Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
21 Ғинуар 2020, 13:50

Күңел сәғәте

Сабабыҙ ҙа сабабыҙ, Ашығабыҙ ҡайҙалыр.

Сабабыҙ ҙа сабабыҙ,
Ашығабыҙ ҡайҙалыр.
Әйтерһең, беҙ йүгерһәк,
Бар донъябыҙ яйланыр.
Ашығабыҙ эшкә лә,
Ашығабыҙ эштән дә.
Ашығабыҙ, тиҙ бул, тип
Хатта аш-һыу бешкәндә...
Етеш кеүек барыһы:
Кейергә бар, ашарға...
Нимә етмәй кешегә –
Ҡайҙа былай ашыға?
Күрше хәлен белгән юҡ,
Ай-йондоҙҙо күргән юҡ.
Ергә төбәп күҙҙәрҙе,
Сирылтҡанбыҙ йөҙҙәрҙе.
Сабабыҙ ҙа сабабыҙ,
Аяғөҫтө ҡабабыҙ.
Тәбиғәткә көйләнеп
Йәшәр булған бабабыҙ...
Ни етмәй һуң? Аҡсамы?
Юҡ, етмәй беҙгә ваҡыт.
Күңел сәғәттәребеҙ
Онталған, тотош ватыҡ...

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.
Бөрйән районы,
Иҫке Собханғол ауылы.
Читайте нас: