Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
27 Ғинуар 2020, 15:55

БЕР АВТОБУС ИРҘӘР СЕБЕР КИТТЕ

Бер автобус ирҙәр Себер китте, Бушаны ла ҡалды автовокзал. Елдәр үкһеп перрон һепергәндә, Ҡуптара бит йәнем аһы янъял.

Былар нимә? Поезд, самолетта
Күпме китә Себер башҡорт ире.
Шулай яйлап күсә сит ҡулдарға
Башҡортостан тигән башҡорт ере.

Үҙ илендә ҡыҫырыҡланғандан
Китәлер ҙә Себер – бар сәбәптер.
Оҙон аҡса эҙләп китмәй башҡорт,
«Дуҫ» ҡыйратыр тапмаҫ мөнәсәбәттер.

Киткәс үҙе, күпме йөрөп ята
Ҡырым-ҡытайҙарҙан килгән халыҡ.
Ҡулда ордер, кинәнеп ер биләй,
Беҙҙең түрәләрҙе һатып алып.

- Башҡортостан, гөлөстаным, - тиеп
Күңел асҡан саҡта һис хәбәрһеҙ.
Һатыла бит донъя сит-ят ҡулға,
Аһ, милләтем минең!
Ҡасандан һуң шулай һин хәстәрһеҙ?

«Мулостан» тип күккә сөйөүҙәре
Бер ҡатлылығыңдың ҡазаһымы?
Әйҙүкләгән дуҫтар өйөрөнөң
Ипкә килмәй йәшәр язаһымы?

Йәшәп ятҡан дуҫтар һөйләшкәнен
Тыңлағанға яҙғы моң була, ти,
Ҡолағымда ауаз - халҡым һүҙе
Ике дуҫтың береһе ҡол була, ти.

Күпме йәбер күргән башҡорттарым,
Һанай китһәң, батша башлыҡтарын.
Тик ул заман сығып китмәгәндәр
Яуға күтәрелгән башҡорттарым.

Салауаттар ерен һаҡлар халыҡ,
Ҡайҙа таралдығыҙ һеҙ, тоҡомом?!
Аҫабалар ере көтә күптән,
Мая булып ҡалып ил ҡотоноң.

Башҡортостан буйлап йәнем үкһей,
Донъя буйлап ҡутарғандай янъял.
Эй, кешеләр, илде һаталар, тип
Сүкеш уй саң ҡаға – түбәм һандал.
Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА
Былар нимә? Поезд, самолетта
Күпме китә Себер башҡорт ире.
Шулай яйлап күсә сит ҡулдарға
Башҡортостан тигән башҡорт ере.

Үҙ илендә ҡыҫырыҡланғандан
Китәлер ҙә Себер – бар сәбәптер.
Оҙон аҡса эҙләп китмәй башҡорт,
«Дуҫ» ҡыйратыр тапмаҫ мөнәсәбәттер.

Киткәс үҙе, күпме йөрөп ята
Ҡырым-ҡытайҙарҙан килгән халыҡ.
Ҡулда ордер, кинәнеп ер биләй,
Беҙҙең түрәләрҙе һатып алып.

- Башҡортостан, гөлөстаным, - тиеп
Күңел асҡан саҡта һис хәбәрһеҙ.
Һатыла бит донъя сит-ят ҡулға,
Аһ, милләтем минең!
Ҡасандан һуң шулай һин хәстәрһеҙ?

«Мулостан» тип күккә сөйөүҙәре
Бер ҡатлылығыңдың ҡазаһымы?
Әйҙүкләгән дуҫтар өйөрөнөң
Ипкә килмәй йәшәр язаһымы?

Йәшәп ятҡан дуҫтар һөйләшкәнен
Тыңлағанға яҙғы моң була, ти,
Ҡолағымда ауаз - халҡым һүҙе
Ике дуҫтың береһе ҡол була, ти.

Күпме йәбер күргән башҡорттарым,
Һанай китһәң, батша башлыҡтарын.
Тик ул заман сығып китмәгәндәр
Яуға күтәрелгән башҡорттарым.

Салауаттар ерен һаҡлар халыҡ,
Ҡайҙа таралдығыҙ һеҙ, тоҡомом?!
Аҫабалар ере көтә күптән,
Мая булып ҡалып ил ҡотоноң.

Башҡортостан буйлап йәнем үкһей,
Донъя буйлап ҡутарғандай янъял.
Эй, кешеләр, илде һаталар, тип
Сүкеш уй саң ҡаға – түбәм һандал.
Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА
Читайте нас: