүк бынан бер нигә ҡарамай китергә ҡарар итте. Оят булһа-булыр – ауылына кире ҡайтыр. Фермаға эшкә төшөр. Быҙау ҡарар.
Таң беленде. Тәҙрәгә әре-һәре яҡтылыҡ яғылды. Айрат бер нәмә белмәй йоҡлай. Йылмайып ҡуя төшөндә. Көсөк туғандарын күрә, ахыры. Әлегә ул тегеләрҙең – эт, үҙенең кеше икәнен белмәй. Гөлирәгә сабыйҙың кәрәге юҡ. Уның хаҡында һүҙ сыҡһа:
– Случайный ребенок. Роддомда ҡалдырырмын тип йөрөгәйнем, өйҙә тыуҙы ла ҡуйҙы. Нимә эшләргә шуның менән? Ул булмаһа, мин ошонда йәшәр инемме? – ти.
– Ниңә… документы ла юҡмы? – тип аптыраны Зәйнәп. – Метрикаһы?
– Ниндәй метрика? Минең пропискам юҡ, уның донъяла барлығын һис кем белмәй, берәүгә лә хәжәте юҡ!
– Ул шундай… матур, һөйкөмлө.
– Матур булһа, ал үҙеңә. Уйынсыҡ урынына уйнатырға! Ха-ха-ха! Тере уйынсыҡ!..
Ҡапыл ишек шығырланы. Зәйнәп һиҫкәнде, бысағының һабын ҡыҫыбыраҡ тотто. Тупһала Азат күренде. Ул үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп: “Вот сука! Харис менән мунсаға бикләнгән!.. Харис… тоже мне друг… козел паршивый…” – тип мығырҙай. Зәйнәп иртәнге яҡтыла ҡапыл ғына Айрат менән Азат араһында оҡшашлыҡ сырамытты.
– Ҡуй бысағыңды! Ярай. Ҡуйма. Знаешь, кит һин бынан! Баланы ал да тай!
– Пацан твой?! – Зәйнәп ни өсөн урыҫсаға күскәнен үҙе лә төшөнмәне.
– Возможно. Хотя… не знаю, – Азат курткаһы кеҫәһенән төргәк сығарҙы. – Хотел отдать ей… Гөлирәгә. Күрәм: файҙаһы юҡ. Аҡса ҡалдырам, ә ул баланы кәнтәйгә һелтәй ҙә эсергә китә. Олаға! Ә һин… ал. Ал да кит, малайҙы ҡалдырма! Уезжай, сейчас же уезжай. Если судьба – я тебя найду, если не судьба – прощай. Фамилияң кем?
– Аҫылғужина.
Бала күтәргән Зәйнәп, урам аша үткән оло юлға сығып, тәү күренгән машинаға ҡул күтәрҙе. Ултырҙы. Ҡалғаны – яңғыҙы бала тәрбиәләгән әсәләр яҙмышы: эш, уҡытыу, баланы кейендереү, кеше араһында кәм-хур итмәү, етемлек күрһәтмәү. Эйе, Айратҡа етемлек күрһәтмәйем тип, ул кейәүгә лә сыҡманы. Ҡыҙ көйө әсә булды. Ҡыҙ-әсә булып ҡартайҙы. Шулай ҙа күңеленең ҡайһылыр ере Азатты, баланың атаһын, көттө, ейәне Дим тыуғас, көтөүҙән туҡтаны, күңелен шул сабыйға баҫты. Ә ул саҡта Азат ҡалдырған аҡса байтаҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Ун алты йәшендә бала менән урамда ҡалған ҡыҙ ул аҡсаһыҙ ни эшләр ине? Гөлирәнең өйөнән Зәйнәп ни бары теге зәңгәр туҫтаҡты алды, сөнки Айрат башҡа һауыттан ашаманы…
– Нимә хаҡында уйлайһың ул, өләс?
– Ниңә, улым?
– Тәрән-тәрән итеп көрһөнәһең бит…
– Яҙмыш хаҡында, балам. Яҙмыш…
– Китапта яҙылған кеүекме, өләс?
– Юҡ, балам, китапҡа был яҙмыш инмәгән.
– Яҙмыштар шулай күп буламы ни ул, өләс?
– Күп. Нисә кеше йәшәй донъяла – шул саҡлы.
– Береһе лә ҡабатланмаймы?
– Береһе лә…
– Һөйлә миңә?
– Ҡайһыныһын?
– Әле генә үҙең уйлап ятҡанды.
– Үҙем уйлап ятҡанды? Йә, ярай, инде һөйләһәм дә булалыр, сөнки ул ҡыҙ юҡ. Булмағас, исемен атамай ғына һөйләйем, йәме?
Дим өләсәһенең аяҡ остарына уҡ килеп ултырҙы.
– Йә! – Ул, башын теҙҙәренә ҡуйып, өләсәһе ауыҙынан сыҡҡанды тыңларға әҙерләнде.
***